ӨФӨ, 2019 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Башҡортостанда бер нисә көн йылы торғандан һуң ҡапыл һыуыта. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, алдағы көндәрҙә төбәктә йылы һәм ямғырлы һауа торошо өҫтөнлөк итә, төнгө сәғәттәрҙә һалҡынайтыу сәбәпле юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ошондай һауа шарттарында автомобилселәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш ителә, йәйәүлеләргә лә йәрәхәтләнеүҙән һаҡланыу өсөн иғтибарлы булырға кәрәк.
Шаршамбы, 13 мартта, һауа температураһы төндә -7, көндөҙ -2 градусҡаса түбәнәйә.
Аҙна аҙағына төндә 11 градусҡа тиклем һалҡын булыуы фаразлана. Яуым-төшөм туҡтай.
Шәмбе, 16 мартта, көндөҙ +2, төндә -9 градус була. Йәкшәмбе, 17 мартта, көндөҙ 4 градус йылы, төндә һауа температураһы -7 градусҡаса түбәнәйә.