Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2019, 16:45

Сәскәләй наҙҙар өләш!

Ни өсөн “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында һәр саҡ йылы мөхит, бында тәрбиәләнеүсе сабыйҙарҙың да йөҙҙәре гел шат? Әлбиттә, бында кескәйҙәр өсөн икенсе әсәй булып, улар йөрәгенә яҙғы наҙ өләшеүсе ысын мәғәнәһендә гүзәл заттар эшләгәнгә күрә! Һеҙ фотола күргән һылыуҡай, кескәйҙәр төркөмөнөң тәрбиәсе ярҙамсыһы Винера Һөйәрғолова ла - нәҡ шуларҙың береһе.

Ни өсөн “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында һәр саҡ йылы мөхит, бында тәрбиәләнеүсе сабыйҙарҙың да йөҙҙәре гел шат? Әлбиттә, бында кескәйҙәр өсөн икенсе әсәй булып, улар йөрәгенә яҙғы наҙ өләшеүсе ысын мәғәнәһендә гүзәл заттар эшләгәнгә күрә!
2006 йылда “Гүзәл” балалар баҡсаһында ябай кер йыуыусы булып эш башлаған ҡыҙҙың тырышлығын, балаларға үтә лә иғтибарлы, ата-әсәләргә ихтирамлы булыуын күреп, бер нисә йылдан уға тәрбиәсе ярҙамсыһы эшен ышанып тапшыралар. 2015 йылда “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы асылғас, бында тәрбиәселәрҙең иң-иңдәре генә һайланып алына.
- Беҙҙең Винера балалар өсөн өҙөлөп тороусы киң күңелле, намыҫлы тәрбиәсе ярҙамсыһы, 23 сабый өсөн ул икенсе әсәй ролен үтәй. Һәр эште үҙе белеп, еренә еткереп башҡарыуы һәм сабырлығы, тыйнаҡ холҡо менән һоҡланғыс кеше ул, - ти уның хаҡында “Күгәрсенкәй”ҙең мөдире Алһыу Йәркәй ҡыҙы.
Винера Мансур ҡыҙы өҫтәүенә өс ҡыҙы – өс йондоҙо өсөн өлгөлө әсә, һөйөклөһө Альберт өсөн ышаныслы тормош юлдашы. Алтын ҡуллы егәрле хужабикәнең телеңде йоторлоҡ сәк-сәктәр бешереүсе, сәскәләр үҫтереүсе икәнлеген дә беләбеҙ.
Афарин, Винера, “Күгәрсенкәй”ҙәге сабыйҙарға артабан да сәскәләй наҙҙар өләш әле һин!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: