Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 21:54

Өфөлә йәшәүсе үҙенең ғаиләһен юҡ иткән һәм мәйеттәрҙе ҡоҙоҡҡа йәшергән

Өфөнөң Калинин районында йәшәгән 46 йәшлек ир үҙенең ғаиләһен юҡ иткән, ә аҙаҡтан үҙ-үҙенә ҡул һалған. Алдан хәбәр ителгәнсә, 2018 йылдың декабрендә ғаилә башлығы тәүҙә 39 йәшлек ҡатынын, 2 һәм 6 йәшлек уртаҡ балаларын, һуңынан 22 йәшлек үгәй ҡыҙын һәм уның 9 йәшлек сабыйын үлтергән. Аҙаҡ йөк машинаһы саҡыртҡан, биш мәйетте үҙенең баҡсаһына алып барған һәм уларҙы күрше участкалағы ташландыҡ ҡоҙоҡҡа йәшергән. Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен тапҡан.

ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөнөң Калинин районында йәшәгән 46 йәшлек ир үҙенең ғаиләһен юҡ иткән, ә аҙаҡтан үҙ-үҙенә ҡул һалған. Алдан хәбәр ителгәнсә, 2018 йылдың декабрендә ғаилә башлығы тәүҙә 39 йәшлек ҡатынын, 2 һәм 6 йәшлек уртаҡ балаларын, һуңынан 22 йәшлек үгәй ҡыҙын һәм уның 9 йәшлек сабыйын үлтергән. Аҙаҡ йөк машинаһы саҡыртҡан, биш мәйетте үҙенең баҡсаһына алып барған һәм уларҙы күрше участкалағы ташландыҡ ҡоҙоҡҡа йәшергән. Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен тапҡан.
Тәүгеләрҙән булып 22 йәшлек ҡыҙҙың әхирәте саң ҡаҡҡан. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 апрелдә бер ҡатын Калинин районы буйынса полиция бүлегенә уҙған йылдың декабренән әхирәтен һәм уның 9 айлыҡ улын таба алмауы тураһында хәбәр иткән.
Полицейскийҙар юғалғандарҙы эҙләй башлаған. Уларҙың йәшәгән фатирын тикшергән саҡта юғалған ҡыҙҙың 46 йәшлек үгәй атаһы табылған. Ир үҙ-үҙенә ҡул һалған. Асыҡланыуынса, 22 йәшлек ҡыҙ менән сабыйҙан тыш, уның әсәһе, ике балаһы юғалған.
Ғаилә 2011 йылға тиклем Төньяҡ зыярат янындағы баҡсалар тирәһендә йәшәгән, һуңынан Өфөгә күсенгән. Ир мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен тап ошонда, үҙенең баҡсаһына килтергән.
«Комсомольская правда – Уфа» гәзите мәғлүмәттәре буйынса, тәфтишселәр һәм полицейскийҙар урынға барып, дача биләмәһен тикшереп сыҡҡан. Һуңынан тәртип һаҡсылары шикле ташландыҡ ҡоҙоҡҡа иғтибар иткән.
Уның төбө боҙ менән ҡапланған булған. Боҙҙо ватҡас, полицейскийҙар ҡоҙоҡ төбөндә пакеттарҙы күргән. Асыҡланыуынса, уның эсендә ике ҡатындың һәм өс баланың һөлдәләре ятҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың барыһы ла быуып үлтерелгән.
Баҡсалағы күршеһе «Мэш» порталына ғаилә башлығының ниндәй кеше булыуы хаҡында һөйләне.
«Былай ул тыныс кеше ине. Уҙған йылда яҙ көнө беҙгә килде. Ошонда йәшәне. Ҡатыным менән әрләштек, тине», — тип хәбәр итте ҡатын.
Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре «ГАЗель» йөк машинаһы водителен эҙләй.
«Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.