Аҡлығы менән донъяға нур сәскән зифа ҡайындарҙы күптәр һылыулығы, нәзәккәтлелеге өсөн үҙ итә. Ә бына уның електәргә үтеп инерлек әсе ел-ямғырға ҡаршы торорлоҡ көсөн, бер ниндәй дауылдарға ла бирешмәҫлек, һынмаҫлыҡ-һығылмаҫлыҡ ныҡлығын барыһы ла беләме икән? Йөҙөнән йылмайыу китмәгән һәм яғымлылығы менән кешеләр күңеленә үтеп ингән геройыбыҙ ҙа тәү ҡарашҡа шул аҡ ҡайынды хәтерләтә. Күптәр уның һөйкөмлөлөгөнә, яғымлылығына һоҡлана һәм, хатта, тормош тарафынан тик наҙ ғына татып йәшәгән иркә ханым тип күҙ алдына килтерә. Уны яҡындан белгәндәр иһә уның тәүәккәллегенә, ныҡышмаллылығына хайран ҡала.
Заман менән бергә атлаусы, әлеге көндә күңеленә ятҡан өлкәлә йөҙөп йөрөп эшләүсе Эльвира Мырҙабулатованың эшҡыуарлыҡ өлкәһенә ныҡлы аяҡ баҫыуына ун йыл ғына самаһы, шулай булһа ла ул ошо арауыҡта ярайһы уҡ тәжрибә туплаған, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған.
Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән ҡасабаһында донъяға килгән ҡыҙ урта мәктәпте тамамлағандан һуң, бухгалтер һөнәрен алыу өсөн Күмертау ҡалаһына юллана. Колледждағы яратҡан уҡытыусылары “һинән бына тигән иҫәп-хисапсы сығасаҡ” тип диплом тоттороп оло тормош юлына оҙатып ҡалһа ла, йәш ҡыҙҙың һандар, ҡағыҙҙар донъяһына сумып ултырғыһы килмәй, күңеле сәхнәгә - тәбиғәттән бирелгән йыр-моңға һәләтен камиллаштырырға әйҙәй. Тәүәккәллеге шул ваҡытта уҡ булғандыр, юғиһә йәп-йәш кенән килеш Себер тарафтарына юлланырға һәм Лянтор ҡалаһындағы мәҙәниәт йортона эшкә инергә, йырсы булып сәхнәгә сығырға баҙнат итер инеме икән? Ҡурсаҡтай ғына һылыуҡайҙың тиҙ арала үҙ тамашасылары барлыҡҡа килә. Уға етәкселәре лә оло өмөт бағлай, сәхнә түрендә яҡты киләсәк юрай. Тик, тыуған яҡтарҙың әреме лә татлы, тиҙәр бит, яҡташыбыҙҙың күңеле торған һайын нығыраҡ тыуған яҡтарға, ата-әсәһе, туғандары янына талпына. Үҙен сит-ят тупраҡҡа күсереп ултыртылған гөл хәлендә тойоп, һағыныу һағыштарына күмелгән бер мәлдә тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнергә тигән ныҡлы ҡарарға килә ул.
Елкә булғас һәм эшләргә дәрт ташып торғас, муйынға “ҡамыт” табылмай торамы ни, районға ҡайтҡас, уға Өмөтбай ауыл клубын етәкләргә саҡыралар. Һис ҡурҡмай эш башлай, ауыл халҡын мәҙәни тормошҡа ылыҡтырыуҙан тыш, йыш ҡына үҙе лә йырсы һәм бейеүсе булараҡ сәхнәгә сыға.
Һәр ваҡыт эҙләнеүсән булыуы, тормошҡа ижади ҡарашы уны кейәүгә сығып, декрет ялында ултырған сағында яңы һөнәр үҙләштерергә этәрә. Парикмахер һөнәрен юҡҡа ғына һайламай Эльвира, бала саҡтағы мауығыуҙар йыш ҡына кешенең ысын булмышын, ысын хыялдарын сағылдыра, тиҙәр, ул да Айгөл исемле еңгәһенең матур итеп сәс ҡырҡыуына ҡарап һоҡланыуын һәм үҙенең уның һымаҡ оҫта булырға хыялланыуын иҫенә төшөрә.
Бер нисә айлыҡ ҡына ҡыҙын бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырғыһы килмәһә лә, Мәләүезгә йөрөп уҡырға, һөнәр нескәлектәрен үҙләштерергә яйын таба йәш әсә. Әсәһе Тәскирә апай ҙа ҡыҙының ынтылышын хуплай һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Бейеүсе бейей-бейей оҫтарғандай, Эльвира ла тәжрибәһен йылдан-йыл арттыра. Тәүге тапҡыр сәсен ҡырҡҡандан һуң үҙен әрләп киткән егетте, ул ваҡытта бер ҙә ҡыҙыҡ булмаһа ла, хәҙер инде йылмайып иҫкә ала... Шуныһы ҡыҙыҡ, был көслө зат әлеге көндә сәсен ҡырҡыуҙы тик Эльвираға ғына ышанып тапшыра, алдан яҙылып, бер-ике көн көтөргә тура килһә лә, сабыр ғына үҙ сиратын көтөп ала. Тәүге тәнҡитсеһенә күңелендә үпкә хистәре йөрөтмәй геройыбыҙ, киреһенсә, уға рәхмәтле: ул саҡта әрләнмәһә, шул тиклем дә сәмләнеп эшкә тотонмаҫ та ине, бәлки. Ҡайһы саҡта маҡтауға ҡарағанда, урынлы тәнҡит нығыраҡ ҡанатландыра, алға этәрә – быны инде Эльвира хәҙер яҡшы аңлай һәм ике күҙ нурын – Мораҡ башҡорт гимназияһында белем алған Элина, әлегә балалар баҡсаһына йөрөүсе Эвелина ҡыҙҙарын көслө булырға, тормош аурлыҡтары алдында баш эймәҫкә өйрәтә.
Ауырлыҡтар тигәндән... Уларһыҙ тормош мөмкин түгел, аҙым һайын осрап тора, тип иҫәпләй ул. Тәүге ауырлыҡтар, аяҡ салыусылар “Карэ” бөҙрәханаһын асып, үҙаллы эшләй башлаған мәлдәрҙә айырыуса йыш осрай. Бөҙрәханаһы төбөнә йыуынты һыу түгеп китһендәрме, сүп-сар өйһөндәрме – көнләшеүселәр күпме генә тырышмаһын, күҙ йәштәрен күрһәтмәй ҡыҙ, тағы ла тырышыбыраҡ, сәмләнеберәк эшкә тотона. Матди яҡтан да, рухи яҡтан да терәк булып торған ҡустыһы, әсәһе, тормош иптәше Салауат дәртләндереп, ҡанатландырып торғанда, башлаған эшенә ҡул һелтәргә хаҡы юҡ икәнен белә. Тәүге йылдарҙа ҡуртымға алған биналарҙа эшләһә, аҙаҡ үҙ бөҙрәханаһын аса.
Боронғолар “йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер” ти, Эльвира ла бер урында ғына тапаныуҙы үҙ итмәй: һөнәри йәһәттән туҡтауһыҙ камиллашыу өсөн әленән-әле мастер-кластар, семинарҙар үтә, районда үткән “Эшсе ҡатын-ҡыҙ”, “Алтын тараҡ”, “Иң шәп әсәй” кеүек конкурстарҙа ҡатнаша, бер ғаиләләй йәшәгән хеҙмәттәштәре менән төрлө мәҙәни сараларға йөрөй. Әйткәндәй, үҙе был турала һөйләргә яратмаһа ла, уның мәрхәмәтлек акцияларынан да ситтә ҡалмауы билдәле: кәрәк ваҡытта бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, бергә эшләүсе ҡыҙҙары менән йыш ҡына Йомағужа социаль приютына, балалар йортона барып, ундағы малай һәм ҡыҙҙарҙың сәстәрен матурлап, ҡырҡып һәм аралашып ҡайта.
Бөйөк рус яҙыусыһы Ф. Достоевскийҙың “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр” тигән ҡанатлы һүҙҙәре бөгөн дә йыш яңғырай. Шулай уҡ эске һәм тышҡы матурлыҡ тигән төшөнсә лә бар. Әгәр кешенең күңел сафлығы фәҡәт үҙенән торһа, йөҙ-ҡиәфәтебеҙҙе, сәстәребеҙҙе күркәмләүҙә ярҙам һорап йыш ҡына оҫталарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Тап ошо юҫыҡта халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән Эльвира күптән инде халыҡ ышанысын яулаған. Оҫта ҡулы менән генә түгел, үҙенең булмышы менән дә донъяны матурлауға үҙ өлөшөн индерә яҡташыбыҙ.