Ир-егеттәр көслө зат тип аталһа, йәшәүгә йәм һәм йән өргән ҡатын-ҡыҙҙарҙы гүзәл зат тип ололайҙар. Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәл заттарыбыҙ был исемгә, ысынлап та, бик лайыҡ: күптәр бына тигән итеп донъя көтә, балалар үҫтерә, шул уҡ мәлдә эшкә лә өлгөрә. Тәүәкән урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәмилә Рәмил ҡыҙы Шәһәрова ла нескә генә иңдәренә нисәмә вазифа йөкмәгән: хәстәрлекле әсә, ышаныслы тормош иптәше, уңған килен, уҡыусылары өсөн өҙөлөп торған уҡытыусы...
Күрше Ейәнсура районының Байыш ауылында тыуып үҫкән Рәмилә Рәмил ҡыҙын Тәүәкәнгә яҙмыш елдәре һәм, әлбиттә, ошо ауыл егетенә ҡарата күңелендә бөрөләнгән ҙур һөйөү хистәре алып килә. Салауат педагогия колледжын, аҙаҡ ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған уҡытыусы бына инде ике тиҫтә йылдан ашыу башланғыс класс балаларына белем бирә.
Ҙур үҙгәрештәр заманында йәшәй бөгөнгөләр, көн һайын уҡ булмаһа ла, аҙна, ай һайын тиерлек теге йәки был яңылыҡ тыуып ҡына тора. Һәм ҡыуанысҡамы, әллә, киреһенсә, үкенескә күрәме, был үҙгәрештәр мәғариф өлкәһен дә урап уҙмай. Уҡыусыларҙан һәр ваҡыт бер аҙым алда барырға тейеш педагогтарға бөгөнгө шарттарҙа эшләүе, ай-һай, бик еңелдән түгелдер... Заман үҙе үк уҡытыусыларҙың төрлө яҡлап һәләтле, ижади ҡарашлы, үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булыуын, хеҙмәтенә бар күңелен һалыуын талап итә. Был талаптарҙы яҡшы аңлай ауыл уҡытыусыһы һәм һөнәри яҡтан үҫергә, камиллашырға яйын да, ваҡытын да йәлләмәй. Быға тиклем район кимәлендәге “Иң булдыҡлы ҡатын”, “Әсә йөрәге” конкурстарында ҡатнашһа, быйыл районда уҙған “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә 1-се урын алған, ошо көндәрҙә иһә бәйгенең Өфөлә ойошторолған төбәк-ара этабында үҙен һынап ҡараған.
- Балаларҙы яратҡас, уҡыусыларымды үҙ балаларымдай күрәм. Оҙағыраҡ күрмәй торһам, һағына башлайым, уларҙың шатлығына һөйөнәм, уңышһыҙлыҡтарына көйөнәм, - ти уҡыусылары хаҡында Рәмилә Рәмил ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул үҙе лә күп бала әсәһе, тормош иптәше Шәрифйән Рәхимйән улы менән дүрт бала үҫтерә. Ҙур улдары Рушан әлеге көндә Ишембай нефть колледжының 3-сө курсында белем ала. Унан дүрт йәшкә кесе Рузил менән 8 йәшкә бәләкәй Айгиз Күмертау политехник лицей-интернатының 8-се һәм 5-се кластарында уҡып йөрөй. “Оя төбө” – ата-әсәһенә генә түгел, ағаларына, ҡартай-ҡәрсәһенә лә йыуаныс, ҡыуаныс булып үҫеп килгән Гөлсибәр көҙгә 1-се класҡа барасаҡ.
“Ҙур улығыҙ ярай егет булған инде, ә бына ауылда урта мәктәп була тороп, Рузил менән Айгизде нисек йәлләмәй ситкә ебәрҙегеҙ?” – әсә кешегә һаҡ ҡына был һорауҙы ла бирәбеҙ.
- Иркәләнеп кенә үҫеп килгән улдарыбыҙҙы үҙебеҙҙән айырып ҡалаға уҡырға ебәргәндә, йөрәк семетеп-семетеп алды, әлбиттә. Әммә техникаға ҡыҙыҡһыныуҙары көслө булғас, тейешле шарттарҙа, шул мөхиттә уҡыһындар тинек, үҙҙәре лә шул юҫыҡта белем алырға теләне. Ауыл ерендә, ҡыҙғанысҡа күрә, бындай йүнәлештә эшләгән түңәрәктәр юҡ бит. Унда инглиз телен дә төплө өйрәнәләр. Уңыштары ла бар: Рузил тикшеренеү эштәре менән Өфөлә уҙған ярыштарҙа ҡатнашһа, Айгиз “Робототехника” менән ҡыҙыҡһына. Һәр ял һайын тормош иптәшем барып алып ҡайта һәм алып барып ҡалдыра. Ир балаларға, иң тәү сиратта, атай тәрбиәһе мөһим. Аталары баянда, гармунда, ҡумыҙҙа уйнағас, улдарыбыҙ музыкаға ла битараф түгел. Ҡайтҡан арала мал ҡарау, утын ярыу кеүек эштәрҙе лә күңел һалып башҡаралар. Ауылда йәшәүҙең шул яғы яҡшы: бала бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, физик эште белеп үҫә, аҙаҡ та тормош ауырлыҡтары алдында ҡаушап ҡалмай, аяғында ныҡ баҫып тора.
Үҙ балаларыбыҙ ҙа, уҡыусыларым да, иң мөһиме, ысын кеше булып буй етһендәр, аҡты ҡаранан, ҡараны аҡтан айырып, кешелекле, кеселекле булып ғүмер юлы үтһендәр. – Әсә һәм уҡытыусы исемен хаҡлы йөрөткән әңгәмәсебеҙҙең йөҙөндә балаларға булған оло һөйөү сағыла.
“Донъя тотҡаһы – әсәйҙәр, тормош ҡото, ырыҫы – әсәйҙәр, йәшәү йәме, ғәме – әсәйҙәр. Өй йылыһы, толҡаһы - әсәйҙәр” тип яҙа билдәле тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Рафаэль Аҙнағолов. Уның һүҙҙәре миллионлаған әсәйҙәргә, шул иҫәптән үҙ балалары өсөн генә түгел, уҡыусылары өсөн дә йән атҡан, улар тип өҙөлөп торған Рәмилә Рәмил ҡыҙына, хас һыҙаттарҙы ҡылыҡһырлай, уларҙың булмышын аса.