Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2019, 13:17

Иңдәренә йөкмәп ил йөктәрен, Үҙ халҡына биреп йөрәгең...

Өлкән быуын вәкилдәре... Бөйөк Ватан һуғышының бар михнәтен - аслыҡ-яланғаслыҡ, әрнеү-һағыш, яҡындарын юғалтыу ғазаптарын үҙ елкәһендә татып, илем һәм Еңеү өсөн тип, иртә бала саҡтан тормош арбаһына егелгән, әсе тир-тамсылары менән Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән көслө быуын. Уларҙың тормош юлы – илебеҙ тарихы, тотош халҡыбыҙҙың данлы үткәнен яҡтыртыусы йәнле йылъяҙма. Тик оло яуҙа дошман менән алышып ергә еңеү таңын ҡабыҙған батырҙар кеүек үк, иңдәренә оло бурыстар йөкмәгән 28-селәрҙең дә сафтары йылдан-йыл һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Тап ана шул, ил йөгөн иңдәренә йөкмәп, ҡара икмәк ашап үҫкән ныҡлы быуындан булған Сапыҡ ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны, “Әсәлек даны” ордены эйәһе Хөмәйрә Хөсәйенова ла:

Данлы 28-селәрҙән, көслө быуындан ул

Өлкән быуын вәкилдәре... Бөйөк Ватан һуғышының бар михнәтен - аслыҡ-яланғаслыҡ, әрнеү-һағыш, яҡындарын юғалтыу ғазаптарын үҙ елкәһендә татып, илем һәм Еңеү өсөн тип, иртә бала саҡтан тормош арбаһына егелгән, әсе тир-тамсылары менән Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән көслө быуын. Уларҙың тормош юлы – илебеҙ тарихы, тотош халҡыбыҙҙың данлы үткәнен яҡтыртыусы йәнле йылъяҙма. Тик оло яуҙа дошман менән алышып ергә еңеү таңын ҡабыҙған батырҙар кеүек үк, иңдәренә оло бурыстар йөкмәгән 28-селәрҙең дә сафтары йылдан-йыл һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара.

Тап ана шул, ил йөгөн иңдәренә йөкмәп, ҡара икмәк ашап үҫкән ныҡлы быуындан булған Сапыҡ ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны, “Әсәлек даны” ордены эйәһе Хөмәйрә Хөсәйенова ла:

- Аслыҡ менән көрәшеп бергә бәпкә үлән йыйған, әсәйҙәргә ярҙам йөҙөнән баҫыу-ҡырҙа тубыҡтан балсыҡ йырған тиҫтерҙәр күптән инде баҡыйлыҡҡа күсеп бөттө. Бабайым менән бергәләп бирешмәй килә инек әле, үткән йылда ул да ҡалдырып китте, бергә йәшәүгә 72 йыл булырға 24 көн генә тулманы, - ти ауыр көрһөнөп.


“Һуғыш тиҙ өлкәнәйтте”
Был яҙҙың 18 апрелендә 91 йәшен туйлаған Хөмәйрә Сөнғәтулла ҡыҙы ошо ауылда алты балалы ғаиләлә дүртенсе булып донъяға килгән.

- Фашист илбаҫарҙары беҙгә ябырылғанда миңә 13 йәш ине, әммә бала ғына булһаҡ та, һуғыштың ни ҡәҙәр ҡан ҡойошло, ҡот осҡос икәнен аңланыҡ. Былай ҙа икмәккә туймай инек, һуғыш башланғас хәлдәр тағы ла хөртәйҙе, һуғыш беҙҙе тиҙ өлкәнәйтте, яңы бурыстар өҫтәлде, - тип хәтер йомғағын һүтте ул. - Йәйгеһен ярай ҙа йыуа, бәпкә, ҡаҡыһы, еләк-емеше менән тамаҡ алдана, һыуыҡ ҡыштарын икеләтә ауыр. Иң өлкән ағайыбыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалды, атайыбыҙ һуғыш ваҡытында Стәрлелә хәрби заводта эшләне. Әсәйем Сәлимә Лотфулла ҡыҙы шул яҡҡа ылау менән 8 тапҡыр призывниктарҙы, йәғни һуғышҡа китеүсе йәштәрҙе алып барҙы, Стәрлегә инеп атайымды күреп сығайым тип һуғылһа, тире лә һөйәк кенә ҡалған, бите асҡа шешенгән тип ҡото осоп ҡайтты. Артабан барғанында беҙҙең ауыҙҙан өҙөп, арыш күмәсе бешереп алып китә торған булды, үҙе ашамаһа ашаманы, әммә атайыбыҙҙы кеше итеп алды.

Илгә килгән уртаҡ ҡайғы бөтәһен берләштергән, күрәһең, бәләкәстән ауылдаштарымдың, өлкән апай-инәйҙәрҙең бер ғаилә кеүек йәшәүе иҫтә. Һуғышта үлгән ағай-абзыйҙарҙың күлдәктәрен һүтеп беҙгә яңыса күлдәк тегеп кейҙерә торғайнылар, мәктәпкә лә шул кейем. Дүрт класты Сапыҡ мәктәбендә уҡыным, киләсәктә комсомолға инергә өгөтләгәндәре яҡшы хәтерҙә. Тәртип ҡаты ине. Урамда бер ҡыҙҙың һүгенеүен ишетеп ҡалып ҙур йыйылыш үткәрҙеләр, тиҫтерҙәр, уҡытыусылар алдында “хөкөмгә тарттырылғандан” һуң кем тағы ла насар һүҙҙәрҙе теленә алырға йөрьәт итһен инде? Яҙлы-көҙлө өлкәндәр менән бер рәттән колхоз баҫыуынан ҡайтып инеш булманы. Өҫтөбөҙҙә алам-һалам булһа ла, уҡыуға теләк көслө ине, әммә елдәр ҡаршы иҫеп тик торҙо... – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты әңгәмәсебеҙ.

Сапыҡ башланғыс мәктәбен тамамлағас, уҡыуҙарын дауам итеү теләге менән Әпсәләмгә (Сәйетҡол) баралар. Тик унда детдом балаларын уҡырға килтереп тултырған булалар. “Детдом” һүҙен ишетеү менән ҡойолоп төшкән ул осорҙа ни, ҡыҙҙар ҙа ҡурҡышып өйҙәренә ҡайта. 45-се йылда Хөмәйрә йәнә уҡырға ынтылып ҡарай – Санъяп мәктәбендә белем алыр өсөн атаһының һылыуы Бәхерлехая инәйенә туҡтала. Әммә хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, туғанының балаһы тиф менән ҡаты ауырыған сағына тап була, ҡатыҡ ашағы килә тип үтенес белдергән туғандарына белдекле, хәстәрлекле ҡыҙ ярҙам итмәйенсә булдыра аламы һуң инде! Ҡатыҡ алып килергә вәғәҙәләп кире Сапыҡҡа елдерә, тик тыуған йортона ҡайтып инеү менән үҙе лә тиф менән сәсрәп ауырып китә.


Уҡымышлы, аҫыл заттан
Уҡыуын дауам итә алмауына күңелендә юҡҡа ғына үкенеү тойғоһо һыҙылып ҡалмаған. Хөмәйрә Сөнғәтулла ҡыҙы үҙе белемле, аҫыл заттан. Уның ҡартаһы (үҙе әйткәнсә, ҡартатаһы) Ғәлләм Ибраһимов заманына күрә абруйлы, уҡымышлы, киң ҡарашлы кеше булған. 30 ауылдан кешеләрҙе, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йыйып уҡытҡан. Алдан күрә белеүсе, үтә зирәк ҡарт илдәге боролоштарҙың да ыңғай һәм кире яҡтарын аҡыл бизмәненә һалып үлсәп дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә һәләтле булған. Большевиктар тарафынан арҡан менән манараһын йығып иман йорто боҙғас (әлеге клуб урынында), хәллерәк кешеләрҙе кулак тип атап һөргөнгә оҙата башланғас, Ғәлләм мулла ауылдаштарын, тирә-яҡты йыйып: “Ҡаршы килмәгеҙ, колхозға малығыҙҙы биреүҙе талап итһәләр, йәлләмәгеҙ!” – тип кәңәш иткән. Шулай итеп, күптәрҙе ҡулға алыныуҙан ҡотҡарып, үҙе лә кулак мөһөрөнән ҡотолоп ҡалған. Хөрмәтле яҡташыбыҙ, күренекле әҙибә Зәйнәб Биишева һөйөклө ҡартаһының, йәғни Ғәлләм Ибраһимовтың бер туған һылыуының ҡыҙы була. “Зәйнәб апайымдың ағаһының улдары – Әкрәм, Фоат, Әсхәт, Әкрәмдең кесе һылыуы һеҙ яҡшы белгән ҡәләм оҫтаһы Ләлә Биишева. Ләләнең атаһы – Ғибәҙулла көслө уҡытыусы, зыялы булды. Шул Ғибәҙулла ағайым ата-әсәйемә, уҡыуға зирәк ине Хөмәйрәгеҙ, уҡытырға тырышманығыҙ тип, үкенесен белдергәйне, - тип, үҙенең данлы ырыуҙан булғанына ҙур ғорурлыҡ хистәрен кисергәнен белдерҙе мәҡәләбеҙ геройы.


Намыҫлы хеҙмәт юлдарын парлап үткәндәр
Бәләкәстән нужа күреп үҫкән ҡыҙҙар-егеттәр үҙаллы тормошҡа ла күпкә иртәрәк өлгөргән. Икенсе яртыһы – Әхмәт Сәфиулла улы менән улар бик йәшләй генә, 1946 йылдың 10 июнендә ҡауышҡандар. Әйткәндәй, былтыр 16 майҙа донъя ҡуйған тормош юлдашы, ғүмер буйы һәр яҡлап терәк-таянысы булған ғәзиз кешеһе менән улар бер үк йылда (икеһе лә 28-селәр), бер үк көндә – 18 апрелдә донъяға килгәндәр, бәлки, шуғалыр ҙа ғүмер баҡый икеһенең дә уй-фекерҙәре, ҡараштары бер булып татыу тормош юлын үткән улар.

- Нуҡай ауылына ЗАГС-ҡа барһаҡ, һеҙгә бит 17 генә, йәшегеҙ тулмаған әле тип, кире бороп ҡайтарҙылар. Тәүге балабыҙ Фәйрүзәгә йөккә уҙғас ҡына, 1948 йылда яҙылышып ҡуйҙыҡ. Сабыйыбыҙға 6 ай тулғанда Әхмәтте армияға алдылар. Порт-Артурҙа 4 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡанын һағынып көтөп алдыҡ, - тип иҫләне йәшлек яҙҙарын Хөмәйрә инәй.

Ҡайҙа инде ул заманда бәпәй ҡосаҡлап өй һаҡлау! Дөрөҫ, ҡәйнә-ҡайны менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгәс өлкәндәр сабыйҙарға күҙ-ҡолаҡ, ныҡлы терәк булып торалар. Кейәүгә сыҡҡансы уҡ колхозда бил нығытҡан әрһеҙ ҡыҙҙы һуғыштан һуң ауыл советына депутат итеп һайлайҙар, иптәше әрмелә саҡта сельпоға тикшереү комиссияһының ағзаһы итеп ҡуялар. Сауҙа нөктәләренә ревизия яһауына бәйле башынан кискән хәлде һөйләп көлдөрөп тә алды ул: “Ҡаран ауылы магазинына ревизия эшләгәндә бер йәшник лампасый, йәғни тышһыҙ кәнфит, етмәгәнлеге асыҡланды. Һатыусы оло кеше ине, өлкән кешене нисек рисуай итәһең? Күрәһең, ғүмер күрмәгәнде бер туйғансы һыйланайым тип йәшереп ҡуйғандыр. Йәшникте бүлешеп алырға килештек. Мин иһә лампасыйҙан бабайым ҡайтыуына бал ҡойоп ултырттым. Закон яғында булып өлкән кешене яуапҡа тарттырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине”...

Һөйөклөһө армиянан ҡайтыу менән трактор бригадаһына бригадирға уҡып ала, “Тигеҙлек” колхозына эшкә сыға. Ә Хөмәйрә был ваҡытта колхозда правление ағзаһы булараҡ, халыҡты эшкә өгөтләү менән генә сикләнмәй, гел үҙе алдан сығып башҡаларға өлгө күрһәтә. “Артта йөрөргә яратманым, - ти ул. – Колхозда ир-аттар менән ярышып бесән сабабыҙ, улар 19 сутый сапһа, беҙҙеке 40 сутый була”. Силәгенә күрә ҡапҡасы – Әхмәте лә хеҙмәт яланында бил бирмәҫ алдынғы колхозсыға әүерелә. “Кешенән артта ҡалып барһам, ниндәй хужа булам инде мин?” – тип уйларға ғәҙәтләнгән егәрле эшсән һәр таңда 6-нан эшкә йүгерә. Оҫта етәксе, ойоштороусыға Хоҙай агрономлыҡ һәләтен дә йәлләмәгән булып сыға. Ниндәй ергә нимә сәсһәң матурыраҡ уңа, мулыраҡ уңыш бирә – ул үҙе белеп эш итә, эшкә сәмләнеп тотонғанға күрә лә уларҙың бригадаһы һәр саҡ алдынғылар рәтенән төшмәй.

Хөмәйрә Сөнғәтулла ҡыҙына бер нисә йыл һауынсы, артабан хисапсы (халыҡ телендә – учетчик) булып эшләргә лә, йәй һайын сөгөлдөр баҫыуында “ҡыҙынырға”, дүрт йыл ат егеп өс ауылға икмәк ташырға ла тура килә, ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ҡайҙа йәнен аямай тырыша ул. Уның намыҫлы хеҙмәте хаҡында “За доблестный труд в ВОВ” миҙалы, бихисап Маҡтау грамоталары һөйләй.

Үҙе бөтәһе 34 йыл, тормош юлдашы 44 йыл дөйөм хеҙмәт стажы менән лайыҡлы рәүештә хаҡлы ялға сығалар.

- Шөкөр, ябай хеҙмәт кешеләренә ихтирам-хөрмәт булды, артығы беҙгә кәрәкмәне лә. Бабайым менән бергә ударниктар слетынан һис ҡалманыҡ, санаторийҙа ял итеп, һаулыҡты нығытыу бәхете лә тейҙе. Балалар бәләкәстән бер-береһенә терәк булырға өйрәнеп үҫте. Бабайым баҡыйлыҡҡа күскәс, Иҫәнғолдағы ҡыҙым үҙенә күсереп алғайны, оҙаҡҡа сыҙаманым, ғүмер иткән өйөмә ҡайттым. Ошонда ғүмер иттек, утты-һыуҙы кистек, сит ерҙәргә ҡартлыҡта нисек өйрәнмәк кәрәк? – ти сал сәсле ветеран.


Балалары – рухи терәге

Алты балаһы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беренсеһе - Фәйрүзә бик иртә яҡты донъяларҙан китә) - Йомағужа ауылында йәшәүсе Әлфиә, эргәләге Миңзәлә, Мәҡсүт ауылындағы Резеда, Иҫәнғолдағы Гөлсәсәк ҡыҙҙары хәҙер изгелекле әсә өсөн ныҡлы терәк булып тора. Себерҙә йәшәүсе Әхтәм, Өфө ҡалаһында ғүмер итеүсе Әкрәм улдары (ул “Аҡбуҙат” ипподромында баш зоотехник булып эшләй, аттарҙы ярышҡа әҙерләүсе һөнәрмән башҡорт тоҡомло аттар өсөн йән ата-авт.) йыш ҡайтып ғәзиз кешеләренең хәлен белешеп китә. Эшсән, намыҫлы ата-әсәнең балалары ла егәрле, Мәҡсүт мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар йәнен аямай эшләүсе, һәләтле Резеда Ҡотлобаева ғына ла быға асыҡ миҫал.

- Ҡыҙҙарым-улдарым, 19 ейән-ейәнсәрем һәм 22 бүлә-бүләсәрем иҫән-һау булһын, беҙ күргән һуғыш михнәттәрен уларға, халҡыбыҙға татырға насип итмәһен, - ти хәстәрлекле өләсәй.

Эйе, ауыр заманда ил йөгөн иңдәренә йөкмәгән 28-селәр - Хөмәйрә Хөсәйенова кеүек “Бөтә нәмә фронт өсөн, бөтә нәмә Еңеү өсөн!” лозунгыһы аҫтында бил бөгөүсе тыл эшсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте фронтта дошманды ҡыйратыусы һалдаттарҙың көрәшенә тиң, ә өлгөлө тормош юлдары йәш быуынға был донъя күгендә йәшнәп-күкрәп йәшәр өсөн яҡты маяҡ итеп алырлыҡ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор һәм ғаилә архивынан алынған фотолар.
Читайте нас: