Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль 2019, 18:30

Һеҙ хөрмәткә лайыҡ, ил улдары!

Район үҙәгендә хеҙмәт бурыстарын Ватандан ситтә башҡарған рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көнө һәм Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Республикаһынан сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан әһәмиәтле саралар үтте.

15 февралдә район үҙәгендә хеҙмәт бурыстарын Ватандан ситтә башҡарған рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көнө һәм Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Республикаһынан сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан әһәмиәтле саралар үтте.
Митингтың асылыуын белдереп, илебеҙ һәм республика гимндары яңғыраны. “Афғансы” район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Фәиз Хәлитов:
- Бөгөн беҙҙең өсөн оло байрам ғына түгел, хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө; ысын ир-егет, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тороусы афғансыларға һәм башҡа утлы нөктәләрҙә намыҫ менән хеҙмәт иткән ил һаҡсыларына ихтирам-хөрмәт күрһәтә торған көн. Арабыҙҙа булмаған һалдаттарҙы иҫкә алайыҡ, ғаиләләренә, яҡындарына сабырлыҡ, бөтәбеҙгә лә тыныс күк йөҙө теләйек! – тип, яугир дуҫтарын, тантанаға килеүселәрҙе ихластан тәбрикләп үтте.
Митингынан һуң һәйкәлгә сәскәләр һалынды, хәрби дуҫтар һәйкәл янында иҫтәлеккә фотоға төштө.

Фойела яугирҙар, сараның ҡунаҡтары – Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм район етәкселеге иғтибарына Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан әҙерләнелгән батырҙарҙың данлы үткәнен яҡтыртыусы тәрән йөкмәткеле күргәҙмә тәҡдим ителде.
14 меңдән артыҡ совет һалдатын йотҡан Афған һуғышында республикабыҙҙа 10 меңгә яҡын һалдат һәм офицер хәрби бурысын үтәһә, 341-е һәләк була, 6-һы хәбәрһеҙ юғала, 2 мең 500-е ҡаты йәрәхәтләнә. Тетрәндергес һандар, ҡырыҫ тәбиғәтле, ҡырағай тауҙар илендә йәш ғүмеркәйҙәре өҙөлгән яҡташ һалдаттарыбыҙҙың исемдәре ҡат-ҡат яңғыраны был тантаналы көндә. Бер минутлыҡ тынлыҡ менән ил батырҙары иҫкә алынды.
- Был байрам беҙҙең өсөн күҙ йәштәре, әрнеү-һағыш менән арабыҙҙа булмаған яугир дуҫтарҙы иҫкә алыу көнө ул. Йылдан-йыл иптәштәр кәмеп бара, ҡайһыһы ҡаты ауырып, икенселәре яуҙа алынған йәрәхәттәре буйынса бирешеп, яҡты донъяларҙан китте. Уларҙың ғаиләләрен онотмайынса, яңғыҙ ҡалған парҙарға кәрәккәндә ярҙам ҡулы һуҙһағыҙ икән, бөгөн иҫән хәрбиҙәргә, айырыуса сәләмәтлеге ҡаҡшағандарға иғтибарҙы арттырырға кәркә, - тигән үтенесен белдерҙе ул.
Әрнерлек тә шул, районыбыҙҙан бөтәһе 69 егет афғанда хеҙмәт итһә, өсәүһе илебеҙ сиктәрендә именлек һағында һәләк булып ҡалды, ә бөгөн “Афғансы” район йәмғиәтендә афған ерендә һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан бөтәһе 61 кеше иҫәптә тора. Күптәре ысынлап та эш һәм медицина яғынан ярҙамға мохтаж, бигерәк тә, етәкселек һәм йәмәғәтселек иғтибарына.
Сараның йыр-моңло өлөшөндә Ғәлим Кинйәбулатов, Елена Киршина, Гүзәлиә Миңлебаева фәҡәт утлы юлдарҙы үткән хәрбиҙәргә, бөгөн арабыҙҙа булмаған һалдаттарҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған йырҙары менән күңелдәрҙе моңға сорнап, тормош асылы тураһында уйланырға мәжбүр итһә, Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың шаян бейеүҙәре күңелдәргә дәрт өҫтәне.
Һағышлы ла, йыр-моңло, тәрән мәғәнә һалынған иҫтәлекле көндә улар адресына яңғыраған оло рәхмәт, ҙур ғорурлыҡ һәм сикһеҙ ихтирам менән һуғарылған һүҙҙәр, аҡ теләктәр ил батырҙарының ғазаплы күңелдәрен аҙ ғына булһа ла йылытҡандыр. Ә хәрби дуҫтар менән осрашып күрешеү ҡанһыраған йөрәктәренә ял бүләк иткәндер, һис шикһеҙ. Тик һүҙ ахырында шуныһын да өҫтәге килә: йылдың бер көнөндә – 15 февралдә генә түгел, намыҫ, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө булған ил улдары һәр ваҡыт, һәр мәлдә беҙҙең тәрән ихтирам-хөрмәткә лайыҡ!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: