Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Май 2019, 17:21

Донъя йөгө еңелерәк парлап тартһаң, Эсер һыуың, еркәйеңдең тәмен тапһаң...

Үткән йылдың йәйендә бында уҙғарылған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан хайран ҡалып ҡайтҡайныҡ. Район буйынса иң оҫта милли ризыҡтар әҙерләүселәргә конкурс иғлан иткән осраҡта, һис шикһеҙ, түләбайҙар беренселекте алыр ине. Белем усағы ябылған, ҡасандыр шау-гөр килеп торған ауыл хужалығы объекттарының бөгөн ҡоро һөлдәләрен һаҡлаған төбәктә, шөкөр, ерле халыҡ заман елдәренә бирешмәйенсә, мал аҫрап, баҡса үҫтереп хәләл көсө менән тырышып-тырмашып донъя көтә. Ҡайһы бер яҡҡа сыҡһаң, урамдарында бер тере йән эйәһен осрата алмайынса, күңелдәргә шомло булып китһә, яңыраҡ ҡына Түләбайға сираттағы сәйәхәт ҡылғаныбыҙҙа ауыл кешеләренең күңелле итеп йорт тирәләрен йыйыштырған мәленә тап килдек, юлыбыҙҙа һыбай төшкәне лә, саф һауала кинәнеп уйнаған бала-сағаһы ла осраны. Сабыйҙарҙың шат тауышы яңғырай икән, тимәк ғаилә усаҡтары гөрләй, ауылдың йәне бар әле. Тырыш, ҙур һәм татыу ғаиләләр - ауылдың бар йәме, ныҡлы тотҡаһы. Шундайҙарҙың береһе булған Розалия һәм Азат Айытҡужиндарҙың һоҡланғыс ғаиләһе тураһында һеҙгә лә бәйән итмәксебеҙ.

Үткән йылдың йәйендә бында уҙғарылған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан хайран ҡалып ҡайтҡайныҡ. Район буйынса иң оҫта милли ризыҡтар әҙерләүселәргә конкурс иғлан иткән осраҡта, һис шикһеҙ, түләбайҙар беренселекте алыр ине. Белем усағы ябылған, ҡасандыр шау-гөр килеп торған ауыл хужалығы объекттарының бөгөн ҡоро һөлдәләрен һаҡлаған төбәктә, шөкөр, ерле халыҡ заман елдәренә бирешмәйенсә, мал аҫрап, баҡса үҫтереп хәләл көсө менән тырышып-тырмашып донъя көтә. Ҡайһы бер яҡҡа сыҡһаң, урамдарында бер тере йән эйәһен осрата алмайынса, күңелдәргә шомло булып китһә, яңыраҡ ҡына Түләбайға сираттағы сәйәхәт ҡылғаныбыҙҙа ауыл кешеләренең күңелле итеп йорт тирәләрен йыйыштырған мәленә тап килдек, юлыбыҙҙа һыбай төшкәне лә, саф һауала кинәнеп уйнаған бала-сағаһы ла осраны. Сабыйҙарҙың шат тауышы яңғырай икән, тимәк ғаилә усаҡтары гөрләй, ауылдың йәне бар әле. Тырыш, ҙур һәм татыу ғаиләләр - ауылдың бар йәме, ныҡлы тотҡаһы.
Шундайҙарҙың береһе булған Розалия һәм Азат Айытҡужиндарҙың һоҡланғыс ғаиләһе тураһында һеҙгә лә бәйән итмәксебеҙ.

Йөрәгендә – шәфҡәт нуры
Розалия Сибәғәт ҡыҙы тамырҙары менән Ураҡай ауылынан. Бында башланғыс кластарҙы тамамлағас, уҡыуын район үҙәгенең 2–се урта мәктәбендә (хәҙерге Мораҡ башҡорт гимназияһы) дауам итә. Бәләкәстән кем генә табип булып, яҡындарын дауаларға хыялланманы икән? Мәҡәләбеҙ геройында ла киләсәктә аҡ халат кейеү теләге бала саҡтан уҡ тыуа. Мәктәптән һуң, 1989 йылда, хыялын бойомға ашырыр өсөн ул Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, диплом менән районға ҡайтҡан йәш белгесте – шәфҡәт туташын Түләбай ауылына эшкә ебәрәләр. Бында оҙаҡ йылдар фельдшер йөгөн тартҡан, түләбайҙар яратып “тетя Надя” тип йөрөткән Надежда Архипованы алмаштырыу, халыҡ ышанысын яулау йәш ҡыҙға тәүҙә бик еңелдән булмағандыр. Һәр заманда ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ төбәп торған кешеһе, тирә-яҡҡа вайымһыҙ булған, эшенә мөкиббән китмәгән һәм йөрәгендә шәфҡәт нуры булмағандар ул урынды оҙаҡ биләй ҙә алмай. Розалия Айытҡужина өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен изге һөнәргә бағышлап, әлеге көндә лә Иртөбәк ауыл биләмәһенә ҡараған Түләбай һәм Гавриловка ауылдары халҡы өсөн ашығыс ярҙам, яҡшы кәңәшсе ролен үтәй. Уның участкаһында бөтәһе 202 кеше, күрше Гавриловка ауылына аҙнаһына ике тапҡыр барып өлкән йәштәгеләргә өй беренсә йөрөп, хәл-әхүәл һораша, сәләмәтлеген тикшерә, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итә. Төнгө саҡырыуҙарға ла йыш сығырға тура килә, прививкаларын да, диспансеризация үтеүҙе лә күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк. Тынғыһыҙ хеҙмәт эйәһенең исемен, шөкөр, ауылдаштары оло хөрмәт менән телгә ала. Эшеңә иң юғары баһа – халыҡ һөйөүе бит ул!
Һөнәрмән үҙ яҙмышын ошо хеҙмәт һәм ошо төбәк менән бәйләүенә һис үкенмәй. “Ата-әсәйем хәҙер иҫән түгел, Түләбай минең өсөн икенсе тыуған төйәгемә, иптәшемдең туғандары минең дә яҡын кешеләремә, туғандарыма әүерелде”, - ти ул ихлас күңелдән.
Башҡайыңды һалыр иңдәр ныҡ булғанда...
Иптәше тигәндән... Ныҡлы терәк-таянысы булған тормош юлдашы менән улар гүзәл йәшлектәрендә, алтын көҙҙәргә аяҡ баҫыр мәлдә танышҡан. “Тыуған ауылыма ҡайтып, кире эшкә килергә сыҡтым, юлда яңы армиянан ҡайтып килеүсе егетте осраттым, ул Түләбайҙыҡы булып сыҡты. Шулай танышып, артабан дуҫлашып киттек. Ике йыл үткәс, 1993 йылдың йәйендә туйҙар гөрләттек”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты хужабикә. Азат Әхәт улы тыштан үтә тыныс күренһә лә, булмышы менән торғаны бер ут-ялҡын. Боронғоларҙың ир елкенһә – донъя елкенә тигәндәре лә шулдыр: алтын ҡуллы оҫта, егәрле хужаның донъяһы ла балҡып тора, йорттары ҙур, иркен, ҡаралтылары төҙөк, баҡса башында эҫкерт-эҫкерт бесәне... Әмәлгә ҡалғандай, беҙ барғанда ул ярҙамсылары менән мәж килеп солан эшләй ине. “Уттай ҡыҙыу эш осоронда йөрөйһөгөҙ аптыратып”, - тиешеп ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр ҙә йыш осрай юлдарыбыҙҙа. Әммә донъя мәшәҡәттәренән арыу белмәҫ ысын ир заттары бер ҡасан да улай ваҡланып тормаҫ! Шундайҙар рәтенән булған ғаилә башлығының иплелеге, юғары мәҙәнилеге, аралашыусанлығы оло хөрмәткә лайыҡ.
Ауыл ерендә малсылыҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнһәң генә донъяң етеш, өҫтәлеңдә ризығың мул була, бары тик һаулыҡ, ныҡлы елкә генә кәрәк. Быны эшкә егәрле, ерҙең йәмен һәм тәмен күңелдәре менән аңлап тойоусы Айытҡужиндар яҡшы белә. Һыйырын, йылҡы, һарығын, ҡош-ҡортон күпләп аҫрап, картуфын мулыраҡ сәсеп, шуларҙың файҙаһын күреп, тырыш һәм берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһенән оло кинәнес алып йәшәргә күнеккән улар. “Күркәләр – атайыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡы, ите лә файҙалы, шуға күрә үрсетәбеҙ. Хәстәрлекле лә, эшкә йыбанмай ул беҙҙең Азат, ҡыҙыҡһынып бер йылды сысарка тигән ҡош һатып алып ҡайтты, беҙҙеңсә ҡырағай тауыҡ инде. Шулай итеп уныһын да үрсетеп ебәрҙек”, - тип әйтеп алды уңған хужабикә (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ихаталарында улар күренмәне, фотоға төшөрөп алыу теләге бар ине; баҡтиһәң, сысаркалар йомортҡа һала, ә үҙҙәре ултырып себеш сығармай икән, уның өсөн йорт тауыҡтарына тырышырға тура килә, көндөҙөн ҡырға сығып йүгерһәләр, эңер төшөүгә үҙҙәре йыйылышып ҡайта, ти). Бесән эшләргә техникаһыҙ булмай тип, тракторын, бесән сапҡыс, йыйғысын да йүнәткән булдыҡлы хужа. Техника ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән ауылдаштарына ла бушыраҡ ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, бесән ваҡытында аҙыраҡ аҡса эшләп алырға ла яйын таба.
Башҡайыңды һалыр иңдәр ныҡ булғанда, ҡатын-ҡыҙ ҙа серле, тыйнаҡ, ысын гүзәл зат булып ҡала шул. Быға геройҙарым миҫалында тағы ла бер ҡат инанырға тура килде. Айытҡужиндар кеүек бер-береһенә арҡаланып, таяныс булып йәшәгән, бер-береһенең уйҙары, донъяға ҡараштары менән уртаҡ йәрҙәрҙе көн һайын осратам тимә беҙҙең тормошта!
Өс тағандай өс шатлығы
Бар яҡлап өлгөрөргә, йәшнәп-күкрәп йәшәргә, күңел һалып донъя көтөргә ҡайҙан ғына дәрт-көс ала икән улар тип хайран ҡалырһың. Тик яуабы ябай ғына! Изгелекле ата-әсә өсөн өс тағандай өс бәхет-шатлығы, өс мөхәббәт емештәре тормошта төп илһам сығанағы булып тора. Өлкән балалары – Риммаға юғары белем алырға ярҙам иткәндәр, хәҙер ҡыҙҙарының үҙенең ғаиләһе, ике йәшлек ҡыҙы бар. Мәләүез ҡалаһынан йыш ҡына ҡунаҡҡа ҡайтып, яҡындарын һөйөндөрөп торалар. Уртансыһы – Айҙар, Семен-Петровский төп дөйөм белем биреү мәктәбенән һуң Мәләүездәге кадеттар мәктәбенә уҡырға ингән. Уның хыялы – хәрби кеше булыу, бының өсөн физик һәм рухи яҡтан ныҡлыҡ талап ителгәнен белгән егет үҙ өҫтөндә даими шөғөлләнә. Дәртләнеп уҡып йөрөгән 2-се курс студентына хыялдарының бойомға ашыуын теләргә генә ҡала. Иң кеселәре – Әлфинур, Йомағужа 1-се урта мәктәбендә 1-се класта ғына уҡый әле. Дәртле ҡыҙ Йомағужа ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгән “Хореография” бүлегендә беренсе йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, концерттарҙа ҡатнашып, ҙур сәхнәлә үҙенең һәләтен күрһәтергә өлгөргән. Түләбай менән Йомағужа араһы апаруҡ ҡына, бейергә яратҡан ҡыҙҙарын ата-әсә алмашлап алып ҡайта. Балаларҙың һәләтен үҫтереү ҙә ваҡытты, өҫтәмә сығымдар талап итә шул. Тик сабыйҙары өсөн өҙөлөп тороусы Розалия менән Азат Айытҡужиндарға был – күңелле мәшәҡәттәр. “Балалар һау-сәләмәт үҫһен, тормошта үҙ урынын тапһын!” – уларҙың бар теләге.
“Алманан алма төшә” тигән бит боронғолар. Донъяға яҡты ҡарашлы, тормошта һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барып, хәләл тир тамсыларын алтын бөртөгөнә әйләндереп йәшәргә ғәҙәтләнгән ата-әсә өлгөһөндә ҡыҙ-улдары ла тормош тигән ҙур даръяла юғалып ҡалмаҫ, һис һынатмаҫ әле тигән өмөт бар.
Ер ҡөҙрәте киң, тиҙәр...
Киләсәкте хәстәрләп, тормоштоң һәр минутын файҙаға үткәрергә тырышыусы, күркәм булмыштары менән Түләбай ауылына йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәүсе егәрле, киң күңелле Айытҡужиндарҙың нурлы донъяларынан артабан да ырыҫ китмәҫ, тип ышанғы килә. Ер ҙә бит егәрлеләрҙе, үҙенә хөрмәт менән ҡараусыларҙы ярата, тыуған төйәктәренә игелек килтереүсе был ҙур һәм матур ғаиләгә лә ҡөҙрәтен йөҙләтә ҡайтарыр әле!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: