Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 17:53

Батыр улдары менән ғорурлана һәр төбәк

Волостновка ауылында Советтар Союзы Геройы Ежов Николай Герасимович һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә обелиск асылды, уны тантаналы асыу сараһына Волостновка ауыл биләмәһендә йәшәүселәр йыйылды, был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған туғандарын, тылда фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткән атай-олатайҙарын, әсәй-өләсәйҙәрен, шул йылдарҙың ауырлыҡтарын иҫләне...

Волостновка, Йәҙгәр, Һапаш ауылдары фронтҡа 202 ир-егетен оҙата, уларҙың 80-енә генә тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға насип була. 122 кеше һуғыш яланында мәңгелеккә ятып ҡала.
Волостновкалар Йәҙгәр ауылында тыуған яҡташтары, Советтар Союзы Геройы сержант Ежов Николай Герасимович менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән командаваниеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шунда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн сержант Николай Ежов үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: