Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2019, 18:42

Ғәйеплеләр тотола, язаһы ла бирелә...

Һуңғы ваҡытта араҡы менән ағыуланып, йәиһә иҫерек килеш һыуға батып, янып үлеүселәр һаны артҡандан-арта ғына бара. Магазиндарҙа һатылған араҡыға хаҡтың сағыштырмаса юғары булыуы арҡаһында күпселек халыҡ магазиндарҙан түгел, теләһә ҡайҙан осһоҙораҡ хаҡҡа спиртлы эсемлектәр һатып ала. Был әлбиттә, өйҙәрендә техник спирттан суррогат араҡылар, көмөшкә яһаусыларға үҙ продукцияларын һатыу һәм аҡса эшләү өсөн бынамын тигән мөмкинлек. Бындай күренеш беҙҙең район өсөн дә ят түгел, район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан киҫәтелеп, күҙәтелеп тороуға ҡарамаҫтан, ауылдарҙа “көмөшкә бизнесы" һаман сәскә ата. Ул хаҡта Рәсәй Эске эштәр бүлегенең Күгәрсен районы буйынса бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы Флүр Лоҡманов һөйләй.

Һуңғы ваҡытта араҡы менән ағыуланып, йәиһә иҫерек килеш һыуға батып, янып үлеүселәр һаны артҡандан-арта ғына бара.

Магазиндарҙа һатылған араҡыға хаҡтың сағыштырмаса юғары булыуы арҡаһында күпселек халыҡ магазиндарҙан түгел, теләһә ҡайҙан осһоҙораҡ хаҡҡа спиртлы эсемлектәр һатып ала. Был әлбиттә, өйҙәрендә техник спирттан суррогат араҡылар, көмөшкә яһаусыларға үҙ продукцияларын һатыу һәм аҡса эшләү өсөн бынамын тигән мөмкинлек. Бындай күренеш беҙҙең район өсөн дә ят түгел, район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан киҫәтелеп, күҙәтелеп тороуға ҡарамаҫтан, ауылдарҙа “көмөшкә бизнесы" һаман сәскә ата. Ул хаҡта Рәсәй Эске эштәр бүлегенең Күгәрсен районы буйынса бүлегенең участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы Флүр Лоҡманов һөйләй.
- Суррогат араҡынан ағыуланыу осраҡтары – һаман да көн ҡаҙағында торған проблемаларҙың береһе булып ҡала килә. Ялған араҡы, составында спирт булған продукция йәки үҙҙәре ҡыуған самогонды законһыҙ һатыусыларға ҡарата көрәш бер көнгә лә туҡталғаны юҡ, ялған араҡыны законһыҙ рәүештә һатыусыларҙы асыҡлайбыҙ, продукцияһын тартып алабыҙ, яза ла бирәбеҙ. Әммә закондан да, ҙур ғына булған штрафтарҙан да, эскән кешенең яҡындарының рәнйеш-ҡарғыштарынан да ҡурмайынса һаман үҙ кәсептәрен дауам итеүселәр бар.

- Спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыуға ниндәй яза ҡаралған?
- 2017 йылдың 29 июлендәге 265-се Федераль закон менән “Физик шәхестәрҙең алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ ваҡлап һатыу” тураһындағы 14.17.1-се статьяһы үҙ көсөнә инде, ундай продукция менән һатыу итеүсе физик шәхестәргә мотлаҡ рәүештә алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙе конфискациялау менән 30 мең һумдан 50 мең һумғаса административ штраф ҡаралған.
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 14.17.1-се стаьяһы 2-се өлөшө менән юридик шәхес булараҡ теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған шәхестәргә йәки ауыл хужалығы етештереүселәренә законһыҙ рәүештә алкоголле йәки спиртлы эсемлектәрҙе һатҡан өсөн алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙе конфискациялау менән 100 мең һумдан 200 мең һумғаса штраф билдәләнгән.
Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына “Алкоголле һәм составында спирт булған продукцияны законһыҙ ваҡлап һатыу” 171.4-се статьяһы индерелде. Әгәр физик шәхес Рәсәй Федерацияһының Административ кодексының 14.17.7се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылып та йәнә тотола икән, ул енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Тартып алынған алкоголле һәм составында спирт булған продукцияны тикшереү үткәреү өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика бүлегенә ебәрәбеҙ, унан тикшереү тураһында справка килгәс, административ протокол төҙөлә һәм ҡарар сығарыу өсөн Күгәрсен район судына ебәрелә.
- Беҙҙең районда бындай “бизнес” менән шөғөлләнеүселәр, законһыҙ рәүештә спиртлы шыйыҡсылар һатыусылар күпме?
- 2018 йылда район буйынса алкоголле һәм составында спирт булған продукцияны законһыҙ һатыусы 95 осраҡ асыҡланды. 300 мең һумдан артыҡ суммаға административ штраф һалынды, “ҡырын эше” өсөн тотолоп та, ҡабаттан үҙ шөғөлөнә тотоноусы – һаман да законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыусы гражданға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 174.1-се статьяһы буйынса 1 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Ағымдағы йылдың 1,5 айында алкоголле һәм спиртлы продукцияны һатыуҙың 13 осрағы асыҡланды, тартып алынған продукция Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы эксперт-криминилистика бүлегенә ебәрелде, уның һөҙөмтәһе буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.
- Был ҡырын “эш” менән ҡайһы ауылдарҙа күберәк шөғөлләнәләр?
- Ауыл биләмәләре буйынса ҡарағанда продукция иң күп һатылған ауыл биләмәләре - Мораҡ (25 осраҡ), Теләүембәт (7 осраҡ), Йомағужа (7 осраҡ), Мәҡсүт (6 осраҡ), Урал һәм Яңы Петровка (5 осраҡ), Ибрай, Волостновка, Ялсы (4 осраҡ). Был йүнәлештәге эш, әлбиттә, дауам итәсәк, рейдтар үткәреләсәк, ғәйеплеләр табыласаҡ, язаһы ла биреләсәк.

Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: