Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2019, 11:52

Лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән

Ҡарҙар иреп, йәшел үлән ҡалҡа башлаған мәлде был һөнәр эйәләре түҙемһеҙлек менә көтә... Һүҙ ҙә юҡ - йәйләүгә күскән осор мәшәҡәтле: ҡараңғы комплекстан сыҡҡан һыйырҙар үҙҙәрен бәйҙән ысҡынған эт кеүек тота, дыуамал малҡайҙарҙы утарға ҡыуып тынысландырғансы һәм һауғансы көн төшкә ауыша, өйөнә ҡайтып арлы-бирле иткәнсе киске һауымға барырға ла ваҡыт етә. Әммә барыбер был ҡышҡы һыуыҡтарҙа эрзинкә итектәрҙә аяҡтарыңды туңдырып йөрөү түгел инде, саф һауала тәбиғәт ҡосағында һыйыр һауыуы күңеллерәк. Ә алтын көҙҙәргә аяҡ баҫҡас, рып-йыйыу миҙгеле тамамланғас, шау-гөр килеп ауыл хужалығы байрамдары үтә. Игенселәр менән бер рәттән һауынсыларҙың исемдәре лә оло хөрмәт-ихтирам менән телгә алына... Эш хаҡтары бик юғары булмаһа ла, өҫтәлеңдән ризыҡ өҙөлмәҫлек, балаларыңдың өҫ-башын бөтәйтерлек! Бына, мәҡәләмдең геройы – Төпсән ауылында йәшәүсе Люциә Айытҡолова ла өҫтә яҙғандарҙы ҡасандыр үҙ елкәһендә татыған, колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағында ең һыҙғанып һыйыр һауып, эштән йәм табып йәшәгән хеҙмәт ветераны, “Әсәлек даны” миҙалы эйәһе.

Ҡарҙар иреп, йәшел үлән ҡалҡа башлаған мәлде был һөнәр эйәләре түҙемһеҙлек менә көтә... Һүҙ ҙә юҡ - йәйләүгә күскән осор мәшәҡәтле: ҡараңғы комплекстан сыҡҡан һыйырҙар үҙҙәрен бәйҙән ысҡынған эт кеүек тота, дыуамал малҡайҙарҙы утарға ҡыуып тынысландырғансы һәм һауғансы көн төшкә ауыша, өйөнә ҡайтып арлы-бирле иткәнсе киске һауымға барырға ла ваҡыт етә. Әммә барыбер был ҡышҡы һыуыҡтарҙа эрзинкә итектәрҙә аяҡтарыңды туңдырып йөрөү түгел инде, саф һауала тәбиғәт ҡосағында һыйыр һауыуы күңеллерәк. Ә алтын көҙҙәргә аяҡ баҫҡас, рып-йыйыу миҙгеле тамамланғас, шау-гөр килеп ауыл хужалығы байрамдары үтә. Игенселәр менән бер рәттән һауынсыларҙың исемдәре лә оло хөрмәт-ихтирам менән телгә алына... Эш хаҡтары бик юғары булмаһа ла, өҫтәлеңдән ризыҡ өҙөлмәҫлек, балаларыңдың өҫ-башын бөтәйтерлек!

Бына, мәҡәләмдең геройы – Төпсән ауылында йәшәүсе Люциә Айытҡолова ла өҫтә яҙғандарҙы ҡасандыр үҙ елкәһендә татыған, колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағында ең һыҙғанып һыйыр һауып, эштән йәм табып йәшәгән хеҙмәт ветераны, “Әсәлек даны” миҙалы эйәһе.



Ул 1951 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Әсәһенең тамырҙары Өмөтбай ауылынан булғанға күрә, улар тыуған төбәктәренә күсеп ҡайтҡан. Люциә Рәшит ҡыҙының да бала һәм үҫмер сағы шунда үтә, бәләкәстән эшкә өйрәнеп үҫкән ҡыҙ 8-се кластан һуң фермаға һыйыр һауырға сыға. Гүзәл йәшлегендә икенсе яртыһын – Камилды осратып, Төпсәнгә килен булып төшкәс тә һауынсы һөнәренә тоғро ҡала.

- Ул заманда өйҙә эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтереү ҡыйын ине. “Искра” совхозының гөрләгән сағы... Минең менән Сәүиә һәм Рәшиҙә Ишдәүләтовалар ҙа байтаҡ йылдар ферма юлын тапаны. Аяҡтарҙан эрзинкә итек төшмәне. Иртәле-кисле ҡул менән 25-әр һыйыр һауҙыҡ, ҡыуҙырғыс эҫе көндәрҙә төшкө һауымға ла бара торғайныҡ. Йәйгеһен саҡрымлап сөгөлдөрөн бүлеп бирҙеләр, балалар ҙурая төшкәс, улар ҡул алмашҡа ярҙамға килде. Услап аҡса алмаһаҡ та, ике ҡулыбыҙға эш булғас, йәнебеҙ тыныс, кеше алдында йөҙөбөҙ яҡты булды, - ти сал сәсле һауынсы йәш саҡтарын иҫкә алып.

43 йыл бергә ғүмер йомғағын татыу һүткән, 8 йыл элек донъя ҡуйған тормош иптәше, хеҙмәт ветераны Камил Ғибәҙәт улы ла ғүмерен шул совхоз эшенә бағышлаған. Оҫта, намыҫлы водитель пенсия йәшенә сыҡҡас та бер-нисә йыл һөт ташыусы булып эшләп хаҡлы ялға киткән.

Люциә менән Камил Айытҡоловтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Сабыйҙарға иғтибар бүлеп, уларҙы һөйөү-наҙға төрөр һәм бер үк ваҡытта хеҙмәт яланында һынатмаҫ өсөн дә күпме көс, дәрт, сабырлыҡ талап ителә! Аҙ ғына ла өҫтәмә килем булһын тип, ферманан тыш медицина пунктында иҙән йыуырға ла форсат таба хәстәрлекле әсә. Хәҙер инде ҡыҙ-улдары үҙҙәре әсәй-атай, һәр ҡайһыһының айырым тормошо. Бикбулатта йәшәүсе Лилиәһе (оҙаҡ йылдар инде балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй, ул бешергән бәлештәрҙең ауыҙҙа иреп торғанын тирә-яҡтағылар ишетеп кенә түгел, күреп белә-авт.), ике булдыҡлы ул тәрбиәләгән Һатлыҡтағы Ләләһе, эргәләге Рәил улы, Миләүшә ҡыҙы икенсе яртыһын баҡыйлыҡҡа оҙатҡас яманһыулап ҡалған әсәләренә хәҙер терәк-таяныс булып тора. Себерҙә төпләнеп ҡалған икенсе улы – матур ғаилә башлығы, ыласындай ике ул үҫтергән Рәмиле лә йәй һайын ҡайтып ғәзиз кешеһенең хәлен белешеп тора. Балаларҙың иҫән-именлеге – изгелекле әсә өсөн оло бәхет. Ауылдарҙың һүнеп барыуы һәм ир-аттарға ҡарата мөнәсәбәттең ҡырҡа үҙгәреүе генә эсен бошора әсә кешенең.

- Совхоз осоронда ир-аттарҙың төшөнкөлөккә бирелеп эскегә әүрәргә мөмкинлеге лә, ваҡыты ла ҡалманы. Камилдың да эштән тамам арып ҡайтҡан саҡтары булғандыр, тик ул бер ҡасан да тауыш күтәрмәне, эшсән, аҡыллы булды. Ул һәйбәт булғанға күрә лә Төпсәнгә тиҙ өйрәндем, ошонда 51 йыл ғүмерем үтте. Тик ауыл ғына хәҙер ҡартайҙы – мәктәп бөттө, магазины ла, эше лә юҡ. Ярай әле Илдар Сатыев пилорама асып эш урындарын булдырҙы. Ғаиләһен ҡарайым, тип хәҙер ир-аттар себергә, сит яҡҡа сығып китә, һаулығы ла, ғүмерҙәре лә ҡыйыла, ғаиләләр тарҡала – шуныһы күңелһеҙ. Ирҙе ир итмәйенсә, унан һаман аҡса таптырып, ғаилә ҡиммәттәрен һанға һуҡмағанлыҡ та беҙҙең йәш ҡатындарҙы биҙәмәй, - ти иренең тыуған төбәген йән төйәге итеп, парлы саҡта тормош юлдашын йылы һүҙе, йөрәк наҙынан һис мәхрүм итмәгән Люциә Рәшит ҡыҙы.

Тормошоноң сәскәләй генә мәлдәрен ферма юлдарында үткәрһә лә, бөгөн шуның ҡасафаты булып аяҡтары һыҙланып торһа ла, яҙмышына ҡарата бер моң-зары, үпкәһе юҡ инәйҙең. Ябай эшсе һөнәре, боронғолар әйткәнсә: ҡара эш, Совет быуыны балалары өсөн киреһенсә ҙур мәртәбә, ғорурлыҡ һаналған һәм һаналасаҡ. Ысынлап та, нәҡ уларҙың данлы хеҙмәт юлы – йәш быуынға өлгө итеп ҡуйырлыҡ ысын тормош дәреслеге. Йөҙҙәре алсаҡ, һүҙҙәре хәҡиҡәткә тап килеп торған хеҙмәт ветеранының “Мораҙым” гәзитенең әүҙем уҡыусыһы икәнлеген белеп тә күңел һөйөндө.

- Район баҫмаһын уҡымайынса, районда ниҙәр барын белмәйенсә йән түҙәме һуң? Бер түгел, ике-өс тапҡыр ентекләп уҡып сығам, матур гәзит, – тип баһа биреп тә ҡанатландырҙы ул беҙҙе.

Ябай һауынсы – Люциә Айытҡолова кеүек ғүмере тынғыһыҙ эштә үткән намыҫлы эшсәндәр башҡа һөнәр эйәләренең дә хеҙмәтен күрә, ихтирам итә беләләр шул! Шәхси мәнфәғәтенән дөйөм кешелек төшөнсәләрен өҫтөнөрәк күрәләр, ҡасандыр гөрләп тулы ҡанлы тормош алып барған ауылдарҙың һүнеп барыуына ла, рухи юҫыҡта ҡиблаларҙың буталыуына ла вайымһыҙ ҡала алмайҙар! Нәҡ шуның өсөн дә беҙҙең иғтибарға, тәрән ихтирамға хаҡлы рәүештә лайыҡтар улар!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: