Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 13:22

Күңеле яҡты кешенең тормош юлы ла яҡты

Күптәргә өлгө булырлыҡ матур тормош юлы үткән һәм олоғайған көндә лә күркәм булмыштарын юғалтмаған кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел! Шундайҙарҙың береһе – ошо көндәрҙә 80 йәшен билдәләгән Исхаҡ ағай Иҫәмбәков ғүмер көҙөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм, әлбиттә, ғүмерлек тоғро юлдашы Ғәтиә апай өсөн иң ҡәҙерле кеше булып ҡаршы ала. Ни сәсһәң - шуны урырһың, тиҙәр, йәштән һәр кемгә иғтибарлы, кеселекле, кешелекле булған уҙаман үҙе лә яҡындарының ғына түгел, ауылдаштарының, яҡташтарының да ихтирамын һәр ваҡыт тойоп йәшәй.

Күптәргә өлгө булырлыҡ матур тормош юлы үткән һәм олоғайған көндә лә күркәм булмыштарын юғалтмаған кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел! Шундайҙарҙың береһе – ошо көндәрҙә 80 йәшен билдәләгән Исхаҡ ағай Иҫәмбәков ғүмер көҙөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм, әлбиттә, ғүмерлек тоғро юлдашы Ғәтиә апай өсөн иң ҡәҙерле кеше булып ҡаршы ала. Ни сәсһәң - шуны урырһың, тиҙәр, йәштән һәр кемгә иғтибарлы, кеселекле, кешелекле булған уҙаман үҙе лә яҡындарының ғына түгел, ауылдаштарының, яҡташтарының да ихтирамын һәр ваҡыт тойоп йәшәй.

1939 йылдың мартында Яңауыл ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә Исхаҡ Йосоп улы. Һуғыштан ауыр яраланып ҡайтҡан атаһы, бер ҡулы эшкинмәүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт колхоз эшендә булғас, утын-бесән әҙерләү, мал ҡарау, баҡса утау кеүек эштәр күп ваҡыт балалар иңенә төшә, уның ҡарауы Исхаҡ та, туғандары ла, кесе йәштән эштең ағын-ҡараһын айырмай, тырыш, эшһөйәр булып үҫә.

Бала саҡтан машина йөрөтөргә хыялланған егет мәктәпте тамамлағас, Күмертауҙа шофер һөнәренә уҡып сыға. Әммә армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ике туған ағаһы – нефтсе Исмәғил йоғонтоһонда быраулаусы булырға ҡарар итә. Тәүге эш урыны Борайға ул йәш кәләше менән юллана. Әйткәндәй, йәндәй күргән йәре менән улар бер һуҡмаҡты тапап, бер үк шишмә һыуын эсеп үҫә. Бала саҡ күренештәрен әле булһа хәтер һандығында һаҡлай 57 йыл иңгә-иң терәп ғүмер иткән күркәм пар: бына арғы оста йәшәгән ҡыҙсыҡ келәттә эшләгән ағаһына уларҙың урамы буйлап ашарға алып китеп бара. Үҙе генә түгел – әхирәттәрен дә эйәрткән, сөнки белә: бер төркөм малайҙар уны урамдан уҙғармаясаҡ. Етәкләшеп урамды ҡаплап торған ыбыр-сыбырҙарҙың ҡап уртаһында башҡаларҙан бер башҡа ҡалҡыу Исхаҡ та бар. Шул шуҡ, шаян малай йәнә бер нисә йылдан һыу һөлөгөндәй егеткә әйләнеп, сәскә кеүек ҡыҙға һушын юғалтып ғашиҡ булыр тип кем уйлаһын...

Нефтсе, бер уйлап ҡараһаң, хәрби кешеләрҙән бер ҙә кәм түгел: ҡайҙа ебәрәләр – шунда китә. Борайҙан һуң, Архангелдә, Иҫәнғолда, Ҡаҙағстанда йәшәргә тура килә Иҫәмбәковтарға. Хатта бер заман уларҙы Алжирға ла ебәрәләр. Инде бер ергә төпләнеп, ерегеп йәшәп кенә киткәндә, ҡапыл ҡубарылып йәнә икенсе яҡҡа күсеп китеүе еңел бирелмәһә лә, бер генә көнгә лә айырылмай ғаилә, һәр ваҡыт бергә була һәм тормоштоң ағын да, ҡараһын да бергә кисерә. Мәктәптән-мәктәпкә күсергә тура килһә лә, балалары ла зарланмай, шулай тейеш икән тип ҡабул итә был хәлде. Бөгөн инде уларҙың һәр береһе үҙ аллы тормош көтә, ғаиләле: Сабир Ҡаҙағстанда тороп ҡалған, Гөлсинә Туймазыла, Әлфиә Мораҡта төпләнһә, Земфираның эсәр һыуҙары сит тарафтарҙа булып сыға – 15 йыл Америкала йәшәгәндән һуң, тормош иптәшенең тыуған ере Чехияға ҡайтып нигеҙ ҡорғандар. Әйткәндәй, Исхаҡ ағай менән Ғәтиә апайҙың бөгөнгө көндә 6 ейән-ейәнсәре, 2 бүлә-бүләсәре бар. Сабир һәм уның улы Айрат Исхаҡ ағайҙың эҙҙәренән киткән – икеһе лә “Казахгаз” концернының әйҙәүсе белгестәре, оҙаҡ йылдар газ һәм нефть сығарыу өлкәһендә эшләй.

40 йылдан ашыу быраулаусы булып намыҫлы эшләп, бер ҡосаҡ маҡтау ҡағыҙҙарына, рәхмәт хаттарына, наградаларға, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булған һәм хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тыуған яғына ҡайтып, атай нигеҙен яңыртҡан Исхаҡ ағай инде ял итергә ваҡыт тип ҡул ҡаушырып ятмай: 10 йылдан артыҡ, һаулығы бер аҙ ҡаҡшағансы, мәсеттә мулланың ярҙамсыһы вазифаһын тарта һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Етмәһә, ҡайһы ғына эшкә тотонһа ла, төптән уйлап, намыҫ менән эш иткән һәм ололарға оло, кеселәргә кесе була белгән Исхаҡ ағайға ауылдаштары оло ышаныс күрһәтеп, депутат итеп һайлай.

- Атайым кеүек изге күңелле кешеләр донъяла бик һирәктер ул. Бер ҡасан да әсәйем менән уның үҙ-ара һүҙгә килешеп, тәмһеҙләшеп ултырғанын күргәнебеҙ булманы. Уларҙың үҙ-ара татыулығы, бер-береһе өсөн йән атып тороуҙары һәр беребеҙ өсөн үрнәк. Иң ҙур рухи терәгебеҙ ҙә улар. Донъяла бар икәнлектәрен тойоу ғына ла беҙҙе бәхетле, ҡанатлы итә. Улар янында беҙ үҙебеҙҙе яҡлаулы ла, ҡурсаулы ла тоябыҙ.

Атайыбыҙ иҫ киткес бала йәнле. Бала саҡта һәр ваҡыт уның эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә торғайныҡ. Нисек кенә арып ҡайтһа ла, беҙҙе әкиәт һөйләп йоҡлатыр һәм, 70-80-се йылдарҙа магазиндарҙа ул хәтлем уйынсыҡтар күп булмағас, беҙгә үҙ ҡулдары менән тәтәйҙәр эшләр ине. Шул хәтерҙә: ул беҙгә табип сумкаһы тегеп, тышын сатраш менән сигеп бирҙе. Уның эсендәге алюмин сыбыҡтан яһалған градусник, тонометр, шприц һ.б. уның ҡулы менән яһалған. Йыл һайын Яңы йыл байрамына вертолет менән буровойҙан шыршы алып ҡайтып, беҙҙең күңелебеҙҙе күрер ине. Уның һәр ваҡыт күстәнәстәр менән лыҡа тулы көрән сумкаһы беҙҙең өсөн тылсымлы моҡсай булды.
Күңеле менән матурлыҡҡа ғашиҡ кеше ул, башҡалар өсөн ғәҙәти генә тойолған тәбиғәт күренештәренән дә йәм таба белә. Хатта турғайҙар ҙа уның ҡулынан ем сүпләй. Шул да иҫтә ҡалған: бала саҡта әсәйем беҙгә баҡсаға һыу ҡойорға ҡуша, беҙ иһә атайым менән бергәләп тиҙ генә йәшелсә-емешкә һыу һибәбеҙ ҙә, әсәйем күрмәгәндә тиҙ генә балыҡҡа китәбеҙ. Ҡулы шулай ҡотломо: башҡалар бер балыҡ та тота алмаған урында ла ул ике-өс табалыҡ балыҡ эләктерә. Әйткәндәй, был шөғөлөн ул беҙгә лә “йоҡторҙо”, инде ейән-ейәнсәрҙәре лә балыҡ тоторға ярата.

Атайыбыҙҙың йәнә бер һыҙаты: ул бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Уның рухи яҡтан көслө, шаян, ихлас булыуы кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра.

Атай-әсәйле булыу һәр кем өсөн сикһеҙ бәхет. Беҙгә тағы ла ошо бәхетте оҙон-оҙаҡ йылдар татып йәшәргә яҙһын ине. Ҡәҙерлеләребеҙгә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Шундай атай-әсәйле булыу беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ, – ти Иҫәмбәковтарҙың ҡыҙҙары Әлфиә менән Гөлсинә.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: