Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 18:40

Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ!

Күктең төбө тишелгәндәй бер туҡтауһыҙ ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, үткән аҙнала район етәкселегендәге делегация һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин Урал ауыл биләмәһенә таба юл тотто, ауылдарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынды.

Күктең төбө тишелгәндәй бер туҡтауһыҙ ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, үткән аҙнала район етәкселегендәге делегация һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин Урал ауыл биләмәһенә таба юл тотто, ауылдарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынды.
Тик бер нисә урындан түбәһенән ағып ултырған мәктәп бинаһы ғына ишелеп төшмәһен! Был – Бикбулат халҡының бар теләге. 15 йыл элек 100-гә яҡын бала, ҙур уҡытыусылар коллективы (мәғариф эшсәндәре бында электән көслө, намыҫлы булды-авт.) менән гөрләп торған мәктәптә хәҙер башланғыс кластарҙа бөтәһе 27, урта звенола (5 һәм 7 класта) ни бары 6-ар уҡыусы белем ала. Мораҡ башҡорт гимназияһы филиалы өсөн яуаплы Рәмилә Баймырҙина, оҫта математика уҡытыусыһы, үҙенең төп фәненән тыш биология, география фәндәрен дә алып бара. Оҙаҡ йылдар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған Гөлсәсәк Ғәббәсова етәкләгән мәктәп яны төркөмөндә 16 сабый тәрбиәләнә. Теремектәр, шуҡтар үҙҙәре! Әлдә ярай мәктәпкә яңы ҡаҙан урынлаштырғандар, балалар хәҙер элекке кеүек туңып ултырмай. Өҫтәүенә баҡсала тәрбиәләнеүселәр һәм уҡыусылар алтын ҡуллы ашнаҡсыларҙан да – Зиләрә Баймырҙина һәм Лилиә Сафинанан да уңды (фотола). Былтыр ауыл хакимиәте башлығы хәстәрлеге ярҙамында “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса мәктәп һәм баҡса балалары өсөн тренажер, саңғы һәм туптар алынған.
Ауылдың икенсе биҙәге – ауыл советы, клуб, китапхананы берләштереүсе социаль-мәҙәни үҙәк. Пленар өлөш башланғансы, бында район хакимиәте башлығы һәм Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Сәлихйән улы халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Ауыл мәнфәғәтен ҡайғыртыусы уҙаман Эйәрле тау тирәһен балалар өсөн ял майҙансығы итеп булмаҫмы тигәнерәк һорау менән мөрәжәғәт итте. Ысынлап та, элегерәк рәхәтләнеп һыу ҡойоноп, бейек ҡаяларына һоҡланып, бында кинәнеп ял итеү мөмкинлеге бар ине, урындағылар һәм ябай халыҡ өсөн хәҙер был яҡҡа юлдар бикле. Ике кеше инвалидлыҡ буйынса пенсияға бәйле мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итеүҙәрен үтенде. Беренсе осраҡта, 93 йәшлек ҡартҡа инвалид төркөмөн күтәреү артыҡ сетерекле мәсьәлә булып тойолмаһа, икенсе осраҡта, йәш ҡатынға инвалидлыҡ пенсияһын юллау ҡатмарлыраҡ эш икән дә! Был хаҡта район үҙәк дауаханаһы баш врачы Рөстәм Хөсәйенов та аңлатма биреп үтте. Етди операциялар кисереп, бөгөн эшкә яраҡһыҙ, улына матди терәк була алмаған әсәгә иҫәнғолдарҙың: “Ике аяғың, ике ҡулың иҫән, эшләп дауаланаһың инде”, - тип әйтеүҙәре бер ниндәй аҡылға һыймаҫлыҡ күренеш. Ысынлап та, ас хәлен туҡ белмәҫ заманда, бәлки, депутат ярҙам ҡулын һуҙыр – быға бикбулаттарҙың өмөтө ҙур. Ауыл яҙмышына битараф түгел йәш белгестең тыуып-үҫкән төбәгендә үҙ эшен асып ебәреү теләге бар. Ә бына донъя көтөргә дәрте бар йәш егеттең ағасҡа рөхсәте булған килеш үткән йылда бер кубометр ярым материалын, электр бысҡыһын тартып алғандар (полиция эшсәндәре араһында ла намыҫһыҙҙар осрай шул, кем әйтмешләй, “көслөнөкө замана”-авт.).

Артабан ауыл хакимиәт башлығы Усман Кинйәбаев үткән йыл йомғаҡтары менән таныштырып, төрлө өлкәлә башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. Спиваков халыҡты янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә иғтибарҙы арттырырға саҡырҙы. Күп балалы һәм имен булмаған ғаиләләр генә түгел, яңғыҙ йәшәүсе ҡарттарҙың да иғтибар үҙәгенә алынырға тейешлеген иҫкәртте. Райветстанция вәкиле Гөлнәзирә Айытҡолова 1 апрелгә тиклем эре мөгөҙлө малдарҙы, 1 майға ҡәҙәр бал ҡорттарын биркалау эштәре тамамланырға тейешлеген аңғартты. Руслан Әхмәров цифрлы телевидениеға ҡағылышлы һорауҙарҙы аңлатып үтте. “Эко-сити” вәкиле Сергей Салтыков халыҡтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға түләүҙәргә бәйле тыуған һорауҙарына яуап бирҙе.
Ишле мал аҫрап, баҡса үҫтереп, Шығырыш ерен йәмләп һәм данлап йәшәүсе Азамат Кинйәбаев ҡыйыу һүҙҙәрен етәкселеккә төбәп: “Ауыл ҡотон ебәрмәйенсә тырышып йәшәгән йәштәргә иғтибарҙы арттырырға була, кәрәҙле бәйләнеш проблемаһын да тырышҡанда хәл итерлек”, - тине. Тамырҙары менән Бикбулат ауылынан, бөгөн Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең райондағы фәнни-тәжрибә станцияһы етәксеһе Кәримә Кинйәбаева ергә ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Ҡыҫҡаһы, ауыл уңғандарының умарталыҡтары урынлашҡан ерҙәрҙе, баҡтиһәң, Шишмә районы кешеһе үҙенә рәсмиләштереп алған. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ерҙәргә хәҙер үҙебеҙ хужа түгел шул, кем өлгөр, кемдең кеҫәһе ҡалын – теләгән кешенең уны үҙләштереп үҙенеке итеп алырға хоҡуғы бар. Закондар шундай булғас, станция етәксеһе лә ҡәнәғәтләндерерлек яуап ала алманы. Ә бына Мораҙым өйәҙе ерлегендәге йүкәләрҙән Бикбулат ҡорттарына бал йыйырға ярамай тигән закондар булмаһа ла, ул сиктәрҙе үткән ҡортсоларға штраф һалырға әҙер торалар икән (ысынлап та, данлы еребеҙ торғаны бер “мөғжизәләр утрауы”! Ситтән килеп ҡыйлап китһәләр ҙә була, үҙебеҙҙекеләргә юл ябыҡ – авт.)
- Үҙ ерегеҙгә үҙегеҙ хужа булырға өйрәнегеҙ инде, әҙерҙе көтөп ятмағыҙ, ерҙәрегеҙҙе рәсмиләштерегеҙ, закон буйынса эш итегеҙ, - тине Ғайса Янбаев, ауыл халҡына теләктәшлеген белдереп.
Әлфәрис Сәлихйән улы республика кимәлендә хәл ителеүҙе һораусы сетерекле проблемаларҙы күҙәтеү аҫтына алды, киләсәктә тағы ла осрашырға тура килер, тип белдерҙе. Етәкселек иғтибарына һәм ярҙамына мохтаждарҙың үтенестәре ҡоро һауала эленеп ҡалмаҫына бик ышанғы килә. Шығырыш, Һүрәм, Бикбулат халҡының да етәкселеккә ышанысы булмағанда, мең мәшәҡҡәттәрен ҡалдырып етәкселек менән осрашыуға атлығып килмәҫ ине...

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат Ғәҙелшин фотолары.
Читайте нас: