Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2019, 20:56

Башҡортостанда гидрологтар ҡарҙың иреп бөтөү һәм йылғаларҙың боҙҙан әрселеү ваҡытын фаразланы

Башҡортостанда гидрологтар йылғаларҙың боҙҙан әрселеү һәм ҡарҙың иреп бөтөү ваҡытын фаразланы.

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Башҡортостанда гидрологтар йылғаларҙың боҙҙан әрселеү һәм ҡарҙың иреп бөтөү ваҡытын фаразланы.
Йылғалар 8-15 апрель тирәһендә боҙҙан әрселә башлай, тип хәбәр иттеләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығында. Тәүгеләрҙән булып бәләкәй дала йылғалары әрселә. Өфөлә Ағиҙел йылғаһында боҙ китеү, ғәҙәттә, 9-12 апрелдә күҙәтелә.
Әлеге ваҡытта республика йылғаларында боҙҙоң уртаса ҡалынлығы 27-65 сантиметр тәшкил итә, был норманан 10-45 сантиметрға түбәнерәк. Уртаса тәүлек температураһының күтәрелеүенә бәйле, күпселек йылғаларҙа боҙ яйлап ирей башланы, йырындар барлыҡҡа килә, боҙ ҡарая, өҫтөнән һыуҙар аға.
Республика биләмәһендә яҙғы ташҡын апрель башында башлана. Ҡар бөтә ерҙә лә бер төрлө иремәй. Был күренеш төбәктең көньяҡ-көнбайыш дала райондарында иртәрәк башлана. Таулы-урманлы райондарҙа ҡар оҙағыраҡ ята.
Читайте нас: