Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 12:32

Дәүләт иҫәбенә спутник тарелкалары ҡуйҙырырға була

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт иҫәбенә спутник тарелкалары ҡуйҙырырға була. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, спутник ҡорамалдарын алыуҙа һәм урынлаштырыуҙа дәүләт ярҙамы цифралы эфир телевидениеһы зонаһынан ситтә йәшәгәндәргә – пенсияһына федераль социаль өҫтәмә түләү алған хаҡлы ялдағыларға, балаларына айлыҡ пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә күрһәтелә.

- Ауыл Советына ғариза яҙғайным. Аҙаҡ телефоныма “Һеҙҙең үтенес ҡарала” тигән хәбәр килде. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә “Спутниктелеком” подряд ойошмаһынан шылтыратып, ҡоролманы бушлай ҡуясаҡтарын хәбәр иттеләр. Шаярталар тип уйлап, хатта “Ҡыҙыу линия”ға шылтыраттым. Иртәгәһенә үк егеттәр килеп, эшләп тә киттеләр. Бер айҙан түләүле каналдарҙы тоташтырырға була икәнлеген дә иҫкәрттеләр, - ти ул.
5 бала үҫтергән хеҙмәт ветераны, 70 йәшлек Гөлнур Ишбаева ла һанлы телевидениеға ҡыуанып бөтә алмай.
- Көн һайын яңылыҡтар ҡарап барабыҙ. Ирем Рафаэль беренсе төркөм инвалиды, уның янынан йыраҡ китә алмайым. Ярай ҙа улым менән ҡыҙым ҡараша. Телевизор ҡарап, донъя күргәндәй булаһың, рәхмәт инде хәстәрлек күрһәткәндәре өсөн, - ти ул да.
- 22 ауыл цифралы эфир телевидениеһы зонаһынан ситтә, 137 йорт тоташтырыуға хоҡуҡлы. Әлеге мәлдә 14 ауылда урынлашҡан 37 йортҡа телевизион сигналдарҙы ҡабул итеү өсөн спутник тарелкалары ҡуйылды. Был юҫыҡта эштәр артабан да дауам итәсәк. Ауыл биләмәләрендә уҙған күсмә кәңәшмәләр ваҡытында халыҡҡа 3 июндән республикала тапшырыуҙарҙың яңы форматҡа күсәсәге һәм кемдәрҙең компенсацияға хоҡуғы бар икәнлеге ентекле аңлатылды, - ти цифралы телевидениеға күсеү өсөн яуаплы булған район Советы секретары Руслан Әхмәров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙам алыу өсөн БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы йәки Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәре (РТРС) сайттарында күрһәтелгән документтарҙы йыйырға кәрәк. Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә спутник ҡоролмалар алыу һәм урынлаштырыу тәртибе хаҡында мәғлүмәтте ҡыҙыу линияға - 8(347) 218-0783 телефонына (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем, төшкө 1-ҙән 2-гә тиклем – төшкө аш) шылтыратып йәки ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп белергә мөмкин.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотоһы.
Читайте нас: