Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель 2019, 14:09

Тәүге бүләктәрҙе кемдәр отто?

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге йыл да “районка”ларға ярты йыллыҡҡа, йәки бер йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната, был хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа яҡшы белә. Бына, ниһайәт, үткән аҙнала 2019 йылдың икесе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында тәүге бүләк уйнатыу уҙғарылды.

Тәүге бүләктәрҙе кемдәр отто?
Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге йыл да “районка”ларға ярты йыллыҡҡа, йәки бер йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната, был хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа яҡшы белә. Бына, ниһайәт, үткән аҙнала 2019 йылдың икесе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында тәүге бүләк уйнатыу уғарылды.
Шулай итеп, беҙҙең гәзитте алдырыусылар араһында Мораҡтан Ғарифулла Әбдрәхимов (4 кешелек һауыт-һаба), Фәрит Фәизов (термос), Сәйетғәли Рафиҡов (6 шампур менән мангал), Йомағужанан Әлфира Сәлихҡолова (табурет), Ибраһимдан Йәмилә Мәһәҙиева (гриль өсөн решетка) еңеүселәр булды. Әйткәндәй, сарала ҡатнашырға тип квитанцияларын алып килгән Ғарифулла менән Сәйетғәли ағайҙарға был көндө уңыш йылмайҙы, уларҙың квитанциялары отошло булып сыҡты. “Кугарчинские вести” гәзите бүләктәренә Исемдән Валентина Породькина, Людмила Бражникова, Мораҡтан А.Щербакова, Сергей Волков һәм Йомағужанан Е.Мулькова лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).
Ҡалғандарҙы иһә әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ! Вәғәҙә иткәнебеҙсә, бүләктәр был юлы бик күп, бик шәп һәм һәр ғаилә өсөн бик кәрәк. Ә төп бүләк – телевизор!
Шарттар ябай: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылырға һәм тулы исем-фамилияғыҙ, адресығыҙ күрһәтелгән квитанция күсермәһен редакцияға хат аша ебәрергә йәки алып килергә.
1 майҙа Мораҡтағы үҙәк майҙанда Мораҡ почтамты менән берлектә гәзит һәм журналдарға яҙылыу ойошторола.
Ә киләһе бүләк уйнатыу 15 майҙа иртәнге 11-ҙә буласаҡ.
Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: