Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2019, 16:07

Күңелдәргә яҙ яғыусы – ул гүзәл зат

Йөҙөнән һис бер йылмайыу китмәгән, күҙҙәрендә осҡон уйнаған йәш әсәне күргән һайын күңелдә һорау тыуа. Булмышына һалынған дәрт ташҡыны, алсаҡлығы, ихласлығы менән тирә-яҡты арбаусы гүзәл заттың моңһоуланған, йәиһә арып-талған сағы бармы икән? Бәлки, барҙыр ҙа, тормошта төрлө саҡтар була бит... Әммә сабырлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сифаттарын алға һөрөп, йәшәүгә, ғаиләһенә, сабыйҙарына булған һөйөүе ярҙамында донъяға гел яҡты ҡарашта бағырға ғәҙәтләнгән аҫыл зат ул - мәҡәләмдең геройы. Һүҙебеҙ Бикбулат ауылында йәшәүсе өс бала әсәһе Юлиә Аҡназарова тураһында.

Әлеге ваҡытта өсөнсө бәпәйҙәре менән өйҙә ултыра. Йәсминәгә ошо көндәрҙә ни бары 1 йәш тулған. Ә Эльмира хәҙер Мораҡ башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы, уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙ инглиз телен ярата, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Икенсе ҡыҙҙары – Нәзилә Бикбулат мәктәбендә 4-се класта ғына уҡый, һүрәт төшөрөргә маһир, олимпиадаларҙан ситтә ҡалмай. Ата-әсәләре сәскәләй генә ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә бирер өсөн йән аямай тырыша. Илдар Рауил улы, хәстәрлекле, тынғыһыҙ атай булараҡ, ғаиләнең һәр яҡлап ныҡлы терәге. Бикбулат мәктәбендә физкультура дәрестәрен алып бара, Мораҡ башҡорт гимназияһында тәрбиәсе булып иҫәпләнһә лә, район кимәлендә үткәрелгән спорт сараларында гимназия данын яҡлай, район хакимиәте башлығы призына уҙған саңғы ярышында ла беренсе урын яуланы. Тормош иптәше көндәр буйы мәктәп юлынан ҡайтмағас, Юлиәгә лә иркәләнеп-наҙланып ултырырға форсат сыҡмай. Балаларҙың өҫ-башын, тамағын хәстәрләү менән бер юлы ихата тулы малын, ҡош-ҡортон тәрбиәләргә лә өлгөрә. Ике һыйыр аҫрағас, өҫтәлдәренән һөтө-ҡаймағы, һары майы өҙөлмәй, артығын таныштарыңа тәҡдим итеп, табышын да ала уңған ғаилә. Быны уңған хужабикә эшкә лә һанамай, сөнки заманында һауынсы булып эшләгән әсәһенең ҡул менән бер нисә тиҫтә һыйыр һауғанын күреп, ә шәхси хужалыҡта ғүмер баҡый өсәрләп һыйыр аҫраған ҡәҙерле кешеһенә үҙе ҡул алмаш булып үҫкән ҡыҙ бит ул! Өҫтәүенә егәрле Аҡназаровтар яңыраҡ ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә башлаған, киләсәктә был юҫыҡта ла эштәре уң булырына ышанғы килә.
...Бер аһ-зарҙы белмәҫ, ихлас йылмайыуы менән күңелдәргә яҙ яғыусы изгелекле әсә менән аралашҡас, яҡты уйҙар солғанышында ҡалдым. Ысынлап та, ғүмеркәйҙәр бер генә бирелә, һәр сәғәтен, һәр минутын ҡәҙерләп, тулы ҡанлы йәшәүгә ынтылырға кәрәктер; ауыл еренең йәме лә бит нәҡ шундай, Юлиә кеүек тормошто һөйә белгән, булмышы менән күркәм ысын гүзәл заттарҙа!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: