Мораҙым
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель 2019, 13:00

Инвестициялар йәлеп итеү – халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең һәр муниципалитетында аҙна һайын инвестиция сәғәттәрен үткәрергә тәҡдим итте. Хөкүмәт структуралары кимәлендә инвесторҙар менән «Инвестиция сәғәте» форматындағы осрашыуҙар ноябрҙән алып уҙғарыла. –Республика халҡының йәшәү кимәлен күтәреүҙең берҙән-бер юлы – инвесторҙар менән эшмәкәрлекте яйға һалыу һәм йәнләндереү, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ инвестициялар йәлеп итеүҙең асыҡ схемаһын булдырырға тейеш. Төбәк етәксеһе муниципалитеттарҙа ла был эште яйға һалырға ҡушты.«Күҙгә күренеп торған етешһеҙлек — муниципалитеттарҙың бизнес менән мотивация бәйләнешенең көсһөҙ булыуы. Беҙгә ошо бәйләнеште тәьмин итеү өсөн ҡаты регламент булдырыу мөһим. Һәр кесаҙна иртәнге сәғәт 11-ҙә муниципаль берәмектә инвесторҙар һәм райондың бизнес вәкилдәре менән инвестиция сәғәтен үткәрергә кәрәк. Инвестиция сәғәте йөкләмәләр теркәлгән протокол ҡабул итеү менән тамамланырға тейеш. Был кәңәшмәләрҙең бурысы бик ябай – район һәм ҡалала йәшәүселәр үҙ эшен асырға теләй икән, килә һәм бөтә һорауҙарына аныҡ яуапты хакимиәт башлығынан ала. Был «берҙәм тәҙрә» принцибы. Шул рәүешле беҙ ике мәсьәләне хәл итәбеҙ. Беренсенән, һеҙҙе – эшҡыуарҙарға, эшҡыуарҙарҙы һеҙгә яҡынайтабыҙ. Икенсенән, бизнес өсөн шарттар тыуҙырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.


Инвестия сәғәтендә нисек ҡатнашырға?

Төбәк башлығы күрһәтмәһе буйынса беҙҙең районда ла яңы проект - инвестия сәғәттәре старт алды. Үҙ эшен асыусыларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, район ерлегенә инвестициялар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект районда яңы эш башларға, үҙ эшмәкәрлеген киңәйтергә теләүселәргә, шәхси эшҡыуарҙарға, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына яңы мөмкинлектәр бирҙе.

Проект өсөн яуаплы, район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар бүлеге начальнигы Илдус Ҡалҡаманов әйтеүенсә, инвестия сәғәтендә ҡатнашыуға заявка биреү әллә ни ауыр процедура түгел. Бары тик Башҡортостан Республикаһының инвестицион порталына (https://investrb.ru) инеп, бер нисә пункт тултырырға кәрәк. Аҙаҡ үҙегеҙҙең бизнес-план йәки әҙер проект менән килергә мөмкин булған көндө һәм ваҡытты билдәләп, һеҙҙе инвестиция сәғәтендә ҡатнашырға саҡырасаҡтар.


Инвестиция сәғәтенә тәҡдим ителгән проекттар

Шулай итеп, алдан әйтеп үтеүебеҙсә, һәр кесаҙна район хакимиәтендә инвестиция сәғәттәре үтә. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның урынбаҫарҙары, ерҙе хосусилаштырыу, электр, газ менән тәьмин итеү һәм башҡа өлкә етәкселәре ҡатнаша. Тәүге кәңәшмәлә һүҙ теплица хужалыҡтарын төҙөү һәм уларҙың майҙандарын киңәйтеү, “Башҡорт ауылы” турбазаһын үҫтереү һәм малсылыҡ комплексын булдырыу тураһында барҙы.

Икенсе инвестия сәғәтендә лә туризм темаһы буйынса һөйләшеү булды, уның эшендә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин да ҡатнашты. “Лесная сказка” туристик базаһы хужаһы мәнфәғәттәрен күрһәтеүсе идарасы Илдар Һаубанов был яҡтарҙа тау саңғыһы трассаһы, шифалы үләндәр, һауыҡтырыу бассейны менән дауалау комплексы төҙөү идеяһын күтәреп сыҡты. Әммә ул туристарҙы, ял итергә килеүселәрҙе күберәк йәлеп итер өсөн инфраструктураны үҫтереүгә иғтибар биреүҙе һораны - Мораҡ-Багдашкин, Мораҡ-Иҫке Собханғол автоюлына, ҡунаҡханаларға илткән юлдарға асфальт түшәргә, объекттарға тәбиғи газ үткәрергә кәрәклегенә туҡталды. Азамат Ғәлин дәүләт ярҙамын алыр өсөн инвестиция проекттары реестрында теркәлергә ҡушты.

- Район хакимиәте юлдарҙы ремонтлау һәм тәбиғи газ үткәреүгә ҡағылған һорауҙарҙы тиҙерәк хәл итер өсөн тейешле инстанцияларға рәсми хат менән мөрәжәғәт итергә тейеш, ә урындағы инвесторға, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы һәм муниципалитет етәксеһенә тәбиғәт паркындағы айырым һаҡланған ағас һәм үҫемлектәргә, хайуандарға, тәбиғәткә зыян килтермәҫ өсөн бергәләп эшләргә кәрәк, - тине ул. – Башҡа эшҡыуарҙарға ла ер участкаларын алыу һәм межалау буйынса күберәк мөмкинлектәр бирергә кәрәк. Беҙ туризм өлкәһендә эшләргә һәм уға үҙ аҡсаларын һалырға әҙер торғандар менән эшләргә әҙер,-тип билдәләне ул.


Ҡошсолоҡ – беҙҙең район өсөн килемле проектмы?

Сираттағы инвестиция сәғәтендә Ялсы ауылы эргәһендә ҡошсолоҡ фермаһын төҙөү һорауы күтәрелде. Шәхси эшҡыуар Альбина Лукьянова район хакимиәтенә ферма биналарын төҙөр өсөн 1,5-2 гектар ер участкаһы һорап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ биналарға электр һәм газ үткәреүҙә ярҙам кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Альбина Рәшит ҡыҙының сығышынан шулар мәғлүм булды: уның был йүнәлештә тәжрибәһе ҙур, быға тиклем Сорғот, Новотроицк, Ҡазан ҡалаларында ит, һөт, бал эшкәртеү өлкәһендә эшләй. Һөнәре буйынса ла ул – киң профилле технолог.

Йыйылыусыларҙы ул бизнес-планы менән таныштырҙы: 2019-2020 йылдарҙа Ялсы ауыл биләмәһенең Ялсы ауылы эргәһенә 1100 кв.метрҙа ферма төҙөү планлаштырыла, унда 5 мең ҡош-ҡортто – айырып әйткәндә бройлер, бүҙәнә, цесаркалар үҫтереүгә, һимертеүгә ҡуйыла. Улар йылына хәләл йүнәлешендәге экологик яҡтан таҙа 200 тонна продукция етештерергә планлаштыра, итте һатыу майҙансыҡтары тураһында ла алдан һөйләшеп килешелгән, уларҙың 50 проценты күрше Ырымбур өлкәһендә һатыласаҡ.

- Предприятие йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, ул ябыҡ типта буласаҡ. 5 эш урыны булдырыу күҙаллана, хеҙмәткәрҙәрҙе яҡын тирәләге ауылдарҙан аласаҡбыҙ. Әлегә был эште ошо стадияла башлап тороп, артабан майҙандарҙы, ферма биналарын, ҡош-ҡорт һанын арттырырға уйлайбыҙ,- тине ул. Шулай уҡ эшҡыуар ит етештереүҙе яйға һалғас, йомортҡа етештереү эшен дә башларға уйлай.

Альбина Рәшит ҡыҙының ҡош-ҡорттоң тиҙәген дә махсус бинала һаҡлап, уны биогумусҡа әйләндерергә иҫәбе бар. Билдәле булыуынса биогумусты хужалыҡтар ашлама итеп ҡуллана.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Михаил Чижков, райондың эшҡауарҙар берлеге рәйесе Алексей Самойлов ауыл хужалығын үҫтереүгә бирелгән дәүләт ярҙамына –грантҡа дәғүә итеп ҡарарға тәҡдим итте.

Ҡошсолоҡ йүнәлешен һайлаусылар практикаһы күрһәтеүенсә ауыл халҡы ҡошсолоҡ фермаларын ауыл эргәһенә урынлаштырыуға ҡаршы. Был йәһәттән ауыл халҡы менән кәңәшләшеү, эшләү, аңлатыу һәм уларҙың фекерен тыңлау эше биләмә хакимиәте башлығы Ирек Юдаевҡа йөкмәтелде.


Малсылыҡ - ауыл ерендә отошло эш

Үткән аҙнала булған инвестиция сәғәтенең сираттағы кәңәшмәһенең тәүге өлөшө малсылыҡты үҫтереүгә бағышланды. Ул һорау менән Түбәнге Һаҙ ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Юнир Искәндәров мөрәжәғәт итте. Фермер Юнир Искәндәровтың исеме район халҡына яҡшы таныш, улар 2012 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора, үҫемлекселек, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ғаилә бизнесына әйләнгән эштәрендә балалары ла ярҙам итә. Юнир Ғүмәр улы ауыл эргәһендә 200 һауын һыйырға иҫәпләнгән һөт фермаһын төҙөргә планлаштыра, әлегә уларҙың хужалығында 150 баш эре мал бар.

- Әлегә беҙ малды ауыл эсендә үҙ хужалығыбыҙҙа аҫраныҡ, был халыҡ өсөн дә, беҙҙең өсөн бик уңайлы түгел, шуға ла ауылдан ситтә капиталь бина төҙөп ҡуйырға теләйбеҙ. Был, беренсенән, малдың һанын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, икенсенән, малды бер рацион буйынса ғына йыл әйләнәһенә бер урында тотоп аҫрарға мөмкин буласаҡ. Ферма төҙөү тағы өс кешене эш менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк, - тип пландары менән уртаҡлашты ул һәм ферма төҙөү өсөн рөхсәт ҡағыҙы алырға, электр энергияһын үткәрергә ярҙам итеүҙәрен һораны.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшө туризмды үҫтереүгә бағышланды, Мораҡ-Иҫке Собханғол трассаһы буйлап 4 инвестиция майҙансыҡтары булдырыу өсөн ер участкаларын биреү мәсьәләһе күтәрелде. Был проект буйынса эш башланған, әммә уны артабан дауам итеү ерҙе ҡуртымға алыусылар менән килешеүҙәр төҙөүҙе талап итә. Майҙансыҡ өсөн ер участкаларын биреү, райондың был территорияһында туризм йүнәлешен үҫтереү уңышлы булыр тип ышанғы килә.
Розалия ИСҠУЖИНА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.
Читайте нас: