Типһә тимер өҙөрҙәй саҡтары Совет осорона тура килгән кешеләрҙең ҡайһыһын ғына алһаң да, ғүмерҙәре фиҙәҡәр хеҙмәттә үткән. Ул саҡта эшһеҙ ятыу һәм, әлбиттә, эшһеҙлек, эш юҡ, тигән төшөнсәләр бөтөнләй булманы шул. Һәр кем теге йәки был һөнәр алғандан һуң, йәшләй генә эшкә егелде... Бер генә миҫал - Волостновка ауылында ғүмер иткән Венера Әхмәт ҡыҙы менән Фирәит Абдулла улының икеһенең стажын бергә ҡушһаң, 78 (!) йыл була.
Беҙҙең ижади төркөмдө алсаҡлығы, ихласлығы менән арбаған Венера апай Ишкилдина Ураҡай ауылында тыуып үҫкән. Булыр бала биләүҙән, тиҙәр бит, кесе йәштән отҡорлоғо менән хайран ҡалдырған ҡыҙының уҡыуға булған ынтылышын кире һүрмәй әсәһе һәм 6 йәштән үк мәктәпкә алып бара. Остоҡай ғынамын тип тормай ҡыҙ, яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, кластан тыш сараларҙа класс етәксеһенең уҡ ҡулына әйләнә. Уның ойоштороу һәләтен остаздары ла юғары баһалай, шуға ла һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, улар ҙа, әсәһе лә уға уҡытыусы булырға кәңәш итә.
Салауат педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Әлимғол (Кәкүк) ауылында эш башлағанда йәш уҡытыусыға ни бары 18 генә йәш була. Йәшлек – йәшлек инде, күңел ҡанатланған мәл, ерҙән атлап түгел, осоп ҡына тигәндәй йөрөгән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уҡыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә ихтирамын яулап өлгөргән һылыуҡайҙы ошо ауыл егете Фирәит ағай Бикбов күрмәй ҡалмай, әлбиттә. Егет үҙе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел: Мораҡ һөнәрселек училищеһында тракторсы-шофер һөнәрен үҙләштереп һәм армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, ярайһы уҡ донъя күргән, аяғында ныҡ баҫып тора. Тәүәккәллеге лә етәрлек була: оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай хистәрен асып һала.
1972 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй улар... Ғаиләләренә йәм, ҡот өҫтәп, бер-бер артлы өс балалары тыуа. Балалар баҡсаһы, мәктәбе, бына тигән ике ҡатлы клубы булған Волостновкаға килеп төпләнеүҙәренең дә төп сәбәбе – тап балаларын ҡайғыртыуҙан килеп сыға ла инде. Был ауыл заманында район үҙәктәренән ҡалышмай тип әйтерлек, ни тиһәң дә миллионер колхоз була шул ул!
Ниндәй генә “тимер ат”ҡа ултырырға тура килмәһен – бензовоз булһынмы, янғын һүндереү йәки газ ташыусы йөк машинаһы, трактор булһынмы - Фирәит ағай үҙ эшен яратып башҡара һәм бер ҡасан да эшенең ауырлығына зарланмай. Күп тапҡырҙар коммунистик хеҙмәт алдынғыһы исеменә лә лайыҡ була 42 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны. Әйткәндәй, Венера апай ҙа хеҙмәт стажы буйынса унан саҡ ҡына ҡалыша.
Өйҙөң күрке ҡатын-ҡыҙ, донъя йәме ир-егет ҡулында
Тәү ҡарашҡа өҫкә ауып барған затлы-затлы йыһаздар менән тултырылмаһа ла, күңелгә нур яҡҡан, айырым бер йәме менән йәнгә үтеп ингән йорттарҙы, ғәҙәттә, ҡотло нигеҙ, тиҙәр. Тап бына шундай тип әйтер инек Венера апай менән Фирәит ағайҙың донъяларын. Гөл-сәскәләргә, ҡояш нурҙарына күмелгән өйҙәре, төҙөк кәртә-ҡуралары, бөхтә итеп йыйыштырылған ихаталары – барыһы ла хужаларҙың бар күңелен һалып донъя көтөүҙәре хаҡында һөйләй.
Ниндәй генә сәскәләр, гөлдәр биҙәмәй уларҙың тәҙрә төптәрен. Ғөмүмән, матурлыҡҡа ғашиҡ был пар: Фирәит ағай элегерәк ҡойоп ҡуйған мунса буралары бураһа, хәҙер йәшелсә-емеш ағастары үҫтереү менән мәшғүл, уларҙы ул бала тәрбиәләгәндәй ҡарай, баҡсаһындағы бөхтәлеккә иң уңған баҡсасылар ҙа көнләшерлек; Венера апайҙы иһә тирә-йүндә шәл оҫтаһы тип таныйҙар. Бейеүсе бейей-бейей оҫтарғандай, ғүмере буйы ҡулынан энә-ебен ташламағас, шәлдән тыш, ултырғыс, диван япмаларын да күҙҙең алырлыҡ итеп бәйләү оҫталығына ирешкән. Был оҫталығы айырыуса 90-сы йылдарҙа – магазин кәштәләре буш, эш хаҡтары түләнмәгән ваҡытта ярап ҡала, башҡалар ҡайҙан нимә табырға тип аптырашҡанда, Венера апайҙың ул-ҡыҙҙары әсәләре бәйләгән, теккән кейемде кейеп үҫә.
- Ҡул эшен элек кәрәк тип эшләһәм, хәҙер инде күңел ҡушыуы буйынса тотонам. Бәйләү-тегеү ҡанға һеңгән. Атайым 33 йәшендә генә вафат булғас, әсәйем Ғилмикамал беҙҙе яңғыҙ үҫтерҙе. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине мәрхүмәнең, колхоз эшенән бушаған ваҡыттарында мейес тә сығарҙы, бар ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына күлдәктәр текте. Беҙҙе лә бер ҡасан да эшһеҙ ултыртманы, кеше эшләгәндән үлмәй ул, өйрәнгәнегеҙ минең өсөн булһа, эшләгәнегеҙ минең өсөн тип, һәр ваҡыт нимә менән булһа ла мәшғүл булыуыбыҙҙы талап итте. Уға шул тиклем рәхмәтлемен: аҙаҡ ҡайһы ғына эшкә тотонһаҡ та, быны белмәйбеҙ, эшләй алмайбыҙ, тип торманыҡ. Ғөмүмән, уҡытыусы булараҡ шуны әйтер инем: иң яҡшы тәрбиә – ул хеҙмәт тәрбиәһе. Яҙмыш кешене ниндәй генә юлдар буйлап йөрөтмәй, эш мәнен белеп үҫкән бала бер ҡасан да юғалып ҡалмай!
Ысынлап та, хаҡлы ялдағы уҡытыусының һүҙҙәрен тормош үҙе иҫбатлай: кеше ни тиклем күберәк һөнәрҙе үҙләштерә – ул тормошта үҙен шул тиклем нығыраҡ ышаныслы тоя.
Әйткәндәй, Ғилмикамал инәйҙең тегеүгә булған маһирлығы ҡыҙына ғына түгел, ейәнсәрҙәренә лә күскән: Венера апай юҡсыллыҡ ваҡытында костюмдарына тиклем үҙе тегеп кейеп ҡыуанһа, ҡыҙҙары – Гөлназ менән Гөлсинәнең теккән әйберҙәре күргәҙмәләр түрен яуларлыҡ булыуы менән хайран ҡалдыра.
Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ. Фирәит ағай менән Венера апайҙың миҫалында ла быны асыҡ күрәбеҙ: ул-ҡыҙҙарын бар эшкә өйрәтеп, тормоштоң ниндәй генә осраҡтарында ла юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп үҫтергән улар.
Тәүәкән ауылында төпләнгән улдары Азат әсәһе һымаҡ уҡ уҡытыусылыҡ юлын һайлаған - информатика менән физиканан уҡыта, тормош иптәше Гүзәл менән өс бала үҫтерә.
Ҡыҙҙары - ағаһы һымаҡ уҡ Тәүәкән ауылында йәшәгән Гөлсинәләре лә уҡытыусы, башланғыс класс балаларына белем бирә, тормош иптәше Ришат менән ике балаға ғүмер биргән. Гөлназдары иһә Өфө ҡалаһында йәшәй. Телевизор ҡарағандар, социаль селтәрҙәрҙә ултырғандар иҫләйҙер: апрель башында “Мисс Рәсәй - 2019” конкурсында Эльвира Ҡарамышева исемле һылыуҡай республикабыҙ данын яҡлап сығыш яһаны һәм 50 конкурсант араһынан 13-сө урынға сығып, Рәсәйҙең иң һылыу 20 ҡыҙы исемлегенә инде. Уны телгә алыуыбыҙ юҡҡа түгел: шундай ҙур бәйгеләрҙә ҡатнашырға йөрьәт итеп, илебеҙҙең баш ҡалаһына япа-яңғыҙ юлланған һәм лайыҡлы сығыш яһаған ҡыҙ Бикбовтарҙың ейәнсәре – Гөлназ ҡыҙҙарының ҡыҙы ул! Был тәүәккәл һылыуҡайҙың эшләп тә, юғары белем алып та йөрөүе үҙе үк һоҡландыра.
- Уның Мәскәүгә киткәнен белмәй ҙә ҡалдыҡ. Бәләкәйҙән ҡара тырыш булды, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшмәй ҡалмай. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә юлдары уң булһын, тибеҙ. Балаңдың балаһы балдан татлыраҡ була бит, алты ейән-ейәнсәребеҙ инде иң ҙур байлығыбыҙ, - ти Фирәит ағай.
Бер кемгә лә сер түгел: хәҙерге заманда ауылдарҙа эш юҡ, эш булған хәлдә лә эш хаҡына йәки пенсия аҡсаһына ғына ҡарап тороп донъя көтөүе бик еңелдән түгел. Шуға ла ололарҙың “аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай” тигәне ирекһеҙҙән иҫкә төшә. Элегерәк бал ҡорто тотҡан Фирәит ағай аллергия башланғас, “баллы” шөғөлөн ташларға мәжбүр булған. Хәҙер инде ул бар иғтибарын кәртәһендә торған малға йүнәлтә. “Мал да бит тере йән эйәһе, хәстәрлек күрһәтмәһәң, мандымай”, - ти ул.
Венера апай иһә йыл һайын инкубатор ярҙамында ҡаҙ бәпкәләре сығарыуҙы үҙ иткән. Лампа аҫтына һалынған йомортҡаларҙы көнө-төнө әйләндереп, температураны тейешле кимәлдә тотоу, аҙаҡ инде моронлап сыҡҡан бәпембәләй һары бәпкәләрҙе үҫтереп алыу үтә мәшәҡәтле булһа ла, һис йыбанмай, йыл да йәнә был эшенә тотона.
Мал, ҡош-ҡорт тотоу – тормошҡа ижади ҡарашлы Венера апай менән Фирәит ағайҙың күп төрлө шөғөлдәренең тик бер яғы ғына... Асылда уларҙың күп ҡырлы ҡыҙыҡһыныуҙары, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙары – үҙе үк күптәргә өлгө булырлыҡ. Юҡҡа-барға сәбәләнмәй, үҙ тырышлыҡтары менән донъя көтөп, барыһына ла кеселекле, кешелекле булған пар ауылдаштары алдында ла ҙур абруй ҡаҙанған. Асыҡ йөҙө, ихлас күңеле менән арбай улар олоһон да, кесеһен дә. Юҡҡа ғына боронғолар “татлынан татлы – яҡшы һүҙ, затлынан затлы – яҡты йөҙ” тимәгән бит.