Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2019, 17:30

3 июндән илдәге барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк

Билдәле булыуынса, 3 июндән илдәге барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк. Республика халҡы әле үк 20 федераль каналды бушлай һәм юғары сифатта ҡарай ала. Аналог форматындағы программалар күрһәтелмәйәсәк. Мәҫәлән, һеҙҙең телевизорығыҙ иҫке һәм тышҡы антенна менән ҡулланаһығыҙ икән, “Россия” йәки “НТВ” каналдарын тоҡандырғанда ҡара экран ғына күренәсәк. Шуға ла халыҡҡа алдан уҡ һанлы приставкалар йәки спутник ҡорамалдар алыуҙы хәстәрләргә кәрәк.

Билдәле булыуынса, 3 июндән илдәге барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк. Республика халҡы әле үк 20 федераль каналды бушлай һәм юғары сифатта ҡарай ала. Аналог форматындағы программалар күрһәтелмәйәсәк. Мәҫәлән, һеҙҙең телевизорығыҙ иҫке һәм тышҡы антенна менән ҡулланаһығыҙ икән, “Россия” йәки “НТВ” каналдарын тоҡандырғанда ҡара экран ғына күренәсәк. Шуға ла халыҡҡа алдан уҡ һанлы приставкалар йәки спутник ҡорамалдар алыуҙы хәстәрләргә кәрәк.
Яңы системаға күскәндә кемгә дәүләт ярҙамы күрһәтелә, яңы ҡорамалдарҙы нисек ҡуйырға, ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә? Был һорауҙарға яуап эҙләп, һанлы телетапшырыуҙарға күсеү өсөн яуаплы булған район Советы секретары Руслан Әхмәровҡа мөрәжәғәт иттек.
- Руслан Рәис улы, нисә ауыл һанлы эфир телевидениеһы зонаһынан ситтә урынлашҡан? Тышҡы йәки бүлмә антенналары ярҙамында телевизор ҡараған йорттар һаны күпме?
- 114 ауылдың 22-һе һанлы телесигналдарҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә түгел. Улар – Воскресенск, Бикбулат, Әлмәс, Үрге Бикҡужа, Мораҙым, Багдашкин, Түләбай, 1-се Түкәт, Ураҡай, Гавриловка, Андреевка, Дүңгәүер, Леновка, Мерәүешле, Дәүләтша, Иҫке Әлмәс, Нуҡай, Побоище ауылдары, Семиречье, Чернигов, Щербаки, Һүрәм утарҙары. Унауһында – Волостновка, Семен-Петровский, Аҙнағол, Игебай, Ибрай, Һикһәнбай, Әлимғол, 1-се Дәүләтҡол, Түбәнге Майҡы, Александровка ауылдарында иһә сигнал 100 проценттан түбән.
Ауыл Советтарынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, райондағы 14мең 586 йорттоң ике меңләбе (буш торған өйҙәрҙе лә иҫәпкә алып) ябай антенналар менән ҡуллана.
- Бөгөнгө көндә күпме спутник тарелкалары ҡуйылған?
- Заявкалар буйынса эшләүсе подряд ойошмалары йыл башынан алып 60 комплект урынлаштырҙы. Әлеге мәлдә исемлектәгеге 137 кеше үҙ сиратын көтә.
- Аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итеүселәр бармы?
- Айырыуса йыл башында шылтыратыусылар күп булды. Күптәр ҡорамалдарҙы алыу һәм урынлаштырыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Граждандар сходтарында, күсмә кәңәшмәләрҙә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Район хакимиәтендә был мәсьәлә буйынса ҡыҙыу линия эшләй, уға шылтыратып, һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирә ала: (34789) 2-10-59 (вн.213), 8-937-343-5177 (вн.213).
- Граждандарҙың ҡайһы категорияһы спутник ҡорамалдарын дәүләт иҫәбенә ҡуйҙырырға һәм приставкалар алыуҙа матди ярҙам алырға хоҡуҡлы?
- Спутник ҡорамалдарын алыуҙа һәм урынлаштырыуҙа дәүләт ярҙамы һанлы эфир телевидениеһы зонаһынан ситтә йәшәгәндәргә – пенсияһына федераль социаль өҫтәмә түләү алған хаҡлы ялдағыларға, балаларына айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә күрһәтелә.
- Льгота алыусылар иҫәбенә инмәгәндәр кәрәкле ҡорамалды нисек ала ала?
- Комплектты алыу бер нисә меңгә төшәсәк. Бының өсөн ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, хеҙмәткәрҙәр эш тәртибен өйрәтер. Башҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарарға яратыусылар һанлы приставканы тоташтырғанда, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (БСТ) каналын юғалтмаясаҡ. Тармаҡлы антеннаны алдан хәстәрләргә кәрәк буласаҡ. Был осраҡта федераль каналдар приставка, ә БЮТ телеантенна аша күрһәтәсәк.
Иҫкәрмә. Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыу селтәре белгестәре һанлы телевидениеға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә, ҡабул итеү ҡоролмаһын дөрөҫ һайлау, урынлаштырыу буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашырға әҙер. «Ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800-220-20-02 (тәүлек әйләнәһенә эшләй).
Спутник телевидение ҡорамалдарын республика ҡаҙнаһы иҫәбенә алыу һәм урынлаштырыу тәртибе буйынса мәғлүмәтте БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан алырға була. Телефоны: (347) 2018-0783 (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем; көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем төшкө аш).
Һанлы приставкалар өсөн компенсация алыу тәртибе хаҡындағы мәғлүмәтте БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан алырға, телефоны: (347) 282-40-35 (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем, көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем төшкө аш).
Спутник ҡорамалдарын республика бюджеты иҫәбенә ҡуйҙыртыу өсөн бирелгән заявка хаҡында “СпутникТелеком” йәмғиәтенә (347) 200-9093 телефоны аша ( эш көндәрендә иртәнге 9-сы яртынан киске 6-сы яртыға тиклем) шылтыратып белергә була.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН әңгәмәләште.


Читайте нас: