ӨФӨ, 2019 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – Башҡортостан буйынса күп функциялы үҙәктең бөтә офистары өсөн байрам көнө һанала. 9 март – офистарҙың эш режимына ярашлы эш көнө, 10 март – Өфө ҡалаһы күп функциялы үҙәгенең операция залы өсөн графикка ярашлы эш көнө: иртәнге сәғәт 10-дан киске 9-ға тиклем («Башҡортостан» сауҙа үҙәге). 11 марттан республиканың күп функциялы үҙәктәре ғәҙәти режимда эшләй башлай.