Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2019, 17:46

Ғәзиз - уңғандар төйәге

Гәзиттең үткән һандарының береһендә оло юл буйында урынлашып та, беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалған Дәүләтша ауылы тураһында бәйән иткәйнек. Был юлы сират – шул ауылға күрше генә ултырған Ғәзизгә. Ауылда клуб, китапхана йә ФАП булмаһа, хәбәрсенең юлы ла ҡыҫҡара ла ҡуя ҡайсаҡ. Был аңлашыла ла. Сөнки ҙурыраҡ ерҙәргә беҙ, ғәҙәттә, берәй сара үткәндәме, теге йәки был ойошма эшмәкәрлеге тураһында яҙырға кәрәк булғандамы, барабыҙ. Шулайтып, яҡын аралар ҙа алыҫайып киткән һымаҡ була. Ә бына “Нисек йәшәйһең, ауыл?” тигән рубрика буйынса инде гәзит биттәрендә һирәк яҡтыртылған төбәктәргә лә иғтибар итергә форсат тыуҙы.

Гәзиттең үткән һандарының береһендә оло юл буйында урынлашып та, беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалған Дәүләтша ауылы тураһында бәйән иткәйнек. Был юлы сират – шул ауылға күрше генә ултырған Ғәзизгә.
Ауылда клуб, китапхана йә ФАП булмаһа, хәбәрсенең юлы ла ҡыҫҡара ла ҡуя ҡайсаҡ. Был аңлашыла ла. Сөнки ҙурыраҡ ерҙәргә беҙ, ғәҙәттә, берәй сара үткәндәме, теге йәки был ойошма эшмәкәрлеге тураһында яҙырға кәрәк булғандамы, барабыҙ.
Шулайтып, яҡын аралар ҙа алыҫайып киткән һымаҡ була. Ә бына “Нисек йәшәйһең, ауыл?” тигән рубрика буйынса инде гәзит биттәрендә һирәк яҡтыртылған төбәктәргә лә иғтибар итергә форсат тыуҙы.
Иртөбәк йылғаһы буйында ултырған Ғәзиз ауылы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылда барлыҡҡа килгән. Ул туҡһан нисәнсе йылдарға тиклем Заготскот базаһы ҡасабаһы була. Ҡарттар һөйләүенсә, ауыл эргәһендә Иртөбәктән башҡа тағы ла бер йылға аҡҡан. Шул йылға буйына Ғәзиз исемле бер уҙаман йылҡы өйөрө менән йәйләүгә сығыр булған. Тора-бара йылға исеме лә Ғәзиз булып китә. Ул һыу урынында йырынты ғына ҡала, уны Бүре соҡоро тип йөрөтәләр. Хәҙер ул ер күмелгән, унан юл үтә.
Ауыл халҡының үтенесе буйынса ауылға Ғәзиз исеме бирелә. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында унда 108 кеше йәшәгән. Хәҙер 31 йортта 83 кеше йәшәй. Электр, телефон күптән бар. Тик зәңгәр яғыулыҡ ҡына үтмәгән. Шунлыҡтан күптәр өйҙәрен электр менән йылыта, утын яғып йәшәүселәр ҙә бар.
Ғәзиздән район үҙәгенә тиклем 14 саҡрым булһа, ауыл Советы биләмәһенә – 8. Оло йәштәгеләр һаны - 80, балалар - 23 кеше. Был күрһәткес – рәсми теркәлеү буйынса.
Бында матур ғаиләләр йәшәй. Һәр кемеһе үҙ көнөн үҙе күреп, кәртә тултырып мал-тыуар үрсетеп, мул итеп баҡсаһын үҫтереп, ҡош-ҡортон аҫрап, тыныс ҡына йәшәй бирә. Хөкүмәт эше булмағанға әллә ни зарланмайҙар ҙа. Ирҙәрҙең күбеһе Мәскәү, себер яҡтарында эшләй, шәхси хужалыҡтары иҫәбенә донъя нығытыусылар ҙа байтаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә йорт усағын һаҡлап, балалар ҡарап өйҙә ултыра.

Егелеп эшләгәндең донъяһы ла етеш
Беҙ барғандан бер көн алда ғәләмәт итеп ҡар яуғайны. Ауылдарҙа түгел, район үҙәгендә лә таҙалап бөтә алмайҙар ине. Батып ултырмайыҡ тип хафаланыңҡырап сыҡһаҡ та, борсолоуыбыҙ бушҡа булды. Ауыл эсендәге оло юл иркен генә итеп ҡырылған. Урам арыу ғына киң булғас, өйҙән юлға сыҡҡансы хужаларға үҙҙәренә таҙартырға кәрәк. Кемдеңдер йортонан һуҡмаҡ ҡына һалынған, техникалы кешеләр машинаға юл асҡан.
Гөлгөнә апай Әхтәмова менән Ринат ағай Таһировтарҙың йортона ла иркен генә итеп юл һалынған. Егәрлеләр донъяны ла ныҡ тота ул. Ошонда төпләнеп йәшәүҙәренә 25 йыл булып киткән. Ҡышлыҡ бесәнен дә мул итеп әҙерләгәндәр, ҡыйыҡлап тороп махсус бесәнлек тә эшләп ҡуйғандар. Мал бит ауылды ғына түгел, ҡаланы ла туйындыра. Һөт-ҡатығы, май-ҡаймағы, эремсек-ҡорото – барыһы ла үҙҙәренеке. Ҡош-ҡортон, ҡаҙ-өйрәген әйтеп тә торорға түгел.
- Балалар ҙурайып бөттө инде. Хәҙер һәр кемеһенең үҙ донъяһы. Бәләкәйебеҙ генә физик мөмкинлектәре сикле булып тыуғас, эргәбеҙҙә, әле уға егерме йәш тә булып китте.
Ҡыҙым Воскресенкск мәктәбендә рус класында уҡыны. Башҡорттар,нисектер, баҫалҡы бит инде, урыҫ балалары үткер. Кластары ла ныҡ көслө булды уларҙың. Шулар араһында уҡығанғамы, көслө, ҡыйыу, ниндәй ваҡытта ла үҙен яҡлап һүҙ әйтерлек булып үҫтеләр, - ти әсә.
Улар өс балаға – Роберт, Гөлсинә, Рифатҡа - ғүмер һәм матур тәрбиә биргән. Өлкән улдары хәҙер үҙе өс бала атаһы. Ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында торалар, үҙе вахта ысулы менән себергә йөрөп эшләй.
Гөлсинә Адлерҙа йәшәй, ошо арала кейәүгә сығырға ла ниәтләп тора. Ә Рифат иһә атай-әсәй эргәһендә.
- Ваҡытында ауылда мәктәп тә бар ине, клуб та, магазин да булды. Тик газ ғына үтмәгән, шуныһы әҙерәк ҡыйыныраҡ. Утын яғабыҙ, ай һайын баллонлап газ һатып алабыҙ. Ҡартая килә нишләрбеҙ инде, электр менән йылытыуға ғына күсеп алмаһаҡ... Уныһы ла ҡиммәт кенә бит әле. Ауылдаштарҙан берәү анау һыуыҡ көндәрҙә бер ай һүндермәйсә эшләткәйнек, түләүгә ете мең килде лә ҡуйҙы, ти ине әле.
Утын яғыу ҙа үҙәккә үтеп китә ул. Әле генә һөртөп алһаң, артыңса уҡ саң ҡалҡып ята. Ҡоро утынын да етәрлек итеп әҙерләргә кәрәк бит инде.
Былай һәр береһе үҙе тырыша инде. Кемдер электрға күсеп алды, кемдер мейес менән йылына. Өйөнә һыу үткәреп, замансалап та эшләп ебәргәндәр бар. Хәҙер ауыл ни, ҡала ни – тырышһаң, ҡайҙа ла үҙ көсөң, үҙ эшең,- ти Гөлгөнә апай.

Ғәзиз баҙары
Ауылда бөгөн магазин юҡ. Һатыу менән булышҡан кешеләр ҙә юҡ. Кемдең еңел машинаһы бар – шулар елдереп кенә район үҙәгенә баҙарғамы, магазинғамы барып әйләнә ала. Ә кемдең инде ундай мөмкинлеге юҡ, ауылға баҙар килгәнен көтә. Һәр айҙың 15-16-һында пенсия таратҡанда килә уныһы. Эшҡыуарҙар “аҡсалы көн”дө белеп алған: халыҡҡа нимә кәрәк – шуныһын тейәп сәғәте-минутына килеп тә етәләр.
- Мораҡтан да килә торғайнылар, йышыраҡ Мәләүездән йөрөйҙәр. Ырымбурҙан Илдар тигән ағай килә ай һайын. Онмо, көнбағыш майымы, ярмамы - барыһын да алып килә. Аҡсаң булмайыраҡ торһа, бурысҡа ла ҡалдырып китә. “Мука”ның килеүе был юлы беҙҙең сәфәргә лә тура килде (ауыл халҡы уны шулай йөрөтә икән). Машинаһы тәҙрәнән күренеүе булды, кеме ҡулына тоҡ, кеме муҡса тотоп, лавка барып туҡтаған ергә ашыҡты.
- Беҙҙе танып-белеп бөткән ул Илдар ағай. Үткән айҙа аҡсам юҡ саҡ, балалар күмәк, он бөткән, бурысҡа ла инге килмәй ине. “Ал, мин һинән баҫып аҡса таптыраммы ни? Һинең бит балаларың күмәк, уларға нимә ашатаһың?” тип, тоғо менән йөкмәп үҙе үк өйгә индереп, ҡалдырып китте. Төптө ят кеше булһа ла (ят тигәс тә, беҙҙең төбәк кешеһе түгел тиеүем), беҙгә ярҙам итергә атлығып тора, - тип тора бер апай ҙа.
Ә анау ауыл уртаһына уҡ барып туҡтаған еңел машина кейем-һалым кеүек нәмәләр һата. Уны ла буш итмәне ауыл халҡы, килеүен-килгәс, буш китмәһен тигәндәй, хәйерлек ҡулъяулыҡ-таҫтамалдарын булһа ла алып китте.
Бына шулай үҙ яйына ғына йәшәй ғәзиздәр.
Ашаған белмәй, тураған белә
- Ауыл халҡы шул малға ғына арҡа терәп тора инде. Техникаң булһа, бесәнен дә эшләргә була. Беҙҙең социаль пособие булғанға ғына әҙме-күпме булһа ла, еңелерәк, ваҡ-төйәгенә ярап ҡала (баланың һаулығын да ҡарарға кәрәк бит әле).
Мотоблок алдыҡ, шуның менән ерен һөрөп, картуфын сәсәбеҙ, баҡсаһын ултыртабыҙ. Бесәнде лә үҙебеҙ эшләйбеҙ. Әҙ генә булһа ла, берәй төрлө программалар менән дәүләт ярҙам итеп ебәрһә – халыҡ та дәртләнеп эшләй. Үҙ иҫәбеңә генә ауылда донъя нығытыуы еңел түгел ул. Ситтән ҡарағанда ғына – ере бар, мал бар, машинаһы бар, тракторы бар – тағы нимә кәрәк, эшлә тигән һымаҡ күренәлер. Ул эште яйға һалғансы, шул уҡ малдан килем ала башлағансы – байтаҡ ваҡыт, көс, тир түгелә бит инде, һаулыҡ та көн дә яңырып тормай. – Гөлгөнә апайҙың һүҙендә лә хаҡлыҡ бар. Халҡыбыҙҙың аҫыл тел гәүһәрҙәренән ошо күренеште баһалаған матур мәҡәлдәрен килтереү ҙә урынлы булыр: ашаған белмәй, тураған белә, тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, уңыш төбө –тырышлыҡ.
Һүҙҙе йомғаҡлап
Әлбиттә, йорт хужаһы Ринат ағайҙың да һүҙен, ауыл тормошона ҡарашын, баһаһын ишетке килгәйне, әммә ул, ир кеше булараҡ, һүҙ һөйләргә бик әүәҫ түгел, ахырыһы, беҙҙең яҡҡа әйләнеп тә ҡараманы, үҙ эше менән булды. Фотоға төшөрәйек тигән тәҡдимгә лә ризалашманы. Шуға күрә әңгәмәбеҙ ҙә Гөлгөнә апай менән генә теҙелеп китте. Шулай ҙа, ғәзиздәрҙең көнитмешен ошо күҙлектән бер аҙ ғына булһа ла байҡарға, баһаларға тырыштыҡ.
Әйткәндәй, Ғәзиздә беҙгә тик ғаилә усағын һаҡлаған, донъя тотҡаһы булған хужабикәләр менән генә аралашырға тура килде. Сөнки күптәренең ирҙәре ҡырҙа эшләй.
Гәзитебеҙҙең киләһе һандарында ла ошо ауылда төпләнгән дан ғаиләләр менән таныштырыуҙы дауам итербеҙ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Автор фотолары.

Читайте нас: