Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Апрель 2019, 20:45

Беҙ –халыҡ менән бергә

Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргәе идара итеүсеһе Айгөл Урал ҡыҙы Мәзитова был вазифала 18 йыл эшләй. Уға тиклем 9 йыл самаһы мәктәптә уҡыта. Тормош иптәше Кәрим ағай Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында крансы булып эшләй. Уларҙың ғаиләһендә өс бала – Айҙар (уның хәҙер үҙ ғаиләһе), Дилбәр, Ғәзим. Төпсөк улдары әле мәктәп уҡыусыһы. Айгөл Урал ҡыҙы менән ауыл биләмәһенең эштәре, һөҙөмтәләре тураһында һөйләштек.

Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргәе идара итеүсеһе Айгөл Урал ҡыҙы Мәзитова был вазифала 18 йыл эшләй. Уға тиклем 9 йыл самаһы мәктәптә уҡыта. Тормош иптәше Кәрим ағай Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында крансы булып эшләй. Уларҙың ғаиләһендә өс бала – Айҙар (уның хәҙер үҙ ғаиләһе), Дилбәр, Ғәзим. Төпсөк улдары әле мәктәп уҡыусыһы. Айгөл Урал ҡыҙы менән ауыл биләмәһенең эштәре, һөҙөмтәләре тураһында һөйләштек.
- Ауыл советтарының эшмәкәрлеге ул халыҡ менән эшләүгә ҡайтып ҡала. Ҡануниәттәге үҙгәрештәр булһынмы, яңылыҡтар булһынмы – тәү сиратта айышына төшөнөп, халыҡҡа еренә еткереп аңлатыу сараһын күрәбеҙ. Әле бына һуңғы яңылыҡтарҙың береһе – ул сүп-сар реформаһы. Шөкөр, беҙҙең биләмәлә был эш яйға һалынды. 14 мартта, 6 апрелдә ауылдар буйлап йөрөп йыйып та сыҡтылар. Түләү буйынса ла аңлашыумасанлыҡтар юҡ, халыҡты ниндәй һорауҙар борсой – барыһын да ваҡытында хәл итергә тырышабыҙ.
Өмәләр ҙә әүҙем генә үтте, һәр кем йорт –ҡураһын, ишек алдын таҙалап, йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Көтөү буйынса сходтар үткәрә башланыҡ, Әлмәстә мал ҡырға сыҡты ла инде.
Май байрамына, Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерләнәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр өс ветераныбыҙ Сәғәҙәт, Сабирйән, Мәрхәм олатайҙар - бер-бер артлы китеп барҙы. Оло юғалтыу булды ул беҙҙең өсөн. Быйылғы байрамды тыл ветерандары менән генә үткәрергә тура киләсәк. Һау булһалар, Әлмәстән Хәбирә инәйгә көҙ 100 йәш тула, Шакирә инәй ҙә 90-ға етте, Миңниса инәйгә яңыраҡ 95 тулды, ветерандар советы менән бергә ҡотлап ҡайттыҡ. Ауыл клубында матур итеп концерт ҡуйып, сәй табыны ҡороп, тәбрикләргә тип ниәтләп торабыҙ.
Әлмәстәр ауыл байрамына ла йыйыласаҡ йәйгә. Әле “Аныҡ эштәр” проекты буйынса балалар өсөн уйын майҙансығы алдынды, ҡуйырлыҡ урын да билдәләнде, ошо арала өмә ойоштороп, уны ла ултыртып ҡуясаҡбыҙ.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ла уңышлы ғына бара. Ошо йүнәлештә Әлмәстең ике зыярат кәртәләнәсәк.
Ауыл халҡы былай тырыш ҡына, йәштәр әҙ булһа ла, йорт төҙөү өсөн участка алып торалар, Ғәзиздән дә бирә башланылар. Хәленән килгәнсә донъя нығытып, бала-саға үҫтереп, етеш кенә йәшәйҙәр. Биләмәлә 25 күп балалы, 90 бала иҫәпләнә. Әлбиттә, насар ғаиләләр ҙә бар, эскәндәр ҙә юҡ түгел. Улар менән эш даими алып барабыҙ, был юҫыҡта беҙгә ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ярҙам итә.
Радий Хәбиров күтәреп сыҡҡан айыҡлыҡ хәрәкәте эше беҙҙә лә әүҙем башланды, эскән, иҫерткес эсемлектәр һатҡан кешеләр менән даими эшләргә тырышабыҙ.
Ауылда мәсет булмаһа ла, халыҡ клубта булһа ла, йыйылып, ҡөрьән аштары үткәреп, аяттарын уҡытып тора, Мораҡҡа йомаға ла йөрөйҙәр, был яҡтан тәрбиәүи эш матур ғына бара.
Ауыл ерендә төпләнгән йәштәр донъясыл булһа икән тип уйлайым. Ҡош-ҡортон, берәр баш мал булһа ла аҫраһалар ине ул. Эш юҡ тип зарланған булалар, тауыҡ та көтмәйҙәр бит. Мал-тыуарың булһа, балаңды ла хеҙмәт тәрбиәһе өлгөһөндә кеше итергә була, ағын эшкәртһәң, тамағың да туҡ була.Шуны уйлаһындар ине ул. Өс ғаилә һыйыр алыуға субсидия юлланы, тиҙҙән маллы булып, мәнфәғәтен күрә башларҙар тигән өмөттәбеҙ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА яҙып алды.

Автор фотоһы.
Читайте нас: