Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 14:17

Бер-береһенең өлөшөнә төшкән көмөшө улар

Мораҡ ауылында йәштәргә үрнәк, өлгө булырлык матур ғаиләләр бик күп. Шундайҙарҙың береһе - Зифа һәм Марсель Сәлмәновтар. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларға матур тәрбиә һәм юғары белем биреп, бөгөнгө көндә ете ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай, өләсәй булып, барлыҡ балаларының шатлыҡтарына ҡыуанышып, уңыштарына һөйөнөп йәшәй улар.

Мораҡ ауылында йәштәргә үрнәк, өлгө булырлык матур ғаиләләр бик күп. Шундайҙарҙың береһе - Зифа һәм Марсель Сәлмәновтар. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларға матур тәрбиә һәм юғары белем биреп, бөгөнгө көндә ете ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле олатай, өләсәй булып, барлыҡ балаларының шатлыҡтарына ҡыуанышып, уңыштарына һөйөнөп йәшәй улар.
Зифа апай һәм Марсель ағайҙың татыу ғаиләһе тураһында һүҙебеҙҙе осраҡлы рәүештә генә башламаныҡ. Зифа апай утыҙ йылдан ашыу район китапханаһында эшләй. Шуға ла, ошо көндәрҙә уҙғарылған Башҡорт ғаиләһе көнө менән ҡотлау уңайынан, беҙ, район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, тап уларҙың ғаиләһенә барыуҙы хуп күрҙек.
- Бына рассадаларым да морон төрттө инде. Балалар кеүек итеп ҡарайым бит мин уларҙы. Һыйпап яратам, һөйләшәм – ти уңған хужабикә, пенсияла булһалар, бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, Зифа апай баҡса менән булаша, гөлдәр, йәшелсә үҫтерә. Күп иғтибар талап иткән ят сәскәләрҙе лә айырыуса наҙ менән үрсетә.
Ә Марсель ағай Руслан улы менән ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. 2013 йылдан тотонған улар был шөғөлгә һәм ярайһы ғына уңыштарға ла өлгәшкәндәр. Балдарының сифаты һәм төрлөлөгө буйынса Өфөлә үткән республика кимәлендәге сарала өсөнсө урын да яулап ҡайтҡандар.
- Бал ҡорттарын тотоу лотерея уйнау менән бер ул. Йә уңаһың, йә туңаһың. Йылы менән икешәр тонна бал алған ваҡыттар ҙа була. Елкә генә кәрәк. Бал ҡорттары тотоу ситтән ҡараһаң ғына еңел кеүек тойола, үҙең дә бал ҡорто кеүек тырышмаһаң, балын алып булмай”- тип һүҙгә ҡушыла Зифа апай менән әңгәмәне сабыр ғына тыңлап ултырған ғаилә башлығы ла. Марсель ағай һөнәре буйынса уҡытыусы. Илле йылдан ашыу ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, умартасылыҡҡа тотона. Бал ҡорттарынан бушап торған ваҡыттарында Марсель ағай үҙен баҡсасы булараҡ та һынап ҡарай, уның беҙҙең яҡтарҙа бик үк ерегп китмәгән, әммә шәп баҡсасыларҙың баҡсаһында гөрләп үҫкән виноград үрсетеү менән мауыға. Ҡыш көндәрендә, бал ҡорттары ял иткәндә, умарталарына үҙ ҡулдары менән рамдар яһай.
- Беҙҙең балды Силәбе өлкәһендә, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларында, Германия, Финляндияла ла беләләр, яратып ашайҙар. Үҙебеҙҙең һатыу юлдары бар, шулар аша кәсеп итәбеҙ инде. Файҙаһын күреп торабыҙ, Аллаға шөкөр, алған килемебеҙ менән балаларыбыҙға ярҙам итәбеҙ, - ти Марсель ағай ҡыуанып.
Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан килгәнебеҙе белгәс тә ул : “Ҡайһылай яҡшы булған. Башҡорт ғаиләһе көнөн айырым байрам итеп билдәләү бик хуп. Үҙ милләтебеҙҙең көҙгөһө булған ғаиләләр тураһында һөйләү, уларға хөрмәт күрһәтеү, башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу бик яҡшы күренеш. Районыбыҙҙа бынамын итеп донъя көткән, өлгө булырлыҡ йәш ғаиләләр ҙә, ололар ҙа, күп. Был милләтебеҙ өсөн оло ғорурлыҡ» - тип шатланды хужабикә. Ғаиләлә татыулыҡ булдырып, уны ғүмер буйы һаҡлай, ҡурсалай алыуҙың серен һорағас, Зифа апай:“Иң мөһиме сабырлыҡ. Унан килә бер-береңде хөрмәт итеү. Берең ут булғанда, икенсеңә һыу булырға кәрәк. Балалар алдында ла, башҡа ваҡыттарҙа ла ирҙе ир итә белеү мөһим. Ошо төп нәмәләрҙе онотмаһағыҙ, ғаиләлә бөтәһе лә яҡшы буласаҡ”, - тип йәштәргә үҙенең кәңәштәрен дә бирҙе.
Ҡулы эшһеҙ тормаған Зифа апай, ейәнсәрҙәренә инселәп һандыҡтар ҙа әҙерләй башлаған. «Бәләкәй ҡыҙым Зиләне шулай матур итеп һандыҡ әҙерләп кейәүгә оҙаттыҡ, хәҙер яйлап ейәнсәрҙәремә әҙерләй башланым» - тип үҙенең ҡул эштәре менән дә таныштырып үтте хужабикә. Күңел йылыһы, күҙ нурҙары һалып сигелгән был таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар, яҫтыҡ тыштары күҙҙең яуын алырлыҡ. Күңеле матур кешенең, эшләгән эше лә, һөйләгән һүҙе лә матур, нурлы булыуына инанып ҡайттыҡ беҙ был сәфәребеҙҙән. Үҙҙәренең ғаилә усағының йылыһын нисә йылдар һүрелтмәй һаҡлап, уны балаларына, яҡындарына өләшеп йәшәгән Сәлмәновтар ғаиләһенә артабан да ошолай иңгә-иң терәшеп, гөлтләтеп донъя көтөүҙәрен, балаларының изгелеген күреп йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Айгөл АБДУЛЛИНА, район үҙәк китапханаһы китапханасыһы.

Читайте нас: