Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель 2019, 19:20

Тыуған ерҙә - ер ҙә йомшағыраҡ, ҡояшы ла яна яҡтыраҡ...

Һуңғы бер нисә йылда Һарытау утары танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: әле бер, әле икенсе ерҙә ҡалҡып сыҡҡан яңынан-яңы йорттар, төҙөкләндерелгән кәртә-ҡура, ихаталар уға сынъяһау төҫ бирҙе. Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла: сәмләнеп донъя көткән, тырыш, уңған ғаиләләр йәшәй бында. Бөгөн һеҙҙе шуларҙың береһе – Аҫылбаевтар менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Һуңғы бер нисә йылда Һарытау утары танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: әле бер, әле икенсе ерҙә ҡалҡып сыҡҡан яңынан-яңы йорттар, төҙөкләндерелгән кәртә-ҡура, ихаталар уға сынъяһау төҫ бирҙе. Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла: сәмләнеп донъя көткән, тырыш, уңған ғаиләләр йәшәй бында. Бөгөн һеҙҙе шуларҙың береһе – Аҫылбаевтар менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Тәнзилә менән Әлфрит Аҫылбаевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына артыҡ күп тә, аҙ ҙа түгел: ни бары 23 йыл. Йәшләй генә ҡауышҡан парҙар йәшәй-йәшәй бер бөтөнгә әйләнә, тиҙәр, улар ҙа, күрәһең, ошо йылдар эсендә бер-береһен ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңларға өйрәнгән - аралашҡанда тормошҡа ҡараштарының, хатта уйҙарының бер төрлө булыуы шунда уҡ күҙгә ташлана.
Һарытау утарына терәлеп кенә тигәндәй ятҡан Яңауыл ауылында тыуып үҫкән улар. Баштарҙы юғалтырлыҡ һөйөү хисе лә йәшләй генә килеп ҡағыла – 1996 йылда башлы-күҙле булғанда Стәрлетамаҡ лицей-интернатын тамамлаған Тәнзиләгә ни бары 17 йәш кенә була. Әйткәндәй, Тәнзилә тип яҙһаҡ та, асылда уның исеме документтар буйынса – Татьяна, әсәһе башҡорт булһа, атаһы – рус милләтенән. Ҡағыҙҙағы исеменә ҡарағанда мулла ҡушҡанын үҙе лә, әсәһе лә өҫтөнөрәк күргән, шуға ла ауылдаштары, таныштары уны Тәнзилә тип белә.
Ғаилә ҡорғас, Һарытау утарында төпләнә йәштәр. Тәүҙә башланғыс кластарҙа, аҙаҡ физкультуранан уҡытҡан ғаилә башлығына, үҙе эшләп йөрөгән Дүңгәүер мәктәбе ябылғас, Әлмәс мәктәбендә эш тәҡдим итһәләр ҙә, бер нигеҙ ҡорғас, күсенмәҫкә булалар. Елкә булғас, “ҡамыт” та табылмай тормай - “Исем”совхозына эшкә сыға Әлфрит Фәттәх улы. Аҙағыраҡ иһә “Тәүәкән” йәмғиәтенә күсә. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай торған кеше түгел ғаилә башлығы, кәрәк икән һайлау, иҫәпкә алыу кеүек йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша, мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай.
Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәнде барыһының да ишеткәне барҙыр, Тәнзилә лә тап тормош иптәшенең әсәһе кеүек бөтмөр, уңған булып сыға, бәйләү-тегеү, гөл-сәскәләр үҫтереү буйынса уға еткән кеше һирәк. Улай ғына ла түгел, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе” исемен йөрөткән бейеменең юлын дауам итә – байтаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләй.
- Бала саҡта хат ташыусыны дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп ала инек, ул килтергән гәзит-журналдарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый торғайныҡ. Шуға ла хат ташыусы эшен тәҡдим иткәс, ҡыуанып риза булдым. Кешеләргә шатлыҡ-ҡыуаныс килтергән һөнәремде бик яратам, - ти әлеге көндә декрет ялында булған гүзәл зат.
Аҫылбаевтар – күмәк балалы ғаилә. Ҙур ҡыҙҙары Фәнисә медицина юлын һайлаған, әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетының 5-се курсында белем ала. Унан ике йәшкә кесе Сәлимә ветеринар булырға ҡарар иткән – Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөй. Ата-әсәһенә оҡшап икеһе лә тырыш, яҡындарына ауырлыҡ төшөрмәҫ өсөн ял ваҡыттарында эшләп алырға ла өлгөрәләр. Нәҫелде дауам итәсәк Даниярға тиҙҙән 15 йәш тула, быйыл Исем мәктәбенең 8-се класын тамамлай. Бер-береһенә иш, иптәш булып үҫеп килгән Әмилә менән Зәриә бәләкәйҙәр әле, тәүгеһе быйыл алты йәшен тултырһа, икенсеһенә йәш тә 1 ай ғына.
Ауыл ерендә үҫкән балалар ғәҙәттә ҡул араһына бик иртә инә, бәләкәйҙән эштең рәтен, тәртибен белеп үҫә. Аҫылбаевтарҙың ул-ҡыҙҙары ла өйҙә ваҡытта ата-әсәһенең ҡулына эш тейҙермәҫкә тырыша. Унлап баш эре мал, байтаҡ ҡына һарыҡ-кәзә, күпләп ҡош-ҡорт аҫраған, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтергән ғаиләлә иһә эш етәрлек. “Күмәкләп бесән эшләүҙең, картуф ҡаҙыуҙың, еләк-емеш йыйыуҙың йәме – барыһының да бергә тупланыуында. Бергә саҡта арыу-талыу ҙа беленмәй, сөнки яҡындар янда булғанда күңел ял итә”, - тиҙәр улар.
Ғаиләнең үҙенә генә хас матур йолаһы ла бар: йыл һайын йәйге эштәр тамамланғас, ҡыҙҙар баш ҡалаға уҡырға юлланыр алдынан бергәләп тәбиғәт ҡосағына сығып ял итәләр, шешлек ҡыҙҙыралар, балыҡ тоталар.
- Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле, туҙаны ла ҡәҙерле, тип ололар белмәй әйтмәгәндер инде... Кендек ҡаныбыҙ тамған ерҙә төпләнеүебеҙгә бер тамсы ла үкенес кисермәйбеҙ. Бала саҡ, йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған һуҡмаҡтарҙы тапап ғүмер кисереүе – үҙе оло ҡыуаныс. – Күркәм парҙың был һүҙҙәрендә оло хаҡлыҡ ята: тыуған ерҙә көн итеү һәр кемгә лә тәтемәй ул... Ошо бәхеттең ҡәҙерен белеп, тәмен татып, ауылға йәм-ҡот өҫтәп ғүмер итә Аҫылбаевтар!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: