Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель 2019, 16:47

Бохаралар ары торһон

Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә Ғәзиз ауылының бөгөнгөһө, унда йәшәгән кешеләр тураһында яҙа башлағайныҡ инде. Тырышып донъя нығытҡан, мал –тыуар үрсеткән, бала-саға уҡытҡан, ауылды тотоп торған, усағын һүрелтмәгән ҡотло ғаиләләр бихисап унда. Шундайҙарҙың береһе – Бохармәтовтар.

Рәмзиә Мансур ҡыҙы менән Альберт Миңнулла улы һеҙҙең менән беҙҙең кеүек яп-ябай ауыл кешеләре. Әллә ниндәй байҙарса ла түгел донъялары, аҡса яғынан да өҙлөгөп, етешмәй киткән саҡтары ла була, әммә уларҙың матди байлыҡтарға тиңләшмәҫ бер хазиналары бар. Ул да булһа уларҙың балалары һәм тырышлыҡтары.
Альберт ағай тамыры менән ошо Ғәзиз ауылыныҡы, ул шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.“Ауыл хужалығын үҫтереү һәм урындағы продукция, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” муниципаль программа буйынса (әйткәндәй, был программа бер нисә төбәктә генә дауам итә) һыйыр малы алғандар, һөт тапшырыуҙы ла, мал аҙығы әҙерләүҙе лә яйға һалғандар.
- Бер аҙыраҡ үҫемлекселек менән дә шөғөлләнеп алдыҡ, хәҙер малсылыҡҡа нығыраҡ баҫым яһайбыҙ. Мал көсө менән йәшәйбеҙ, унлап баш һыйырыбыҙ бар. Яҙ етеп, улары быҙаулап, кәзәләр бәрәсләп, малыбыҙ ишәйеп китте. Ҡышҡылыҡҡа 300 рулон бесән эшләйбеҙ, ҡыш сыҡҡансы шул етә малға. Техника булғас, әллә ни ауыр түгел, ауылда башҡаса нимә эшләйһең, шул үҙ тырышлығың менән тормош көтәһең инде, - ти Альберт ағай.
Рәмзиә апай иһә Һөйөштә тыуып үҫкән. Икеһе лә ишле ғаиләнән булғамы (йорт хужаһы дүрт балалы ғаиләлә үҫә, хужабикә – биш), үҙҙәре лә бала йәнле - 6 балаға ғүмер һәм тәрбиә биргәндәр.
Оло ҡыҙҙары Гүзәл менән Алина күптән күҙле-башлы булып бөткән, икеһе лә ошо ауылда йәшәй. Гүзәл ике бала әсәһе булһа, Алинаныҡы –өс малай. Гүзәл – диспетчер, Лилиә парикмахерлыҡҡа, иретеп йәбештереүсе (сварщик) һөнәренә уҡып, тракторист-машинислыҡты үҙләштереп йөрөй. Унан һуң тыуған Аделина ла ошо һөнәрҙе һайлаған. Ҡыҙ балаларҙың ир-егеттәр һөнәренә ылығыуының сере атаһындалыр. Бәләкәйҙән Альберт ағай менән бергә техника араһында йөрөп-күреп үҫкән балалар атаһына ярҙам итеү теләге менәнме, техниканы үҙ иткәндәрҙер.
Уҡыуҙарында ла алдынғылар, яҡшы өлгәшкәндәре өсөн Яңы йыл алдынан ғына өсәр мең аҡса бирҙеләр уларға.
Улыбыҙ Альфред та шул хәтлем тырыш, хужалыҡ эшенә мөкиббән киткән. Әле һигеҙенселә уҡый. Йәйгеһен брама тоҡомло тауыҡтар һатып алды, шуларҙың йомортҡаларын билдәләп, ояға үҙе ултыртты. Мәктәптән ҡайта ла, кәртәгә сығып китә. Яҙ етеү менән өйҙә йәшелсә үрсетмәләрен дә үҙе ултырта. Көҙҙән һауыт-һабаһын әҙерләп, тупраҡтарын рәтләп ҡуя, орлоҡто ла матур итеп шыттырып, сәсеп, иртә яҙҙан баҡсаға сығарып, йәй буйы үҙе һыу һибеп, тәрбиәләп үҫтерә, уңышы ла мул була. Иң бәләкәсебеҙ –Камилла алтынсы класта уҡый, өйҙә бөтә эштә лә ярҙам итә, апайҙарын, ағаһына мал ҡарашырға ла булыша, бәрәстәргә һөт эсереп, тауыҡ йомортҡаларын оянан теүәлләп ҡарап индереп, урынлаштырып ҡуя. Һауыт-һаба йыуһынмы, ашарға бешерергә ярҙам итһенме, ҡул эштәре менән булышһынмы – һәр ваҡыт нимә менәндер булышып йөрөгән көнө уның да. - Рәмзиә апайҙың ике һүҙенең береһендә – балалары менән ғорурланыу тойғоһо.
Улар тоҡомло йорт ҡуяндары ла үрсетә. Ул эш менән башлыса Альфред шөғөлләнә. Былтыр 25-кә еткереп, көҙгөһөн һуйып алғандар, күстәнәскә лә таратҡан малай. Ангора (йөн) тоҡомло кәзәләре лә ишле, көҙҙән генә 25-тән 17-гә ҡалдырылһалар ҙа, бәрәсләй башлағандар.
Кемдәрҙер заманында еңел аҡса эҙләпме, тыуған ерҙәренән ситкә китеп, тыуған тупрағынан, еренән, иленән, хатта теленән яҙғанда, тыуған ерендә берегеп, ерегеп, шунда фиҙакәр хеҙмәт иткәндәр иҫәбендәлер ул Бохармәтовтар. Улар ауылда төпләнеүҙәренә бер ҙә зарланмай. Нимәһенә зарланаһың: иген сәсер киң баҫыулыҡтар, мал-тыуар кинәнерлек көтөүлектәр, бесәнлектәр йәйрәп ятҡанда ҡалаң ары торһон. Бар көсөн, тырышлығын, күңелен һалып эшләгән был хужаларҙы ысын мәғәнәһендә ер ҡәҙерен белгән кешеләр тиергә була.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор һәм Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: