Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель 2019, 16:49

2018 йылдағы райондағы демография хәле

Уҙған йыл башында район халҡы 28 мең 277 кеше булһа, был һан быйыл кәмеүгә табан бара.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина докладында социаль тармаҡ үҫешенең 2018 йылдағы һәм 2019 йылдың I кварталындағы мөһим күрһәткестәре, шул иҫәптән демография хәле, телгә алынды.
Уҙған йыл башында район халҡы 28 мең 277 кеше булһа, был һан быйыл кәмеүгә табан бара. Теркәлгән никахтар (160) арта, айырылышыуҙар кәмей (151). 2017 йыл менән сағыштырғанда 2018-ҙә тыуған сабыйҙар һаны 13-кә күберәк. Был йәһәттән Волостновка, Йомағужа, Яңы Петровка, Мәҡсүт, Теләүембәт һәм Исем ауыл биләмәләрендә ыңғай динамика күҙәтелә.
Үлем осраҡтары бер аҙға булһа ла кәмегән. 407 кеше вафат булған, унан алдағы йылға ҡарағанда 52-гә аҙыраҡ, хеҙмәткә яраҡлылыҡ йәшендә баҡыйлыҡҡа күскәндәр дөйөм һандың 28,7 процентын тәшкил итә.
Райондағы күрһәткестәр буйынса кәмей барһа ла, уртаса республика кимәле менән сағыштырғанда үҙ-үҙенә ҡул һалғандар һаны юғары ҡала – 2017 йылда 18 кеше үҙ теләге менән донъяны ҡалдырһа, уҙған йыл улар һаны 12 булған. Улар тышҡы сәбәптәр арҡаһындағы үлемдәрҙең 34 процентын алып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге кварталда 5 суицид теркәлгән (икәүһе тамамланмаған).
Был йүнәлеш буйынса профилактик эш алып барырға тейеш система объекттары тарафынан эш көсһөҙләнгәнен танырға кәрәк.
Читайте нас: