Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Апрель 2019, 15:01

Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын

28 июндә Өфө ҡалаһында үтәсәк V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан урындарҙа йылға йомғаҡ яһап, яңы бурыстар, йөкләмәләр алыу, яңы составты раҫлау, делегаттар һайлау маҡсаты менән отчет-һайлау йыйылыштары уҙғарыла башланы. Күгәрсен районы халҡы ла ошо маҡсаттан 369 милләттәшебеҙҙе тупланы.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡаршылап
Ҡоролтайға ҡот ҡайтһын
28 июндә Өфө ҡалаһында үтәсәк V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан урындарҙа йылға йомғаҡ яһап, яңы бурыстар, йөкләмәләр алыу, яңы составты раҫлау, делегаттар һайлау маҡсаты менән отчет-һайлау йыйылыштары уҙғарыла башланы.
Күгәрсен районы халҡы ла ошо маҡсаттан 369 милләттәшебеҙҙе тупланы.
Ҡоролтай эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе, республика “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡатнашты.
Йыйылыштың тәүге өлөшөндә ҡоролтайҙың 2017-2018 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Искәндәрова һуңғы йылдарҙағы эш һөҙөмтәһе менән генә таныштырып ҡалманы, бөгөн йәмәғәтселекте борсоған, хатта бер ни тиклем киҫкен торған мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
- Һуңғы арала йәмғиәтебеҙҙә мәңгелек һаналған ҡиммәттәр ҙә онотола бара, донъя ҡырыҫлана, рухи ярлылыҡ көсәйгәндән-көсәйә барған заманда һәр ерҙә абруйлы кешеләр, ололар һүҙен, кәңәшен, нәсихәтен яңғыратыу мөһим. Ҡоролтай эшмәкәрлеге нәҡ ошо йүнәлештә эшен алып бара ла инде. Ләкин бының өсөн иң тәүҙә үҙең тәрбиәле, үҙеңдең артыңдан башҡаларҙы эйәртә алырлыҡ абруйлы булырға, сәләмәт тормош алып барырға тейешһең. Халыҡты айыҡ тормошҡа әйҙәү, йәмғиәттә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп алған ҡоролтайҙың был йүнәлештә башҡарған бөтәгеҙгә мәғлүм булған аныҡ ҡына эштәре лә бар. Мәҫәлән, ике йыл рәттән район хакимиәтенең Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы, район ҡоролтайы, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙары инициативаһы менән эскелеккә ҡаршы йәмәғәт акциялары үткәрелде. “Айыҡлыҡҡа табан бер аҙым” тигән бер айлыҡ, “Харамдан ҡотолоу – бәхет асҡысы” тигән исем аҫтында балаларҙың йәйге каникулы ваҡытында 3 айлыҡ акциялар үткәрелде. Уның сиктәрендә иҫерткес эсемлектәр һатылған магазиндарға бер айға хәмер һатыуҙы туҡтатып торорға тәҡдим ителде, шулай уҡ урындарҙа “көмөшкә” ҡыуыусылар, сифатһыҙ араҡы һатыусылар менән аңлатыу эштәре алып барылды, уларҙың эшмәкәрлектәре тыйылды. Уға бик күп ауылдар, шәхси магазин хужалары ҡушылды. Уларға рәхмәтлебеҙ. Йәмәғәтселектең бик күп һорауҙарын, үтенестәрен, мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, быйыл да изге Рамазан айы - ураҙа айында ошондай уҡ акцияны яңынан тергеҙеп, иғлан итеү урынлы булыр, - тине сығышында Гөлфиә Хәсән ҡыҙы.
Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Юдаев та Ҡоролтайға әйтер һүҙе менән сығыш яһаны, замандың иң оло бәләһе – эскелек, уны туҡтатыу, айыҡлыҡ хәрәкәте эшмәкәрлеген йәнләндереү тәҡдимен индерҙе, дәррәү ҡушылырға әйҙәне.
Мәғлүм булыуынса, Ялсы ауыл биләмәһенең Һапаш ауылы 2014 йылда уҡ “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡайны. Бына шул осорҙан бирле унда ошо йүнәлештә эш ыңғай ғына бара, хатта биләмәне “Айыҡ биләмә” тип иғлан итеү кимәленә еттеләр.
- Әлбиттә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелекте тамыры менән генә ҡоротоп булмай әлегә. Эште дауам итәбеҙ, халыҡ араһында аңлатыу эштәренән тыш иманға әйҙәү дөрөҫөрәк, һөҙөмтәлерәк. Мәсеттәр был тәңгәлдә матур эшләй, - тине ул.
Мәҡсүт ауыл биләмәһендә лә ағинәйҙәр ҡоро инициативаһы менән ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эштәр башҡарыла. Ҡор етәксеһе Таңһылыу Хәмиҙуллина әйтеүенсә, кемделер тәрбиәләр алдынан тәүҙә үҙебеҙгә үрнәк күрһәтергә кәрәк. Үҙебеҙҙе миҫал, үҙебеҙҙең өлгө менән генә кешегә ыңғай йоғонто яһап була.
- Беҙҙең ағинәйҙәр ҡоро өс йүнәлештә эшләй. Тәүгеһе - йолалар, халыҡ фольклоры, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡайтып ҡалһа, икенсеһе – дини йүнәлеш, өсөнсөһө – ауыл биләмәһе тормошонда, уның эштәрендә әүҙем ҡатнашыу. Бына ошо өс тармаҡ иң тәүҙә айыҡлыҡ хәрәкәте буйынса эште алға һөрә. Беҙ булған ерҙә эсекелек юҡ, беҙ булған ерҙә эскән кеше юҡ. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға атлығып торабыҙ. Ағинәйҙәр улар шулай электән өгөт-нәсихәттәр менән түгел, ә үҙҙәренең булмышы менән тәрбиәләгәндәр халыҡты. Шул йоланы яйлап кире ҡайтарып барабыҙ. - Таңһылыу Сәлим ҡыҙы шулай уҡ башҡа ауылдарҙа ла ағинәйҙәр хәрәкәтен әүҙемләштереү тәҡдимен индерҙе.
Йәмғиәтебеҙҙәге иң ҙур, иң ҡырҡыу торған тел мәсьәләһе, башҡорт телен уҡытыу буйынса Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихованың сығышы иһә районда башҡорт телен уҡытыу торошо темаһына арналды. Шуныһы ҡыуаныслы: тел уҡытыу өлкәһендәге ҡайһы бер кире үҙгәрештәр беҙҙең районға үтә ҡағылманы, хәл-торош тотороҡло һаҡланып килә, балалар баҡсаһында ла башҡорт төркөмдәре эшләй.
- Беҙҙең Тәүәкән мәктәбендә 125 бала белем ала. Бөтәһе лә башҡорт. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте беренсе йүнәлеш буйынса уҡытыла, сәғәттәр һаны һаҡланды, дәреслектәр, методик ҡулланмалар менән тулыһынса тәьмин ителгәнбеҙ. Дәрестәрҙе заман талаптарына ярашлы, һөҙөмтәле педагогик технологияларҙы ҡулланып ойошторабыҙ, тәжрибәбеҙ менән район кәңәшмәләрендә асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре формаһында уртаҡлашабыҙ. Ошо көндәрҙә Башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе республика съезын ҡаршылап, Вәкил Хажин менән “Башҡорт телен уҡытыуҙың эффектив алымдары” темаһына эшлекле һөйләшеү үткәрелде. Был фәһемле осрашыу, әлбиттә, методиканы яңынан ҡарап сығыуҙы, эш алымдарын үҙгәртеүҙе, ғөмүмән, туған телгә мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙе талап итә.
Мәғариф системаһындағы һуңғы яңылыҡтарҙың береһе – биш көнлөк уҡытыуға күскәндә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре өсөн бүленгән сәғәттәр һаҡланасаҡ тип әйттеләр. Әгәр ҙә юғары кластарҙа дәрестәр һаны һаҡланмай икән, башҡорт филологияһы факультеттарына студенттар булмаясаҡ. Башҡорт теленән региональ имтиханды һайлаусылар былай ҙа кәмене.
Тағы ла күңелде ҡырған бер күренеш – милли матбуғаттың әҙ алдырылыуы. Өҫтән төшкән күрһәтмә менән генә тиражды арттырып булмайы көн кеүек асыҡ. Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ, ти халҡыбыҙ. Башҡорт теле уҡытыусылары ғына был мәсьәләне хәл итә алмай, административ системала эшләгән кешеләр былай ҙа яҙыла, халыҡ араһында аңлатыу эштәре лә әллә ни һөҙөмтәләр бирмәй, бында ниндәйҙер яңыса форматта,яңы алымдар менән эш итеү отошло булыр ине, - тине Гөлназ Салауат ҡыҙы. Әйткәндәй, тәүге съезда беҙҙең райондан да 6-7 делегат ҡатнашыуы көтөлә, гәзитебеҙҙең киләһе һандарында ошо сара тураһында мәғлүмәттәр яҙасаҡбыҙ.
Гөлфиә Янбаева Күгәрсен районы ҡоролтайы эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы һәм башҡа төбәктәргә лә өлгө булырлыҡ ойошма кимәленә етеүен билдәләне:
- Башҡорт автономияһының 100 йыллығын билдәләгәндә башҡорттарҙың ҡорға тупланыуы айырыуса әһәмиәтле. Оло тарихи ваҡиға нигеҙендә әллә күпме арҙаҡлы шәхестәребеҙ, күпме яҙмыштар тора. Гәзит биттәрендә, радио, телевидение тапшырыуҙарында улар тураһында йөкмәткеле мәҡәләләр, тапшырыуҙар күрһәтелә, кино премьералары күрһәтелә. Иҫ киткес ауыр шарттарҙа, ҡыйыу ир-егеттәребеҙ тарихи батырлыҡ эшләгән. Атай бер яҡта, улы бер икенсе яҡта, бер ниндәй күрһәтмәләр ҙә булмаған, үҙҙәре күтәрелеп, халҡыбыҙ өсөн, төйәгебеҙ өсөн автономия яулауҙа үҙҙәрен аямаған. Әгәр бөгөн беҙгә ошондай ваҡиғаларҙы үтергә, күрергә тура килһә, нишләр инек икән? Атҡарып сыға алыр инек микән? Юҡтыр. Шикләнәм. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың традицияларынан арыу ғына ситләшкәнбеҙ. Шулай ҙа һуңғы арала беҙҙең башҡорт егеттәре бик ныҡ әүҙемләште, айыҡлыҡ хәрәкәтен йәнләндереп ебәрҙе. Шуға бәйле бер ҡыуаныслы хәбәрҙе лә еткерәм: “Айыҡ ауыл” республика конкурсы ҡайтанан тергеҙелде, ул Асҡын районынан старт аласаҡ. Тимәк, был тәңгәлдә беҙгә ең һыҙанып эшләргә, Ялсы ауыл биләмәһе өлгөнөндә башҡа башҡорт ауылдары ла үҙе “Айыҡ ауыл” тип иғлан итер тип өмөтләнәбеҙ. Ҡоролтай, ағинәйҙәр ҡоро, йәштәр ҡоро, район хакимиәте менән берлектә һөҙөмтәле генә эшләргә булһын.
100 йыллыҡ сиктәрендә ошо ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнаған ҡаһарман яҡташтарығыҙ – Ибраһим Ҡыпсаҡ, Сәфәрғәли Иҙелбаев, Нәсибулла Бикбаев, Ғәҙелша Ейәнсурин, Ғәлиәхмәт Хәсәновтарға ла таҡтаташтар асыу әһәмиәтле булыр ине,- тип тәҡдим итте Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Ошондай рухлы шарттарҙа барған йыйылыш һуңында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙағы, милләттәштәребеҙҙе туплау, мәҙәни һәм рухи яҡтан үҫтереүҙәге фиҙаҡәр эшмәкәрлеге, урындағы ҡоролтай эшендә әүҙемлек күрһәткәне,туған телебеҙ, халҡыбыҙ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын пропагандалауы, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләүгә индергән ҙур өлөшө өсөн бер төркөм зыялыларыбыҙ - ҡоролтай рәйесе Гөлфиә Искәндәрова, уның урынбаҫары, “Мораҙым” гәзите хәбәрсеһе Айгөл Арыҫланбәкова, Мәҡсүт ауылы “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Таңһылыу Хәмиҙуллина Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы; Сирбай ауылының “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Гүзәл Фәхретдинова, “Ҡыпсаҡ” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Вадим Әлмөхәмәтов, Мораҡ ауылының “Уралҡай” балалар баҡсаһы коллективы (мөдире Фәйезова Фаягөл Зәки ҡыҙы), Мораҡ ауылының “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы коллективы (мөдире Иҡсанова Алһыу Йәркәй ҡыҙы) Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ҡоролтайҙағы сығыштар, фекерҙәр буйынса йыллыҡ эш планына нигеҙ булып торған Ҡарар ҡабул ителде, ошо айҙың икенсе яртыһында башҡарма комитеты составы йыллыҡ план ҡабул итеп, эште дауам итәсәк, шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар ҙа һайланды.
Бына улар: Ирек Юдаев – Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, Таңһылыу Хәмиҙуллина – Мәҡсүт ауылы “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе, Вадим Әлмөхәмәтов – “Ҡыпсаҡ” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
Ҡоролтай рәйесе итеп яңынан Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова һайланды.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: