Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2019, 12:24

45-тең яҙ башына йырағайһа ла ара, Кәмемәй Еңеү ҡәҙере, кәмемәй, арта бара!

Илебеҙгә ҡот осҡос юғалтыуҙар алып килгән һуғыш тамамланып, Еңеү таңы атҡанға ла нисәмә йылдар уҙҙы. Тормош шулай ҡоролған – был шатлыҡлы ла, һағышлы ла көндө яҡынайтыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан ветерандар сафы ярайһы уҡ һирәгәйҙе, районда иһә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Ялсы ауыл биләмәһенән өс йөҙләгән кеше, шул иҫәптән Хоҙайбирҙин ауылының 90 ир уҙаманы дауыллы йылдарҙа иле өсөн ҡалҡан булып ҡалҡҡан, уларҙың 64-тән ашыуы мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалған. Ут эсенән иҫән ҡалып, тыуған тупраҡҡа ҡайтанан аяҡ баҫҡандарының иһә бөгөнгө көндә тик берәүһе генә иҫән... Хоҙайбирҙин ауылында ғүмер иткән Әмиров Зәки Рәсүл улын район халҡы яҡшы белә.

Илебеҙгә ҡот осҡос юғалтыуҙар алып килгән һуғыш тамамланып, Еңеү таңы атҡанға ла нисәмә йылдар уҙҙы. Тормош шулай ҡоролған – был шатлыҡлы ла, һағышлы ла көндө яҡынайтыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан ветерандар сафы ярайһы уҡ һирәгәйҙе, районда иһә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Ялсы ауыл биләмәһенән өс йөҙләгән кеше, шул иҫәптән Хоҙайбирҙин ауылының 90 ир уҙаманы дауыллы йылдарҙа иле өсөн ҡалҡан булып ҡалҡҡан, уларҙың 64-тән ашыуы мәңгелеккә яу яландарында ятып ҡалған. Ут эсенән иҫән ҡалып, тыуған тупраҡҡа ҡайтанан аяҡ баҫҡандарының иһә бөгөнгө көндә тик берәүһе генә иҫән...

Хоҙайбирҙин ауылында ғүмер иткән Әмиров Зәки Рәсүл улын район халҡы яҡшы белә. Быйыл 94 йәшен тултырған һуғыш һәм педагогик хеҙмәт ветераны утлы йылдар хәтирәләрен әле булһа йөрәк түрендә һаҡлай.

Уның ата-әсәһе - 12 бала тәрбиәләп үҫтергән Ғәмбәр инәй менән Рәсүл бабай Бөйөк Ватан һуғышына өрлөктәй биш улын оҙата. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауыр – йәндәй күргән уландарының ут эсенә инеүҙәрен һәм иҫән ҡайтыуҙарының икеле икәнлеген яҡшы аңлаған ата-әсәнең йөрәге нисек түҙгәндер, был хаҡта уйлауы ла ауыр... Биш улдың икәүһе – Ғәли менән Сәлих мәңгелеккә сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала, өсәүһе – Ҡасим, Яҡуп һәм Зәки, ата-әсәһенең бәхетенә күрә, тыуған йорт тупһаһын ҡабаттан аша атлап үтә.

Зәки Рәсүл улы дүрт ағаһы артынан һуғышҡа 1943 йылда юллана. Уғаса ул Йомағужа МТС-ында тракторсылар курсын тамамлап, колхозда тракторсы булып эшләп өлгөрә.

Әстрхандағы 2-се пехота училищеһында һуғыш нескәлектәрен бер аҙ өйрәткәс, йәш һалдаттарҙы май айында Мәскәү өлкәһенең Яхрома ҡалаһына оҙаталар. Унда 18-се гвардия десанты бригадаһы төҙөлә. Улар аэростаттан һәм Американың “Дуглас” самолеттарынан һикереү күнекмәләре үтә. Фронтҡа ебәрерҙән алда 18,19, 20-се һауа бригадаларын берләштереп, 98-се уҡсылар дивизияһы составына индерәләр.

Май айында дивизияны эшелонға тейәлеп, фронтҡа оҙаталар. Юлға сығыр алдынан Хоҙайбирҙин ауылы егете малярия менән ауырый, ныҡлы һауығып етмәһә лә ныҡышып, иптәштәренән тороп ҡалмай.

“Свирь йылғаһына яҡын ерҙә эшелондарҙан төшкәс, Ясная Полянаға килеп сыҡтыҡ. Йылғаны аша сығыу өсөн ағастан кәмәләр, кәшмәктәр эшләргә тура килде. Немец артиллерияһы туҡтауһыҙ ут асып яфаланы. Баҡтиһәң, совет хәрбиҙәренең формаһын кейеп алған немец разведкаһы беҙҙе күҙәтеп, координаталарыбыҙҙы биреп, снаряд яуҙыртҡандар икән.

18-20 июндәрҙә төнгә ҡарай беҙҙең яҡтан көслө артподготовка башланды. Ниһайәт, кәмәләргә тейәлергә тигән бойороҡ яңғыраны һәм беҙҙең рота йылғаны аша сыға башланы...”, - тип хәтер ебен тағата ете тиҫтә йылдан ашыу булған ваҡиғаларҙы кисә генә булғандай хәтерендә һаҡлаған яугир.

Утлы юлдарҙы байтаҡ тапарға, Карелия фронтындағы, Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнашырға, күпме яуҙаш дуҫтарының һәләк булыуына, ғәрип булып ҡалыуына шаһит булырға тура килә уға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дошман уты уның үҙен дә урап уҙмай, 1944 йылда Карелия фронтындағы ҡаты алыштарҙың береһендә аяғына снаряд ярсығы килеп ҡаҙала.

“Ул ваҡытта мин рота командиры Чижовтың связнойы инем, мин дә, яҡташым Сәлих Рәхимов та яраландыҡ. Ул үҙ аяғы менән атлап китһә, мине палаткаға һалып алып киттеләр. Подвалдағы ялан госпиталенә алып килгәс, шунда эшләүсе яҡташым – Федоровка районы егете Гришин мине тиҙ арала операция өҫтәленә һалды. 1944 йылдың июль айы ине. Операция яһаһалар ҙа, ярсыҡты ала алманылар. Беҙҙе, һыҙланыуҙарыбыҙ йөҙгә сыҡһа ла, оло сабырлыҡ менән түҙеп ятҡан йөҙәрләгән яралы һалдатты, пароходҡа тейәп, Ладога күле аша Ленинград өлкәһенең Тихвин ҡалаһындағы госпиталгә оҙаттылар. Унда миңә икенсегә операция яһанылар. Аҙаҡ Киров өлкәһенең Слобода ҡалаһы госпиталендә дауаланыуҙы дауам иттем”, - Зәки Рәсүл улы хәтеренә уйылып ҡалғандарҙы артабан дауам итә.

Шулай итеп, һуғышҡа алынғанда баҫҡан урынында ут сәсрәткән 18 йәшлек егет булһа, 1945 йылдың ғинуарында атай йортоноң тупһаһын икенсе төркөм инвалиды булып аша атлай...

Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ул саҡтарҙағы тормоштоң ауырлығын аңлап, төшөнөп етәрлек тә түгел. Әммә шанлы йылдарҙың үҙ ҡағиҙәләре: йәшме һин, ҡартмы, һаумы-аяҡта саҡ баҫып тораһыңмы – оло Еңеү өсөн үҙ-үҙеңде аямаҫҡа тейешһең. Кисәге һалдат та ҡайтып төшөү менән яралы икәнен дә онотоп, ең һыҙғанып эшкә йәбешә. Эш менән бер рәттән уҡыуын да онотмай: Мораҡ педагогия училищеһын, 1956 йылда ситтән тороп уҡытыусылар институтын, 1962 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.

31 йыл педагогик стажға эйә Зәки Рәсүл улы, уның 14 йылы иһә Хоҙайбирҙин урта мәктәбен етәкләүгә бағышлана.

Өлгөлө ғаилә башлығы ла ул – үҙе һымаҡ уҡ ғүмеренең байтаҡ йылдарын мәктәп тормошона бағышлаған ҡатыны Менәүәрә инәй менән бына тигән дүрт ул, ике ҡыҙ үҫтерәләр: үҙҙәренең юлын дауам иткән ҡыҙҙары– Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөткән Вәсилә Әмир ҡыҙы байтаҡ йылдар мәктәптә балаларға белем биргәндән һуң, оҙаҡ ҡына ваҡыт Ш.Хоҙайбирҙин музейын етәкләй, улдары Зәкир төҙөлөш өлкәһендә етәксе вазифаларын атҡара, Хәмзә, Гөлгөнә, Фәрит, Рәйестәре лә хеҙмәттә бәхетен таба.

- Һуғыш ҡот осҡос нәмә ул. Ейән-ейәнсәрҙәргә, бүлә-бүләсәрҙәргә ҡарайым да, уларға бер ваҡытта ла беҙ кисергәнде кисерергә, беҙ күргәнде күрергә яҙмаһын тим. –Илебеҙгә ҡот осҡос афәттәр килтергән һуғыштың бар михнәттәрен үҙ күҙҙәре менән күргән һәм үҙ елкәһендә татыған, һуғыштағы батырлыҡтары һәм тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн II дәрәжә “Ватан һуғышы” орденына, бихисап миҙалдарға лайыҡ булған, Хоҙайбирҙин ауылындағы “Шәжәрә байрамы”нда “Ауылдың иң арҙаҡлы кешеһе” исеменә лайыҡ булған ветерандың киләсәккә булған иң ҙур теләге шул.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Анатолий КАЗАКОВ фотоһы.


Читайте нас: