Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2019, 17:07

Радий Хәбиров Туған телдәр көнөнә арналған флешмоб башлап ебәрҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туған телдәр көнөнә бағышланған флешмоб башлап ебәрҙе. Республика етәксеһе теләге булған һәр кемгә туған телендә яратҡан шиғырын һөйләргә һәм уны #Туғантел, #Роднойязык хэштегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туған телдәр көнөнә бағышланған флешмоб башлап ебәрҙе. Республика етәксеһе теләге булған һәр кемгә туған телендә яратҡан шиғырын һөйләргә һәм уны #Туғантел, #Роднойязык хэштегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.
«Мине лә үҙемдең флешмобымды иғлан итергә ваҡыт тип ышандырҙылар шикелле. Быға һәйбәт һәм файҙалы сәбәп тә бар. Бөгөн – ЮНЕСКО иғлан иткән Туған телдәр көнө. Туған телдәр беҙҙе айырмай, ә киреһенсә, донъяны рухи яҡтан байыта тип иҫәпләйем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.
Ул Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләне һәм барыһын да ҡатнашырға саҡырҙы.

Читайте нас: