Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май – Еңеү көнө эшләмәгән байрам көндәре булып тора. РФ Хөкүмәтенең 2018 йылдың 1 октябрендәге “2019 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы 1163-сө һанлы ҡарарына ярашлы, 5 ғинуарҙағы ял көнө 2 майға, 6 ғинуарҙағы байрам көнө 10 майға күсерелде. Шулай итеп, 5 көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 4, 5 һәм 9, 10, 11, 12 май ял көндәре булып тора. Шишәмбе, 30 апрелдә, һәм шаршамбы, 8 майҙа, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Алты көнлөк эш аҙнаһында 1, 3, 5 һәм 9, 12 май ял көндәре булып иҫәпләнә. РФ Хеҙмәт кодексының 120-се стаьяһына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск алғанда байрам көндәре отпускының календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй.