Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй,
Ир-егеткәй менән ат башы...
Бигерәк дөрөҫ йырланған борон беҙҙең халҡыбыҙҙа. Атҡа атланып яу сапҡан, Порт-Артурын да, Берлиндың үҙен дә айҡаған, ҡайҙа ғына башын һалмаған да, ниҙәр генә күрмәгән шул азаматтарыбыҙ! Нәҡ шул ил гиҙеүҙәр, һалдат бутҡаһын татыуҙар уларҙы көслө зат иткән дә инде! Улай ғына түгел, кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, йорт төҙөргә, ғаилә ҡорорға тейеш тигән ҡалыпҡа ингән әйтемдең бурыстары ла ир-аттар иңенә ята бит әле...
Мәҡәләмдең геройы ла илебеҙҙең данлы үткәнен, ата-бабаларҙың оло яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығын тормошта өлгө итеп алып, армия хеҙмәтенең абруйлы сағында тыуып-үҫкән һәм үҙе лә әрме сафын намыҫ менән үткән совет быуыны һалдаты, “За боевые заслуги” миҙалы эйәһе – Игебай ауылында йәшәүсе яугир-интернационалист Руслан Ишкилдин. Өҫтә телгә алынған ерҙәге тәғәйенләнешен дә теп-теүәл үтәгән ир аҫылы ул геройыбыҙ, хәстәрлекле ғаилә башлығы ла, ышаныслы ир һәм алсаҡлығы менән арбаусы һоҡланғыс кеше.
Алсаҡ тиһәң дә, армия хаҡында һүҙҙәрҙе унан йолҡоп ҡына алырға тура килде. Артығы менән тыйнаҡтар шул ул ысын ут-һыуҙы кискән урта быуын һалдаттары.
- Беҙҙең заманда ни, бәләкәстән армияға барыу тураһында хыяллана башлай торғайныҡ. Уға әҙерлек мәктәптән башланды, ә армияға алынғас, эстән генә “их, Афғанға эләкһәң икән” тигән уй ҙа инеп ояланы. Афған тураһында хәбәр ҙә юҡ, һөйләү ҙә тыйылған мәлдә, аптырайым, ҡайҙан килгәндер ундай уй башыма. Йәш саҡта бит ҡурҡыу хисе юҡ... – тип һүҙ башланы ул ошо хаҡта.
Ул ошо ауылда 1961 йылда ишле ғаиләлә тыуған, төп белемде Ибрай мәктәбендә алып, Мораҡ 2-се урта мәктәбендә (гимназия) 10-сы класты тамамлағас, Мораҡта военкомат йүнәлеше менән 6 ай водитель курстары үтә. 1981 йылдың 22 апрелендә армияға алына. Төркмәнстанда 6 ай учебка үткәндә, Ашхабад ҡалаһында “БМП” ла (пехотаның хәрби машинаһы) хәрби техника серҙәренә, оператор, снайперға ентекләп өйрәткәндә үк егет үҙенең күңеленә килгән уйҙарының тормошҡа ашҡанын белә. 22 октябрҙә ул хеҙмәт иткән Туркистан полкы афған еренә индерелә. Полкта байтаҡ егеттәр Башҡортостандан була. Өфө ҡалаһынан булған офицер, күрәһең, һуғыш ғазаптарын үҙ иңендә татыған хәрби булған, йәш һалдаттарҙы килеү менән һуғышҡа индермәҫ өсөн тәүҙә аэропортҡа һаҡҡа ҡуя, ике ай тирәһе объектты һаҡлағас, егеттәрҙе кире полкка күсерәләр. Союздан килгән аҙыҡ-түлек, йәиһә яғыулыҡ (горючий) колонналарын һаҡлап, оҙата барыу, уларҙың именлеге өсөн яуап биреү – уларҙың төп бурысы була. Тәжрибә туплаған ҡурҡыу белмәҫ һалдаттарҙы артабан хәүефле “точка”ға – Кишимға күсерәләр. Бәләкәйҙән һуғыш уйындарын романтика күргән егеттәр инде ысын һуғыш картинаһын үҙ күҙҙәре менән күрәләр. Бында әсәләренең тәмле ҡаласы ла, ауылдағы тыныс рәхәт тормош та алыҫта ҡалған ожмах утрауылай күренә, һағындыра. Яугирҙың: “Эш ҡоралым БМП, пулемет, автомат булды” тиеүенә бөтә армия хеҙмәтенең асылы һалынған: тау-таш араһында тәүлектәр буйы ас килеш тә приказға тоғролоҡ һаҡлау, дошмандар менән ҡапма-ҡаршы осрашыу, алышыу, юғалтыуҙар... Һалдат өсөн иң тетрәндергесе – яҡташы, Нуҡай ауылы егете Алик Рөстәмовтың минаға эләгеп танкы менән шартлауын ишетеү була. “Армияға бергә киткәйнек, Өфөлә айырылыштыҡ, Афғанда тағы күрештек. Һәләк булыр алдынан ғына беҙҙең точкала туҡтап киттеләр, оҙаҡ та үтмәне ҡайғылы хәбәр килеп етте”... – тип ауыр көрһөнөп йәшлек дуҫын иҫкә алды афғансы.
Ошонда хәтирәләр өҙөлдө. Тамаҡҡа ултырған төйөрҙө яҙыр, ауыр тынлыҡты боҙор өсөн кисәге һалдат үҙе йылмайып:
- Армияға киткәндә өләсәйем доғалар уҡып муйыныма бетеү тағып ебәргәйне, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыма шул ярҙам иткәндер, моғайын, - тине.
1983 йылдың 14 июнендә тыуған төбәгенә ҡайтып төшә ул. Бер йылдан мәктәптә бергә уҡыған, үҙҙәренә йыш ҡунаҡҡа килеп йөрөгән Ҡалай ауылы ҡыҙын – Әлмираны кәләш итеп ала. “Русландан бигерәге, һине килен итеп алам тип ҡәйнәм өтәләнеп торҙо”, - ти көлөп һөйөклө ҡатыны. Әсә менән улдары бер һүҙҙә булып, яңы төшкән киленгә ихтирам күрһәткәс, тәүге көндәрҙән үк яңы ҡауышҡан парҙар татыу йәшә китә, артабан йорттарына йәм өҫтәп тыуған сабыйҙары уларҙың ғаилә ептәрен, саф йәшлек тойғоларын тағы ла нығыта.
Ул заманда Күгәрсен совхозының да көслө сағы була, көс-ғәйрәте, эшкә дәрте ташып торған егет армиянан ҡайтҡас та совхозға эшкә сыға. Әрмелә, утлы юлдарҙа механик-водитель һөнәрендә һыналған һалдат яҙғы сәсеү һәм урып-йыйыу мәлдәрендә комбайнда, тракторҙа ла бил бирмәҫ намыҫлы эшсән була. Совхоз тарҡалып, айырым хужалыҡ йәмғиәттәре барлыҡҡа килгәс тә шунда 2009 йылға тиклем эшен дауам итә. Хәҙер инде ҡыҙығып эшләрлек совхоздары ла юҡ, сит тарафтарға юлланырлыҡ сәләмәтлеге лә юҡ. Ишле мал аҫрап, шуның файҙаһын күреп, ауыл эшенән йәм табып йәшәргә күнеккән Ишкилдиндар. Хәләл тир тамсылары менән төҙөлгән мөһабәт йорттарына уңған хужабикә наҙлап үҫтергән гөл-сәскәләр нур бөркә. Ғөмүмән, ғаилә башлығы менән хәләл ефете үҙҙәре иркен күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр. Йәмғиәттәге шул уҡ яугир һалдаттарға ҡарата вайымһыҙлыҡ эстәрен бер аҙ бошорһа ла, донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн ҡала беләләр, быға афғансының тормоштағы теге йәки был хәлгә мәрәкәләп үҙ баһаһын биреүе асыҡ миҫал булып тора. “Мәктәп ябылыуҙың да бер файҙаһы булды – балаларҙы мәктәп автобусы йөрөткәс юлдар даими таҙартылып тора хәҙер. Элгәре Игебайҙан трассаға йәйәүләп тә сығып булмай ине”, - тип тә көлдөрөп алды ул.
Ғүмер бүләк итеп, һөйөп-наҙлап баҡҡан балалары менән дә сикһеҙ ғорурлана Ишкилдиндар. Береһенән-береһе һылыу ике ҡыҙ һәм бөркөттәй үткер ҡарашлы, егәрле ул үҫтергән улар. Шөкөр, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан хәҙер. Өлкәне – Регина, ғаиләһе менән Себерҙә йәшәй, тегенергә маһир, балалар баҡсаһында эшләй, ике ҡыҙ үҫтерә. Икенсеһе – Гүзәл дә ғаиләле, хәстәрлекле хужабикә, бер ҡыҙ тәрбиәләй, Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше менән йыш ҡына ҡайтып, ата-әсәһенең хәлен белешеп торалар. “Балаларыбыҙ үҙҙәре беҙҙең өсөн ныҡлы терәк, ярҙамсылдар, ейәнсәрҙәребеҙ – күңел йыуанысыбыҙ”, - ти бәхетле ата-әсә һәм хәстәрлекле олатай менән өләсәй.
Кинйәләре – Марсель әлегә кәләш алмаған. Атаһын һәр саҡ үҙенә өлгө итеп ҡуйған егет бәләкәстән хәрби булырға хыялланған. Ана шул хыялын бойомға ашырыр өсөн дә ул 9-сы кластан һуң уҡыуын Мәләүез ҡалаһындағы кадет мәктәбендә дауам итә. Артабан хәрби академияға инеү теләге менән янып, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылыҡты бирмәҫкә тырыша. Әммә “Академия” тигәндәренең ябай ауыл малайы өсөн түгеллеген белгәс, дөрөҫөрәге, белем һәм физик ныҡлыҡҡа ҡуша кеҫә ҡалынлығын да талап иткәнлегенә төшөнгәс, был уйынан һүрелә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй тигәндәй, ҙур теләк менән хатта ҡыуанып китә ул армияға ла. Хеҙмәт иткән йылдарында Мәскәүҙә Еңеү парадында ла ҡатнашыу бәхете тейә йәш һалдатҡа, төрлө ҡалаларҙа үткән спорт ярыштарынан да ситтә ҡалмай.
Бер йылдан Ватан алдындағы бурысын үтәп тә ҡайтҡан улдары, әрме хеҙмәтенән һуң, бәлки, хәрби йүнәлештә уҡыуын дауам иттерер әле, яйы сығыр тип уйлаған әсә-атаһын аптыратып:
- Армияла булғанды һиҙмәй ҙә ҡалдым, бер йыл хеҙмәт итеү армия булалыр шул. Кадет мәктәбе, исмаһам, ысын армия кеүек, - тигән.
Совет армияһында 3 йыл хеҙмәт иткән, һуғыш юлын үткән өлкән һалдат булараҡ, Руслан Ғилфан улы ла кинйәһе әйткәндәрен хуплап:
- Учебка тигәне генә ярты йылға һуҙылды, бар яҡлап ныҡлы әҙерлек мәктәбе үткәрҙеләр. Хәҙер бер йыл эсендә нимәгә генә өйрәнеп өлгөрәләр инде һалдаттар, - ти. – “Чечня” тураһында кино ҡараһам да армиялағы хеҙмәтте иҫләп йәнем көйөп китә, армияла шул ҡәҙәр тотороҡһоҙлоҡ, тарҡаулыҡ булырға мөмкинме икән ни, тип...
Бала саҡ һәм үҫмер хыялдарының һабын ҡыуығылай шартлауына Марсель артыҡ ҡайғырмай (донъяға оптимистик ҡараш та әсә-атанан бирелгән, күрәһең! – авт.), армиянан ҡайтып ике көн дә ауылда ял итмәй, Өфө ҡалаһына йүнәлә. Хәҙер инде УМПО-ла слесарь булып эшләүенә 6 йыл булған, әсә-атаһына аҙна һайын елдереп ҡайтып урай, ғәзиздәренә һәр яҡлап ныҡлы терәк ул. Тик артабан да йөрөгән юлдары гел уң булһын инде намыҫлы совет һалдаты – атаһы өлгөһөндә үҫкән ҡыйыу, егәрле егеттең!
Үҙемдең наҙлыҡайҙарҙы иҫкә алып, өс тағандай берҙәм, хәстәрлекле ул-ҡыҙҙар үҫтергән әсә-атанан тәрбиә биреү серҙәрен төпсөнәм. Әлмира Йомағол ҡыҙы ихлас көлөп: “Әллә ниндәй серҙәре юҡ уның, бик әрләгем килгәндә лә, әрләргә мөмкинлек бирмәне аталары. Руслан ғүмер баҡый тыныс холоҡло, баҫалҡы булды, балаларға ҡаты өндәшһәм дә асыу менән ҡарап, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә торғайны”.
35 йыл ғүмер йомғаҡтарын бергә-бергә һүткән пар ҡанаты, һөйөклөһөнөң һүҙҙәре үк хәҙер инде сәстәренә аҡ көмөш һибелгән һалдаттың бар асылын, булмышын асып һала түгелме?!. Ниҙәр генә күрһә лә, утлы юлдар кисһә лә, ысын кеше булып ҡала белә шул Ватанына тоғро хеҙмәт иткән көслө заттар. Күпме йылдар йәшәйештең нигеҙен тәшкил иткән рухи ҡиммәттәрҙең аҫты-өҫкә килеүен күреп тә, йөрәктәре һыҙлай, әммә бер ниндәй көс тә илһөйәрлек тойғоларын, кешелек сифаттарын уларҙың булмышынан йолҡоп ала алмаясаҡ!
...Бына хәҙер тәбиғәттә яҙ еҫе. Тиҙҙән ҡарҙар ирер, һыу ташыр. Матур һәм татыу ғаилә йәшәгән йорт ихатаһында алмағастар шау сәскәгә күмелеп, тирә-яҡҡа паклыҡ-сафлыҡ бөркөр. Алмағаслы йәйҙәр Руслан Ишкилдиндың иң яратҡан мәле, сөнки йәй буйы бергәләп ял итергә, алманан ауыҙ итергә ейәнсәрҙәре ҡайта, уларҙың шат йөҙҙәре менән йәшәү йәме лә артасаҡ. Тик сәскәләй наҙлы сабыйҙарҙың тормош күктәре һәр саҡ салт аяҙ булһын, донъялар имен булһын! Был – яугир һалдаттың бар теләге!