Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Февраль 2019, 23:09

Илде һаҡлай яугир ейәндәре

Ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына көслө зат тип атамағандар: иле, тыуған ере, ғаиләһе, яҡындары өсөн иң тәү сиратта тап улар яуаплы. Теләйме-теләмәйме, был бурыс ирмен тигән ысын ир-егеттәрҙе физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булырға мәжбүр итә. Сөнки яу киләме, дау ҡубамы, тыныс ваҡытмы – улар ғаиләһе өсөн дә, иле өсөн дә ҡалҡан булырға тейеш.

Ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына көслө зат тип атамағандар: иле, тыуған ере, ғаиләһе, яҡындары өсөн иң тәү сиратта тап улар яуаплы. Теләйме-теләмәйме, был бурыс ирмен тигән ысын ир-егеттәрҙе физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булырға мәжбүр итә. Сөнки яу киләме, дау ҡубамы, тыныс ваҡытмы – улар ғаиләһе өсөн дә, иле өсөн дә ҡалҡан булырға тейеш.
Сәйетҡол ауылында тыуып үҫкән Сәғитйән бабай Сәйетбатталовтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә байтаҡ йылдар уҙҙы. Әммә Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илен һаҡлап ҡан ҡойған, яуҙа һыңар ҡулын өҙҙөрөп ҡайтһа ла, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ итеп донъя көткән яугирҙы һаман да оло ихтирам менән телгә алалар, онотмайҙар.
Илебеҙгә ҡот осҡос юғалтыуҙар алып килгән дәһшәтле һуғыш башланғанда ул типһә тимер өҙөрлөк, көсө-ғәйрәте ташып торған 26 йәшлек ир була һәм, әлбиттә, һуғыштың тәүге йылында уҡ фронтҡа алына.
112-се башҡорт кавалерия дивизияһында элемтәсе булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ яу яланына 1942 йылдың яҙында аяҡ баҫа. Ошо уҡ йылда өҫтән ямғыр урынына ут яуып торған тиңһеҙ алыштарҙың береһендә ул ҡаты яралана, бушлатының киҫәктәргә бүленеп осҡанын ғына абайлай һәм иҫен юғалта. Госпиталдә аңына килгәндә инде уң ҡулы булмай, һул ҡулы иһә ҡырҡ “ямаулы”, һеңерҙәре күренеп тора һәм терһәгенән күтәрелмәй. Үлем менән боғаҙға-боғаҙ килеп бик оҙаҡ айҡаша Урал бөркөтө, шулай ҙа йәшәү, үҙе киткәндә бер йәшлек кенә булып ҡалған улы Ғарифты күреү теләге шул тиклем көслө булғандыр –әжәлде еңеп, байтаҡ ваҡыт дауаланғандан һуң тыуған тупрағына ҡайтып аяҡ баҫыу насип була уға. Ҡайтҡас та, икенсе төркөм инвалидымын тип, ҡул ҡаушырып ятмай яугир, һуғышҡа тиклем эшләгән эшенә – уҡытыусылыҡҡа тотона. Тик йүнләп күтәрелмәгән һул ҡул менән яҙыу еңел бирелмәй, шуға ауыр булһа ла урмансылыҡ эшенә күсә. Аҙағыраҡ һалым агенты, страховкалау инспекторы, әҙерләүсе лә (заготовитель) булып эшләргә тура килә уға.
“Һыңар ҡуллымын тип торманы, дөйөм эштә лә емертеп эшләне, донъяһын да алып барҙы. Салғының һабын ҡайышҡа эләктереп, бер ҡул менән бесән дә сапты, утын да ярҙы. Шуға ла малайҙары ла үҙе һымаҡ булдыҡлы”, - тиҙәр уның хаҡында.
Сәғитйән Мөхәмәтйән улының ейәндәре лә һынатмай – Ғарифтың улдары Азат менән Наил, Тәлғәттең улы Руслан, Фәрҙәнә ҡыҙының улдары Рәмзил менән Рифат, Фуаттың улдары Зөлфәт менән Тимур үҙ ваҡыттары еткәс тә ил һағына баҫа. Әйткәндәй, Тимур әлеге көндә лә гражданлыҡ бурысын үтәй – Хабаровск ҡалаһында хеҙмәт итә.
Илде һаҡлау – ысын ир-егеттәр эше. Яуҙа иленә ҡалҡан булған, ысын ил һаҡсылары үҫтергән яугир Сәғитйән Мөхәмәтйән улы ил алдындағы бурысын нисәмә ҡат арттырып үтәгән, быныһын инде Хоҙай ғына белә. Ветеран ҡартаталарының эшен хәҙер инде ейәндәре, бүләләре дауам итә...

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фотолар – ғаилә архивынан.
Читайте нас: