Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2019, 15:45

Тиңдәрҙең генә иңдәре - иңдә

Утыҙҙарҙан яңы ғына уҙһалар ҙа, йәшлек дәртен, дарманын, көсөн шыңғырлатып донъя көтөүгә, ергә ерегеп, берегеп йәшәүгә йүнәлткән йәштәр һоҡландыра. Ундайҙар Ибрай ауылында ла бар. Юлиә Әнүәр ҡыҙы менән Илнур Ирек улы Хәмитовтар – нәҡ шундай ғаилә.

Утыҙҙарҙан яңы ғына уҙһалар ҙа, йәшлек дәртен, дарманын, көсөн шыңғырлатып донъя көтөүгә, ергә ерегеп, берегеп йәшәүгә йүнәлткән йәштәр һоҡландыра. Ундайҙар Ибрай ауылында ла бар. Юлиә Әнүәр ҡыҙы менән Илнур Ирек улы Хәмитовтар – нәҡ шундай ғаилә.
Юлиә Ҡанаҡас ауылынан. Нәилә апай менән Әнүәр ағай Байғазаковтарҙың биш балалы ишле ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Илнур иһә Ибрайҙың үҙенеке. Икеһе лә район үҙәгенә йөрөп эшләй, ҙур улдары 8 йәшлек Иҙел Мораҡта Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптә 2-се класта уҡый, 6 йәшлек Әҙилә “Уралҡай” балалар баҡсаһына йөрөй, быйыл көҙ уҡырға ла төшәсәк. Өсөнсөгә бәпес көткән әсә әлеге көндә декрет ялында.
Ауыл уртаһындағы күркәм генә йорт хужалары йәш булһалар ҙа, эшкә шәп. Йәштәр өсөн тәғәйенләнгән программалар буйынса ссуда юллап, “Әсәлек капиталы”н да ярҙамға ҡушып, бына ошондай матур ғына йорт һалып ингәндәр. Өй эсе лә замансалап ремонт эшләнеп, йыһазландырылған.
Юл төҙөү–ремонтлау идаралығында эшләгән Илнур ағаһы Ришатҡа малсылығында ла ярҙам итергә өлгөрә: ун-ун бишләп баш йылҡы, утыҙ-ҡырҡлап ҡына һыйыр малы аҫраған ағаһының хужалығының ярҙамын ул да тойоп тора. Киләсәктә Илнур ҙа үҙ хужалығын булдырып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоторға планлаштыра.
Яҙ етеү менән баҡсаға кәрәк-яраҡ йәшелсә ултырталар, йәй өҙөп ашауға ла, көҙ салат-ҡабымлыҡтар ябырға ла етә, ти хужабикә.
Былтыр йәй үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ла йәш ғаилә матур итеп әҙерләнгән: һый-ниғмәт тулы табынын да ҡорған, ҡул эштәренән күргәҙмәһен дә әҙерләгән, ғаилә тормошондағы иҫтәлекле хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан стена гәзитен дә сығарған.
- Бер осор булды ул. Өйләнешкәс, ҡала тирәһенән фатир алыпмы, урынлашһаҡ тип тә уйлаштырғайныҡ. Шулай ҙа ер тартты беҙҙе. Икебеҙ ҙә ауыл кешеһе бит инде.
Ибрай ҙа төпкөл түгел, район үҙәгенә яҡын, балалар ҙа шунда йөрөп уҡый, үҙебеҙ ҙә шунда эшләйбеҙ. Машина бар, үҙем дә гел рүлдә.
Өйөбөҙ ҙә ҙур ғына, солан яғы төкәтмәһен дә эшләп ултыртһаҡ, тағы ла иркенәйеп китә. Еребеҙ бар, баҡсаһын сәсәбеҙ, картуфын ултыртабыҙ. Иң мөһиме – һаулыҡ булһын, - ти ул.
Балалар тәрбиәләүгә лә иғтибарлы улар. Ниндәй генә саралар булмаһын – спорт ярыштарымы, концерт-тамашамы – улар һәр ваҡыт бергә. Әле яңыраҡ ҡына Иҙел менән Әҙилә район кимәлендәге саңғы ярышында ҡатнашҡан. Әҙилә хатта тиҫтерҙәре араһында беренсе урынды яулаған.
Бына шулай йәш кенә булһалар ҙа, өй ҡотон, усаҡ утын һаҡлап, алға, камиллыҡҡа, бәхеткә ынтылып, бер-береһенә тиң булып, иңдәрен - иңгә терәшеп, татыулыҡта йәшәйҙәр Хәмитовтар. Һәм бында, һис шикһеҙ, йәш хужабикәнең роле лә баһалап бөткөһөҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙы донъя тотҡаһы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, донъяны нәҡ гүзәл заттың тормошҡа ҡарашы, тормошто ҡабул итмеше тотоп тора ла инде. Ир кеше тәбиғәте менән былай ҙа ергә бәйле, ә бына шундайҙарға ғүмерлек юлдаш, иптәш булырлыҡ ҡыҙҙарҙың да булыуы – илебеҙҙең киләсәген ныҡлы, ышаныслы итә.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Фото – ғаилә архивынан.
Читайте нас: