Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Май 2019, 17:28

Ынтылыш та тәрбиәнән килә

Кешене хеҙмәт биҙәй тигән халыҡ мәҡәлен бик йыш ҡулланғанға күрәме, тапалғаныраҡ та тойолоп китә. Әммә халҡыбыҙҙың тел гәүһәрҙәренең нәҡ ошоноһо күптәребеҙҙең асылына тоғро һымаҡ. Ялсы ауылында йәшәгән Нәйлә апай Йомаева һәм уның ҡыҙы Регина тураһында булыр бөгөнгө һүҙем.

Кешене хеҙмәт биҙәй тигән халыҡ мәҡәлен бик йыш ҡулланғанға күрәме, тапалғаныраҡ та тойолоп китә. Әммә халҡыбыҙҙың тел гәүһәрҙәренең нәҡ ошоноһо күптәребеҙҙең асылына тоғро һымаҡ.

Ялсы ауылында йәшәгән Нәйлә апай Йомаева тураһында булыр бөгөнгө һүҙем. Бөтә булмышы менән эшһөйәр, уңған, алтын ҡуллы кеше ул. Әҙ ултырыр – күп һынар тигәндәй, хәбәрсе йомошо менән юлайҡан ғына һуғылғанда ла, уның тормошҡа ғашиҡлығын күреп, дәрт-дарманына хайран ҡалдыҡ.

Нәйлә Солтан ҡыҙы аш-һыуға оҫта. Ул бешергән бәлештәр, ҡоймаҡтар, сәк-сәктәр, бауырһаҡтар, пиццалар, бөйөрөктәр һәр ваҡыт телде йоторлоҡ тәмле була тиҙәр ауылдаштары (хәйер, беҙ үҙебеҙ ҙә инандыҡ). Бар күңелен, йөрәк йылыһын һалып әҙерләгәнгә шулайҙыр.

- Мин һикһәненсе йылдарҙа Үзбәкстанда ла йәшәп, эшләп алдым. Апайымдарға эйәреп сығып киткәйнем, шунда ваҡ-төйәккә оҫтарып ҡайттым. Бер немец апайы ла бар ине унда. Ҡул эшенә ғәләмәт оҫта ине үҙе. Сигеү-тегеүгә маһир булды, картиналар эшләне.

Ә бешеренеү һәр ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан шөғөлөлөр ул. Яҡындарыңды өйҙә бешкән тәмлекәстәр менән һыйлау үҙе бер кинәнес бит. Магазиндан алғансы, ҡамырын баҫа һалып бәлеш һалһаң да, һөткә генә туҡып ҡоймағын ҡойһаң да - дан. Мал аҫрағас, һөт тә, май-ҡаймағы ла, эремсеге лә үҙебеҙҙеке. Шәкәр һибеп кенә ашаһаң да эремсегенә, үҙе бер ризыҡ. Йөҙөм ҡушып та ебәрһәң, ҡунаҡ һыйы була ла ҡуя. Шулай ябай ғына һый-ниғмәттең дә ҡәҙерен белеп, матурлап әҙерләһәң, өҫтәлең йәмләнә, - ти Нәйлә апай.

Уңғандың баҡсаһы ла уңа

Баҡсаһы ла мул уңыш бирә ул апайҙың. Йорт эргәһендәге баҡсаһы әллә ни ҙур майҙанлы булмаһа ла, шул ғына ерҙә әллә күпме йәшелсә-емеш үҫтереп, йыл да күнәк-күнәк уңышын йыя. Татлы болгар боростары ла, помидорҙары ла итләс кенә, ҡабаҡтары, ашҡабаҡтары иһә ҡолас буйы булып етешә. Нәйлә апайҙың саҡ ҡына шәкәр ҡомо һибеп, эҫе мейестә ҡыҙҙырып алған ашҡабаҡтарын да маҡтап-маҡтап һыйлана күрше-күләне.

- Йыл һайын помидор, борос үҫентеләрен ултыртам. Бер ҡасан да һатып алмайым, үҙем өйрәнгән, белгән сорттарҙы ғына һайлайым, орлоҡтарҙы, тупраҡты көҙҙән әҙерләп ҡуям. Еребеҙ уңдырышлы. Тиреҫ менән ашландырып торғас (мал көткәс, уныһы ғына бар), йәшелсәләр гөрләп үҫә. Көҙбайлыҡтан шул салат-ҡабымлыҡтарын ябып, тоҙлап, маринадлап, туңдырып та һаҡлап ҡуябыҙ. Ҡыш буйына етә, хатта артып та ҡала.

Әсәйҙән күреп тун бесәләр

Бөтә яҡтан килгән, бар яҡлап та өлгөр, уңған апайыбыҙ ҡорамалап түшәк-япмалар ҙа эшләй, сәйләндән картиналар ҙа сигә. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Алина менән Регина ла әсәнән күргән- тун бескән тигәндәй, сәйләндән (ынйы бөртөктәренән) картиналар сигә.

Ҡыҙҙарҙың ҡул эштәрен күргәндәр һоҡланыу ғына түгел, хайран ҡалаларҙыр. Энә күҙәүенән саҡ ҡына ҙурыраҡ булған ынйы бөртөктәрен бер рәт кенә итеп теҙеп, төҫтәр буйынса тап килтереп, тотош бер һынлы сәнғәт өлгөһө тыуҙыр сәле! Һүрәттәге бөтә картиналар ҙа сәйләндән эшләнгән.

Нәйлә апай ауыл биләмәһендә, район кимәлендә үткән һәр мәҙәни сарала әүҙем ҡатнаша, үҙе эшләгән бәләкәй мендәрҙәр, түшәк-япмалар, селтәрҙәр, ҡорамаларҙан, бәйләгән ойоҡбаш, бейәләйҙәреннә матур-матур сағыу күргәҙмәләрен ҡуя, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнай.

- Тормош иптәшем Рәфҡәт ағайығыҙ менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларым, шөкөр, уңған. Алина Илеш районында тора, кейәүҙә. Улым Алик ғаиләһе менән Күмертауҙа тора, дальнобойщик. Гел юлда, имен-аман йөрөһөн тип теләп кенә торабыҙ, ә Регинам эргәмдә, - ти Нәйлә апай. Төпсөк ҡыҙыҡай Регина тураһында айырым һөйләрлек. Артабан һүҙ - уның тураһында.

Тәүәкәл ҡыҙ

Сибек кенә ҡыҙыҡайҙың әле ир-егеттәр йөрьәт итмәгән малсылыҡҡа тотоноуына тәүҙә ышанмайыраҡ торһаҡ, шунан бергилке аптыраған булһаҡ, аҙаҡ был хәлдең ысын икәнлегенә инанғас, һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәнек. 25 йәше лә тулмаған гүзәлкәй крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға тәүәкәлләп, 11 баш мал үрсетеп ебәргән.

- Мәктәпте бөткәс, үҙемде эске эштәр министрлығы өлкәһендә күреп хыялланғас, шул йүнәлештә уҡырға барырға булдым. Бөтә фәндәрҙән дә имтихандарҙы уңышлы бирһәм дә, физик әҙерлек яғынан үтә алманым. Башҡа уҡыу йортона диплом өсөн генә барғым килмәне, шуға ынтылып та торманым, апайым эргәһенә Себергә эшкә сығып киттем. Унда яҡшы ғына эш тура килде, үҙемә лә оҡшаны, етәкселәр ҙә эшемде яраттылар. Шулай ҙа ауылда әсәйем яңғыҙы ҡалғас, олоғайып та барғас, атайым мәрхүм булғандан һуң, бирешеп тә киткәс, һағынып та бөткәс, гел генә ситтә йөрөп булмаҫ тигәс әсәйем, ҡайтырға булдым. Был эшкә миңә ун һигеҙ йәш тулғанда уҡ нигеҙ һалып ҡуйғайныҡ. Тәүҙә килеп сыҡмайыраҡ торҙо. Эш асыу өсөн дә аҡса кәрәк бит. Әле алтауһы ауыл көтөүендә йөрөй, быҙауҙар өйҙә. Әсәй менән бергәләп ҡарайбыҙ. Көтөү ҡыуырға тиклем бер сәғәт алдан тороп һауабыҙ, һөтөн тапшырып торабыҙ. Әлегә сығым менән килем бер тиң бара. Ваҡ-төйәк өсөн генә артып ҡала. Олоғайған малды алыпһатарҙарға биреп, йәшәртеп торам. – Регина етди эшкә тотонғанлығын яҡшы аңлай, малсылыҡтағы нескәлектәрҙе лә ярайһы уҡ төплө белә.

- Ҡышҡыһын ҡайҙа тотаһығыҙ? Мал ҡарау ауырға төшмәйме?– тип һорайым кәртә-ҡураның әллә ни иркен түгеллегенә, мал аҫтын таҙартыу ҙа үҙе бер эш икәнлегенә ишаралап.

- Ошонда, өйҙә. Малды шул әсәй менән бергә ҡарайбыҙ. Мал аҫтын үҙем таҙартам, әсәй һауа, - тип еңел кеүек кенә итеп һөйләһә лә ҡыҙыҡай, ни тиклем дә ҙур көс талап иткәнлеген белеп торабыҙ.Ваҡытында ашатып, ваҡытында һуғарып, ваҡытында һауып, таҙа ерҙә тотһаң, матурлап баҡһаң ғына мал – мал була. Беҙ барған мәлдә Регина быҙауҙары тоҙ яларға ишек алдына иркенлеккә сығарғайны. Ирегеп уйнаҡлаған безәүкәйҙәргә ҡарап, ошондай мәлдең дә үҙенә күрә илаһи икәнлеген тояһың.

- Яҙғы быҙауҙарға витаминлы ҡатнашмалар ҙа кәрәк. Һөткә махсус аҡбур ҡушып та, ем һалып та бирәбеҙ. Улар ҙа бит тере йән эйәләре, уларҙы ла тейешсә ҡарарға кәрәк. – Ҡара һыуыҡ булып иҫкән елдә оҙаҡ тотмай кәртәгә ҡыуаларға маташһаҡ та, малҡайҙарың инергә ашыҡмай, уйнаҡлап сыға ла китә.

- Икмәк алып сығайым мәллә? Әүрәп инмәҫтәр микән? – тием ҡамауҙан арманһыҙ булып.

- Икмәк бирһәң, эсенә тейә шул.- Ун йәштән ашыуға оло булһам да, мал ҡарауҙың рәт-суратын белмәгәнемә оялып та китәм. Ярҙамға Мөслимә апай килә, буш күнәк алып, дыңғырлатып ебәреүе булды, сабауыллаған быҙауҙарҙы алмаштырып ҡуйҙылармы ни, тынысланып, бер-бер артлы ҡураға инеп тә киттеләр.

- Тиреҫте лә таҙа ғына итеп тотам, теләһә ниндәй ҡый-һай ырғытмайым, ауылда бер ағай серетмә һата, аҡсаһын ғына түләйем дә, үҙе килеп тейәп ала.

Праваға уҡып алырға кәрәк миңә. Үҙем рүлгә ултырһам, күпкә еңелерәк булыр ине. Район үҙәгенә барып килер өсөн дә йә юлайҡан машина эҙләйһең, йә автобусҡа сығаһың, - тип һүҙен дауам итә Регина. – Мал аҙығын да, бесәнде лә һатып алам. Бесән әҙерләргә техникаһы ла, яғыулығы ла кәрәк, кеше яллаһаң, уныһына ла түләргә. Шуға һатып алыу отошло. Алты баш оло малға бер ҙур рулон бесән дүрт көнгә етә, шул сама менән иҫәпләп алдым да, бөтөүенә ҡарап, һатып алып еткереп торам. Бер юлы алырға һаҡларлыҡ урын юҡ. Йыл һайын бер кешенән генә алғас, эҙләнеп йөрөргә түгел.

Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул эшләй, эшләһәң, эш ҡарышмай икән шул. Башлау ғына көс. Оһоллоҡ талап иткән малсылыҡҡа тәүәкәлләп тотонған ҡыҙ баҫҡан ерҙә ут сығарып тормаһа ла, баҫалҡы ғына үҙ эшен эшләүҙе дауам итә. Эш юҡлыҡҡа зарланып, һаман хөкүмәттән әҙерҙе көткән байтаҡ мыжыҡ егеттәрҙең танауына сиртте был ҡыҙыҡай. Гүзәл затты көсһөҙ тиһәләр ҙә, ихтыяр көсө, рух көсө бар шул беҙҙә.

Һүҙҙе йомғаҡлап

Нәйлә апай ғүмере буйы колхозда бил бөккән, тормош иптәше лә оҙаҡ йылдар баш иҡтисадсы булып эшләй. Икеһенең дә исемдәре ил алдында маҡтаулы була, фиҙаҡәр хеҙмәттәре лайыҡлы баһалана.

Ысын донъяла ятҡан Рәфҡәт ағай ҙа колхоз эшенә тоғролоғо, арыу-талыу белмәй хеҙмәт итеүе, ғәҙеллеге, кәрәк саҡта уҫаллығы, үрнәк булырлыҡ абруйы менән ауылдаштары хәтерендә уйылып ҡалған.

Балаларына тейешле тәрбиә, иң мөһиме – ынтылыш һала белгәндәр улар.

P.S. Гәзитебеҙҙең киләһе һандарында да Ялсы, Һапаш, Вәлит ауылында йәшәгән матур ғаиләләр менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итербеҙ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.
Читайте нас: