Илде һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурыс һаналған. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы, күренекле полководецтары, генералдары менән дан тотҡан Рәсәй армияһы әле лә шанлы үткәндәр юлынан тайпылмай. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә беҙҙең егеттәр илебеҙ именлеге һағында тора. Бөгөнгө геройҙарыбыҙ – ағалы-ҡустылы Азамат менән Салауат Шәриповтар ҙа әрме мәктәбен лайыҡлы үтеп, әле лә тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен дауам итә.
Улар икеһе Санъяп ауылында йәшәүсе Әлфиә менән Азат Шәриповтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килә. Ватанды һаҡлау хисе һәр кемебеҙҙә бала саҡтан башлап һалыналыр, егеттәрҙе Тыуған иленең ысын патриоттары, һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы итеп үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, ата-әсәнең дә роле бик ҙур.
Азамат ғаиләлә - баш бала. Аталарына оҡшап аҡыллы, әсәләренә оҡшап ныҡышмал, эш һөйөүсән егет бәләкәйҙән тырыш булып үҫә.
- Мәктәпте тамамлап, һөнәре буйынса белем алғас, хеҙмәтен Калиниградта, диңгеҙ флотында үтте. Уны тултырып ҡайтҡас, йыл ярым беҙҙең янда торҙо, аҙаҡ үҙенең яҙмышын хәрби тормош менән бәйләргә ҡарар итте, беҙ атаһы менән ҡаршы килмәнек, тәүҙә 3 йылға, уны тултырғас, тағы 5 йылға контракт төҙөнө, хәҙер инде контракт буйынса ғына 7 йыл хеҙмәт итә. Сәләмәт, әҙерлекле булғас, уны өлгөлө хәрби часҡа - 100-сө штурмлаусы-десант бригадаһында алдылар. Ҡыҙыу нөктәләрҙә, обороналау кәрәк булған ерҙәргә йөрөргә тура килгән балабыҙ өсөн йөрәк өҙөлөп торһа ла, икенсе яҡтан улыбыҙ үҙенең күңеленә ятҡан һөнәре буйынса эшләй, тип шатланабыҙ, уның илебеҙ именлегенә өлөш индереүе менән ғорурланабыҙ, - ти Әлфиә Ниязбәк ҡыҙы. - Намыҫлы хеҙмәте өсөн күп миҙалдар, ордендарға лайыҡ булған Азамат әлегә өлкән сержант званиеһында.
Икенсе улыбыҙ Салауат та мәктәпте тамамлап, һөнәр алғандан һуң армияға алыныуҙы түҙемһеҙләнеп көттө, ул Ватан алдындағы бурысын Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡаласығында үтте. Хәйерле хеҙмәт юрап, изге теләктәр теләп оҙатып ҡалған улыбыҙҙың хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан көнөн беҙ түҙемһеҙләнеп көтөп алдыҡ, тағы ла таҙарып, етдиләнеп ҡайтып төшкән Салауат та тормошон ағаһы кеүек хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләүен белдерҙе. Әлеге ваҡытта Свердлов өлкәһенең Елань ҡалаһында артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Өлкән сержант званиеһында булған улым яңы хеҙмәткә килгән һалдаттарҙы хеҙмәткә өйрәтә, - ти ил терәге булырҙай өс егет һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән әсә.
Улдарығыҙ һау-сәләмәт булып, уларҙан тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килеп торһон.
Ысын ир-егеттәр байрамында илгә терәк булырҙай йәштәрҙең әрме сафын тулыландырыуы күңелгә тыныслыҡ бирә. Улар ил сиген ныҡлы һаҡлаһа, беҙҙең йоҡолар—тыныс, тормошобоҙ ҙа имен булыр.