Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2019, 14:15

Бөтә бәлә башы - эскелек

Хоҙайбирҙин ауыл биләмәһенә ҡараған Хоҙайбирҙин, Ялсы, Түбәнге Һапаш ауылдарында үткән кәңәшмә эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, райондың предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары етәкселәре, район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса һәм район Советы ҡарарына ярашлы, район ауылдарында йәмғиәттең иң ҙур бәләләренең береһе – эскелек һәм спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше менән көрәшеү, ана шул эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан бәхетһеҙлектәргә юл ҡуймау - йәмәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу һәм төҙөкләндереүгә ҡағылған халыҡ йыйылыштары үтә. Хоҙайбирҙин ауыл биләмәһенә ҡараған Хоҙайбирҙин, Ялсы, Түбәнге Һапаш ауылдарында үткән кәңәшмә эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, райондың предприятиелары, учреждениелары, ойошмалары етәкселәре, район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
Залда ултырыусылар хеҙмәт ветераны өсөн өҫтәмәне, балаға түләнгән айлыҡ пособиены күтәреүгә ҡағылышлы һорауҙарын да бирҙе.
Ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаев ауылда был юҫыҡта эшләнгән эштәргә байҡау яһаны.
- Эскелеккә ҡаршы көрәш – көнүҙәк мәсьәлә. Беҙҙең ауыл биләмәһендә был юҫыҡта эш күптән башланды. Районда тәүгеләрҙән булып “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаштыҡ, 2014 йылдан эшҡыуарҙар менән һөйләшеп, сауҙа нөктәләрендә иҫерткес эсемлектәр һатылмай. Әммә спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыусылар беҙҙең биләмәлә лә бар, улар менән көрәш дауам итә. Инициатив төркөм төҙөп, һатҡан кешеләр менән һөйләшеп тә ҡараныҡ, әммә ул ғына ярҙам итмәй, саралар күрергә кәрәк, исемлектәрен төҙөп прокуратураға ла бирҙек, полиция вәкилдәре менән төндәрен дежур ҙа итәбеҙ, әммә процедура ауыр бара, - тип эскелеккә ҡаршы эшләнгән эштәр тураһында ентекле һөйләне ул. Эскелек менән көрәш нисек кенә ауыр булһа, башҡа ауылдар менән сағыштырғанда хоҙайбирҙиндар ярайһы ғына һөҙөмтәләргә өлгәшкән, уларҙы күптәргә миҫал итеп ҡуйырға була, имам-хатиптар, ауыл активы менән бергәләп эшләйҙәр, үҫеп килеүсе йәш быуынды ла ошо заман афәтенән, ҙур бәләнән араларға тырышалар.
Һәр ауылға спорт майҙансыҡтары урынлаштырылған, мәктәпкә лә спорт инветары алынған, мәҙәниәт усаҡтарына бильярд, теннис өҫтәлдәре ҡуйылған – быларҙың барыһы ла халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, спортҡа иғтибарҙы арттырыу йәһәтенән эшләнә.

Ирек Раял улы янғындан, яҙғы ташҡындан һаҡланыу өсөн ниндәй саралар күрелгәнлеге, төҙөкләндереү буйынса ниндәй эштәр планлаштырылыуы тураһында һөйләне. Ауыл биләмәһендә кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк булған проблемаларға – Керәүле йылғаһының ярын нығытыу, Һапаш - Вәлит юлын ремонтлау, Хоҙайбирҙин зыяратын һыу баҫыуҙан һаҡлау, Түбәнге Һапаш ауылында социаль үҙәк төҙөү кәрәклегенә туҡталды.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-наркологы Мөҙәрис Хәбибуллин (һүрәттә) составында метил спирты булған контрафактлы алкоголдең көнкүреш, “фанфурик”тарҙың медицина процедуралары өсөн генә тәғәйенләнеүен һәм уның кеше организмына ни тиклем зыянлы булыуы тураһында һөйләне, һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙарҙың айырыуса эскелеккә бирелеүенә туҡталды, миҫалдар килтерҙе. Үткән йылда алкоголдән ағыуланыусы 302 пациентҡа стационар ярҙам күрһәтелгән, 2018 йылда алкоголде күп ҡулланыуҙан шәбәйә алмайынса “Тиҙ ярҙам” хеҙмәтенә 254 кеше мөрәжәғәт иткән, суррогат алкоголь ҡулланыуҙан кома хәлендәге 29 пациентҡа реанимация бүлегендә ярҙам күрһәтелгән, уларҙың 3-әүһе вафат булған. Әлеге ваҡытта табип-наркологта 180 кеше иҫәптә тора.
Полицияның участка уполномоченныйы Динар Ишаев һүҙҙәре буйынса, 2018 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан ауыл биләмәһендә спиртлы продукцияны законһыҙ һатыуҙың 3 осрағы асыҡланған.
Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Илнур Исҡужин янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм уларға юл ҡуймау тураһында һөйләгәндә, янғындарҙың күбеһе иҫерек кеше арҡаһында сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бына бер миҫал. Үткән айҙа Ейәнсура районында эскелек арҡаһында сыҡҡан янғын ике кешенең ғүмерен алып китә. Күп балалы ҡатын иптәштәре менән кистән “байрам” итә. Өй эсендә тартҡан тәмәкенән сығып киткән янғындан ҡатын үҙе һәм уның 1 йәш тә 2 айлыҡ сабыйы вафат була, ҡалған ике бала янған өйҙән сығып өлгөрә. Илнур Фәйзулла улы өйҙәргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы алып ҡуйырға өндәне, статистика күрһәтеүенсә янғындарҙың күбеһе төндә сыға, ә был ҡоролмалар төтөн еҫенә тауыш сығара һәм шул арҡала йортто, мөлкәтте һәм, иң мөһиме, ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Ғайса Ғилметдин улы эскелеккә ҡаршы күмәкләп көрәшергә кәрәк, тип билдәләне.
Һуңғы һүҙ урынына...
Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә бер генә ғүмер биргән, һәр кем ул ҡәҙерле ғүмерҙе сағыу, ҡыҙыҡлы, матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормошта лайыҡлы итеп йәшәргә хыяллана. Тик ул ынтылыштарҙың, хыял-маҡсаттарҙың юлына “йәшел йылан”ғына төшмәһен. Ул саҡта гөрләп торған сағыу донъяның да ҡото китә, яҡындарҙың, айырыуса балаларҙың тормошо оло бер һынауға әйләнә. Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында, айырыуса эсергәме-эсмәҫкәме тигән юлды һайлағанда...

Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: