Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2019, 14:11

Таҙалыҡ, тәртип үҙебеҙҙең ҡулда

Совет осоронан ҡалған матур күренештәрҙең береһе ул - күмәкләшеп экологик өмәләргә, йәғни “субботник”тарға сығыу. Әйткәндәй, Ленин бабай нигеҙ һалған сараға быйыл нәҡ 100 йыл тулды. Яҙ иртә килеү сәбәпле, ул иртәрәк - 6 апрелдә үк башланды.

Совет осоронан ҡалған матур күренештәрҙең береһе ул - күмәкләшеп экологик өмәләргә, йәғни “субботник”тарға сығыу. Әйткәндәй, Ленин бабай нигеҙ һалған сараға быйыл нәҡ 100 йыл тулды. Яҙ иртә килеү сәбәпле, ул иртәрәк - 6 апрелдә үк башланды.
Шәмбе иртәһе бар республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда, ғәҙәттәгенән күпкә йәнлерәк булды: үҙен уратып алған мөхиттең хәл-торошона битараф булмаған һәр кем ҙур теләк менән дөйөм эшкә ҡушылды.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына сара булһа ла, район үҙәгендәге өмә быйыл байрамса төҫ алды: З.Биишева исемендәге ял паркына йыйылған халыҡ район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең йырҙарын тыңланы, флешмобта бергәләп зарядка яһаны.
Эш дәррәү башланды: ойошма, предприятие, учреждение хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ауыл биләмәләре – барлығы 700-ләп кеше үҙ биләмәләрен һәм үҙҙәренә беркетелгән урамдарҙы, юл буйҙарын тәртипкә килтерҙе.
Эшләгәнгә эш ҡарышмай - бер нисә сәғәт эсендә район үҙәге, ауылдар күҙгә күренеп таҙарҙы, тәртипкә килтерелде, тау-тау ҡар ырғытылды, күпме ҡойма, бордюрҙар буялды, нисәмә саҡрым урам һеперелде. Ҡыйлыҡҡа сығарып түгелгән сүп-сар тураһында әйтеп тә тораһы түгел!
Әлбиттә, киләһе аҙналарҙа ла бындай өмәләр дауам итәсәк. Шулай ҙа кемдеңдер урамдарын килеп йыйыштырғанын көтөп, уларҙы тәҙрә аша күҙәтеп ултырғандар, ҡый-һайын ҡайҙа етте - шунда ырғытырға яратыусылар онотмаһын ине: сүптең дә үҙ урыны бар! Йыйыштырған түгел, ҡыйламаған ерҙә таҙа, тиҙәр халыҡта.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Г.Абдуллина фотолары.
Читайте нас: