Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2019, 17:09

Миңлехая инәй бәхете

Ауыл кешеһе тураһында яҙғанда бик йыш ҡына оҡшаш яҙмыштар, оҡшаш биографияларға юлығабыҙ. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер. Сөнки ауылда тыуып үҫкән ер кешеһенең тормошо ус төбөндә генә кеүек: бер үк эш, бер үк ынтылыш, бер үк маҡсат. Ибрай ауылында йәшәгән Миңлехая инәй ҙә бик күп ауыл ҡатындары күргәнде күреп, улар кисергәнде кисергән.

Ауыл кешеһе тураһында яҙғанда бик йыш ҡына оҡшаш яҙмыштар, оҡшаш биографияларға юлығабыҙ. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер. Сөнки ауылда тыуып үҫкән ер кешеһенең тормошо ус төбөндә генә кеүек: бер үк эш, бер үк ынтылыш, бер үк маҡсат.
Ибрай ауылында йәшәгән Миңлехая инәй ҙә бик күп ауыл ҡатындары күргәнде күреп, улар кисергәнде кисергән.
1935 йылда Сәлих ауылында, инәй үҙе әйтмешләй, ябай крәҫтиәндәр - Миңлехәйер менән Нәфисәнең ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда алты йәшлек кенә була инәй. Тиңдәштәре менән бергә бик иртә эшкә егелә. Шунлыҡтан уйнап үҫкән бала сағы ла булмаған.
“Бөтәһе лә фронт өсөн!” тигән шиғар (саҡырыу) менән йәшәгәндә балаларға ла шул рух һеңдерелгән булғандыр инде. Яҡты, тыныс, имен көндәрҙе яҡынайтыуға уның һымаҡ бала көстәре лә өлөш индергәнлеген һуғыш балаларының тормош биографияһынан беләбеҙ.
Миңлехая инәй тәүге тормош иптәше Вәғиз Сабитов исемле уҙаман менән өс йыл ғына йәшәп өлгөрә, ҡыҙҙары Әлфиәгә йәш тә бер ай тигәндә ул ауырып, мәрхүм була. Йәшләй генә тол ҡалған ҡатын Бөркөт тигән кешегә кейәүгә сыға. Уның менән 25 йыл йәшәп, 4 балаға ғүмер бирәләр.
Миңлехая инәй хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй.
- Эштән кеше үлмәй, беҙ ҙә ҡурҡманыҡ, һыйырҙы ҡул менән һауҙыҡ, ул ваҡытта аппарат кеүек нәмә булманы, уға эләкмәнек. Бер һауында 25-тән артыҡты һауыр инек. Килә алмағандар өсөн дә эшләргә тура килер ине. Елене ташып торған һыйырҙы нисек ташлап китәһең?..
Аллаға шөкөр, маҡтаулы булдыҡ, балаларға ла гел әйтеп ултырам: маҡсатлы булығыҙ, башлаған эшегеҙҙе еренә еткереп эшләгеҙ, кешене хөрмәт итегеҙ, – ти инәй хәтирәләргә бирелеп. Заманында өс меңлеккә өлгәшкән инәй оҙаҡ йылдар алдынғылар рәтенән төшмәй, эше лә етәкселәр тарафынан лайыҡлы баһалана – сиратһыҙ “Иж- Комби” (“Москвич”) машинаһы һатып алалар.
Һауынсының эше еңел түгел. Ҡара таңдан ҡара кискә тиклем эшләһәләр ҙә, ни ғиллә менәндер өйҙә лә, эштә лә өлгөрәләр: өй тирәһендәге эшен дә бөтөрәләр, малын да ҡарайҙар, баҡсаһын да үҫтерәләр,ишле балаларын да кеше итәләр.
Бөгөн уның балалары бөтәһе лә үҙ тормоштары менән йәшәй. Өлкән ҡыҙы Әлфиәгә инде 64 йәш тә булып киткән, ул ике бала әсәһе; Аралбайҙағы Гөлгөнә апайҙың 4 ул да 1 ҡыҙ; Алмалылағы Гөлсәсәге лә, Мораҡта торған төпсөк ҡыҙҙары Вәсилә лә дүрт бала әсәһе. Әле бергә торған улы Салауат ағай менән килене Флүзә апай 3 балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән. Салауат ағай себергә йөрөп эшләй, Флүзә апай - дауаханала шәфҡәт туташы. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Алһыу кейәүе Илнур менән Асҡар тигән саф башҡорт исемле ул үҫтерәләр. Икенсе ҡыҙҙары Лиана - Өфөлә медицина Данил – Ишембай нефть колледжында уҡып йөрөй.
Килен – ҡәйнә буҫағаһынан тигәндәй, Флүзә апай ҙа эшкә шәп. Ишле мал аҫрайҙар, һарыҡ көтәләр, ҡош-ҡорто ла йыл да уңып тора, баҡсалары ла мул уңыш бирә. Әлбиттә, өй эшендә лә, хөкүмәт эшендә лә өлгөрөр өсөн билде лә биштән быуырға кәрәк. Егәрленең генә донъяһы ла етеш, бөтөн була.
Кеше бәхете ике ҡанаттыр: береһе эше, береһе ғаиләһе тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Миңлехая инәй ниндәй генә ауыр эштә эшләмәһен, үҙен бәхетле кеше тип һанай: һауынсы эше еңел булмаһа ла, рәхмәтле булды, лайыҡлы баһаланды; балалары янда, уларҙың изгелеген, игелеген күреп, балаларының балаларын һөйөп кинәнә, кәрәк икән – кәңәшен, кәрәк икән –аҡыллы һүҙен әйтеп ултыра.
Ә олоғайған көнөндә кешегә ошонан да ҙур бәхет бармы икән Ер йөҙөндә?..

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: