Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 13:00

Һыу – ҙур байлыҡ һәм йәшәү сығанағы

Һыу – ҙур байлыҡ, йәшәү сығанағы һәм мөһим ресурс. Быны инде зәңгәр экрандарҙан Сирия халҡының бер йотом һыуға зар-интизар булыуын, илебеҙҙән унда гуманитар ярҙам йөҙөндә йүнәлтелгән эсәр һыуҙың ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул ителеүен күреп тә яҡшы аңлайбыҙ. Түбәндәге факттарға күҙ һалһаң да, илебеҙ һәм республикабыҙ әлдә таҙа һыулы шишмәләргә, икһеҙ-сикһеҙ йылғаларға бай тип, эстән ҡыуанып ҡуяһың. Бөгөн Ер шарында 1,1 миллиард кеше, йәғни һәр 6-сы кеше һыуға ҡытлыҡ кисерә. Уртаса һауа температураһы ике-өс градусҡа ғына күтәрелгәндә лә, был һан 2,5-3 миллиард тәшкил итәсәк.

Һыу – ҙур байлыҡ, йәшәү сығанағы һәм мөһим ресурс. Быны инде зәңгәр экрандарҙан Сирия халҡының бер йотом һыуға зар-интизар булыуын, илебеҙҙән унда гуманитар ярҙам йөҙөндә йүнәлтелгән эсәр һыуҙың ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул ителеүен күреп тә яҡшы аңлайбыҙ. Түбәндәге факттарға күҙ һалһаң да, илебеҙ һәм республикабыҙ әлдә таҙа һыулы шишмәләргә, икһеҙ-сикһеҙ йылғаларға бай тип, эстән ҡыуанып ҡуяһың.
Бөгөн Ер шарында 1,1 миллиард кеше, йәғни һәр 6-сы кеше һыуға ҡытлыҡ кисерә. Уртаса һауа температураһы ике-өс градусҡа ғына күтәрелгәндә лә, был һан 2,5-3 миллиард тәшкил итәсәк. Санитария һәм гигиена талаптарына тура килгән зарарһыҙ тап-таҙа эсәр һыу булмау арҡаһында көн һайын ерҙә 6 мең бала төрлө сир эләктереп вафат була. 2 миллиардтан артыҡ кеше эсәр һыуҙы даими ҡулланыуҙан бөтөнләй мәхрүм.
Ә эсәр һыу етмәүҙән йыл һайын өс миллион кеше үлә, шуларҙың 1,8 миллионы – балалар. Бер нисә йылдан һуң был һан биш-алты миллион кешегә етәсәк. Мозамбикта, мәҫәлән, кеше уртаса 31,3 йыл йәшәй. Был ҡурҡыныс һандың төп сәбәбе – бысраҡ һыу йә һыуҙың бөтөнләй булмауы.
Ниндәй илдәр тағы ла эсәр һыуға интегә? Йылдан-йыл Төньяҡ Америка ла уға нығыраҡ ҡытлыҡ кисерә, халыҡты һыу менән тәьмин итер өсөн АҠШ 10-ар миллион доллар аҡса түгә. Нигерия халҡының 60 миллион кешеһе, Пакистан, айырыуса Индия һәм Төньяҡ Ҡытай халҡы, Африканың ҡоро, ҡыуырғыс эҫегә дусар булған ерҙәрендә йәшәүселәр эсәр һыуға зар-интизар булып йәшәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре көн һайын эсәр һыу артынан “сәйәхәт” өсөн хатта тиҫтәләгән километр ерҙе үтергә мәжбүр.

Эскән һыуыбыҙға төкөрмәйек
Әйткәндәй, 22 март – Бөтә Донъя һыу көнө тип юҡҡа ғына иғлан ителмәгән, уның төп маҡсаты - йәмәғәтселек һәм етәкселектең тирә-яҡ мөхиткә, эскән һыуға иғтибарын йүнәлтеү, арттырыу. Эсә торған һыуға ҡытлыҡ кисереүселәр рәтенә, шөкөр, беҙҙең илебеҙ инеүен инмәй ҙә ул, әммә борон-борондан ата-бабаларҙан ҡалған: “Эскән һыуыңа төкөрмә” әйтемен тирә-яғыбыҙҙа онотоусылар арта бара. 90-сы йылдарҙа, хәтерләйһегеҙҙер әле, кеше факторына бәйле, әлеге лә баяғы кемдәрҙеңдер ғәмһеҙлеге арҡаһында баш ҡалабыҙҙың ҡайһы бер райондары эсәр һыуһыҙ ҡалғайны. Әлеге көндә лә сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарашта булғандар экологик таҙа һыуҙы аҙыҡ-түлек магазиндарынан һатып ала.
Үҙебеҙ төйәк иткән Күгәрсен районы матур шишмәләргә, Урал тауы киңлектәренән урғып сығып, Йомағужа ауылын наҙға төргән Ағиҙелгә, серлелеге менән йәлеп итеүсе Аҡауаз, Оло һәм Кесе Эйек, Наҡаҫ, Үрген, Ҡушйылға, Иртөбәк һәм башҡа күп йылғаларға бай. Әммә күп йылғаларҙың йылдан-йыл һайыға, ә шишмәләрҙең кәмеп барыуына эс боша. Ыуары кешеләренең элгәре Ыуары йылғаһынан, Юлдыбай халҡының Тассы йылғаһынан һыу эскәне мәғлүм, ә хәҙер уларҙың түгел, данлы Эйектең ҡайһы бер ерҙәрендә йәйге селләлә ҡаҙ-өйрәк йөҙҙөрөр урын юҡлығы күҙгә ташлана. Ҡайһы бер йылғаларыбыҙ, мәҫәлән, Мерәүешле, Үрге Утар донъяла үҙҙәренең барлығы хаҡында тик яҙғы ташҡын ваҡытында ғына белгертә. Берәүгә лә сер түгел: ял итеү миҙгелдәре башландымы, үҙебеҙ кинәнеп һыу ҡойонған йылға буйҙары ҡыйлыҡ, сүп-сар урынына әүерелә. Әхлаҡһыҙлыҡ, мәҙәни түбәнлек, ғәмһеҙлегебеҙ ярай ҙа бумеранг булып киләсәктә үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтмаһа, өҫтә күрһәтелгән илдәр кеүек эсер һыуға зар-интизар булып ултырмаһаҡ. Былай ҙа завод-фабрика бысрағы аҡҡан йылғаларҙа Менделеевтың бөтә таблицаһы сағылыш табыуын, эсергә түгел, хатта һыу ҡойонорға яраҡһыҙлығы тураһында аҙ-маҙ булһа ла төрлө тапшырыуҙарҙан ҡарап белеп торабыҙ.

Һыу шифалы булһын тиһәң...
Һәм тағы ла... Сит ил белгестәре һыуҙың төҙөлөшөн, илаһи көскә эйә булыуын ныҡлап өйрәнә. Япон ғалимы Эмото Масару үҙенең эш тәжрибәһендә төрлө һауыттарға һыу һалып, төрлө һүҙҙәр әйтеп, уларҙы туңырға ҡуя. Яҡшы, матур һүҙҙәр әйтелгән һыу структураһы алты мөйөшлө йондоҙ, йәғни беҙ белгән ғәҙәти ҡар бөртөгө төҙөлөшөн сағылдырһа, ә насар һүҙ әйтелгәне аңлайышһыҙ формаға ингән була. Артабан ғалим өс һауытҡа дөгө ярмаһы һалып, һыу тултыра ла, тәүгеһенә – “рәхмәт”, икенсеһенә – “иҫәр”, өсөнсөһөнә бер һүҙ ҙә әйтмәй ултыртып ҡуя. Бер ай үткәс, тикшереп ҡараһа, беренсе һауыттағы дөгө матур көйө эреләнгән, икенсеһе ҡап-ҡара булған, ә өсөнсө һауыттағыһы күгәрә башлаған була. Тимәк, сабый балалар кеүек, һыу ҙа иғтибарҙы, үҙенә ҡарата яғымлы мөнәсәбәтте талап итә!
Шулай уҡ ғалимдарҙың өшкөртөлгән һыу составын тикшереүе тураһында ла күптәрегеҙ хәбәрҙарҙыр. Аҡ теләктәр әйтелеп, изге доға уҡылған һыуҙың структураһы матур йондоҙ формаһында була. Халҡыбыҙҙа тикмәгә генә борондан ауырыған кешеләрҙе, айырыуса сабыйҙарҙы изге ниәттәр менән өшкөртөлгән һыу менән дауалау ғәҙәте йәшәмәгән. Доғаланған һыу бер ҡасан да иҫкермәй. Һауыттағы, күнәктәге һыуҙы ла өләсәй-ҡәрсәйҙәрҙең төнгөлөккә “бисмилла” менән матур теләктәрҙе әйтеп ҡаплап ҡалдырыуы күп нимә хаҡында һөйләй. Һыуға иғтибарлы, рәхмәтле була белгәндәр өсөн генә ул мең шифалы, ауырығанда – ысын дауа буласағын онотмаһаҡ ине!

Гөлшат ВӘЛИЕВА әҙерләне.
Читайте нас: