Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2019, 13:08

Еңеүсе исеменә улар икеләтә лайыҡ!

Мораҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ, һуғыш ветераны Ғибәт Ишкинин да оҫта уҡсы булараҡ ил сиктәренең тотороҡлоғон хәстәрләүе менән Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереп, Японияның Отодзо Ямады генералы етәкселегендәге армия көстәренең ни ҡәҙәр ҡот осҡос булыуын үҙ елкәһендә татыған яугир.

Белеүегеҙсә, фашист илбаҫарҙары илебеҙгә яу асҡанда, беҙҙең ил һәм Япония империяһы араһында ла мөнәсәбәттәр көсөргәнешле ҡала. Был осорға япондарҙың 1904-1905 йылдарҙағы һуғыштан һуң урыҫтарға ҡарата үс-асыуы һаҡланып килә, 30-сы йылдарҙың икенсе яртыһында “һалҡын һуғыш” осҡоно йәнә тоҡана. 1940 йылдың 1 июлендә илебеҙ сиктәренең именлеген Япония армияһынан һаҡлау маҡсатында Алыҫ Көнсығыш фронттының төҙөлөүе фәҡәт ике көслө ил араһында хәлдәрҙең тотороҡло булмауы тураһында һөйләй. Тарихта, рәсми документтарҙа Совет-япон һуғышы 45-тең 8 авгусында, Америка тарафынан Хиросима менән Нагасакиға атом бомбалары төшөргәндән һуң, башланып, 5 сентябрҙә тамамлана тиелһә лә, һалдаттарыбыҙ ил сиктәрен 50-55-селәргә тиклем һаҡлай, тимәк, һуғыш хәүефе шул осорға ҡәҙәр дауам иткән.

Мораҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ, һуғыш ветераны Ғибәт Ишкинин да оҫта уҡсы булараҡ ил сиктәренең тотороҡлоғон хәстәрләүе менән Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индереп, Японияның Отодзо Ямады генералы етәкселегендәге армия көстәренең ни ҡәҙәр ҡот осҡос булыуын үҙ елкәһендә татыған яугир.

Ул 1926 йылдың 15 авгусында Йомағужа районы Наҙарғол ауылында тыуған. Дүрт класс белем алған үҫмергә башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк ул замандың бар ауырлығын, аслыҡ-яланғаслыҡ михнәтен, илебеҙҙәге боролош, үҙгәрештәрҙе иңдәрендә күтәрергә, хеҙмәттә сынығырға, бик иртә ир-егет ҡорона инергә тура килә. 1943 йылдың ноябрендә армия сафына алынғанда уға 17 йәш була. Беренсе хәрби әҙерлекте Анак өйәҙендә 73960 – сы хәрби часта 991–се ауыр танк ротаһы полкында үтә, артабан 74966–сы хәрби часта 1950 йылға тиклем танк ротаһында уҡсы булып хеҙмәт итә.

7 йыл хеҙмәт осорон быйыл 93-төң үксәһенә баҫырға торған Ғибәт Ибәт улы тик бер һөйләм менән генә тасуирлай: “ 1945 йылда беҙҙең 991-се полктың танк ротаһы Япония менән һуғышҡа инде, ундағы ҡан ҡойошто киләсәк быуынға күрергә яҙмаһын”. Ни өсөн ҡанлы һуғышты иҫкә алғыһы килмәгәне шәхсән үҙемә аңлашыла, сөнки илебеҙ сиктәрен Япония яғынан һаҡлаған мәрхүм олатайымдың һуғыш хәтирәләрен уҡырға тура килгәйне. “Фашизм менән көрәшкән һалдаттарҙы был ҡәҙәр асҡа интектермәйҙәрҙер, төн йоҡоһоҙ, япон самурайҙары ҡасан бысаҡ килтереп ҡаҙар икән тип ҡыл өҫтөндә йөрөгәнсе, оло яуҙа батырҙарса һәләк булыуың мең тапҡыр яҡшыраҡтыр”тигән юлдары йөрәктә мәңгелеккә әрнеү-һағыш ҡалдырҙы. Оҫта уҡсыға ла самурайҙар менән күҙмә-күҙ осрашып, бысаҡ менән алышырға ла, аҙаҡ тыныс тормошта Берлинға етмәгәс һеҙ ниндәй герой, ниндәй еңеүсе тип ҡайһы берәүҙәрҙең мыҫҡыллы ҡараш ташлауын да тойорға тура килгәндер, кем белә?.. Әммә сың-сың иткән миҙалдар араһында “Японияны еңгән өсөн” миҙалы ҡарт яугир өсөн иң ҡәҙерле, иң юғары награда, сөнки миллион ҡорбандар хаҡына ете йыл буйы ил сиктәрен намыҫ менән һаҡлаған, үҙ миҫалында совет һалдатының ҡаҡшамаҫ рухлы булыуын иҫбатлаған өсөн бирелгән ул.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандың яҡын туғандары, йәшлек йәре, беренсе никахтан тыуған улы-ҡыҙы ла күптән инде гүр эйәһе булған. Түләбай ауылында тормош йөгөн бергә тартҡан әбекәйе мәрхүм булғас, ейәне һәм килене менән район үҙәгенә килеп төпләнгән. Зөлфиә менән Руслан Ишмөхәмәтовтар хәҙер сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған сал сәсле ветерандың берҙән-бер терәк-таянысы. Уларҙың бергә-бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 16 йыл булған. Хәстәрлекле ҡулдар, йөрәк наҙы, тәмле һурпа, имен күк йөҙө... – утты-һыуҙы кискән ил батырына ошонан башҡа хәҙер бер ни кәрәк түгел. Ғүмер көҙҙәрендә шул бүләктән айырмаһын уны Хоҙай!

Гөлшат ВӘЛИЕВА .
Читайте нас: