Бер кемгә лә сер түгел, бөтә илгә хас булған эшһеҙлек беҙҙең ауылдарҙы ла урап уҙмай. Унан килеп, яңы заман яңы һөнәрҙәргә эйә булыуҙы ла талап итә. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә курстар үтеп, йәнең теләгән юҫыҡта белгес булып китергә мөмкин. Район мәшғүллек үҙәге етәксеһе Лилиә Литвинова менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
- Лилиә Рәүис ҡыҙы, бер кемгә лә сер түгел, бөтә илгә хас булған эшһеҙлек беҙҙең ауылдарҙы ла урап уҙмай. Һеҙҙә иҫәптә торғандарға айлыҡ пособиелар түләнә. Шул уҡ мәлдә һеҙҙең ярҙам менән яңы һөнәр үҙләштерергә лә була икән?
- Эйе, мәҫәлән, өс йәшкә тиклемге балаһын ҡарау буйынса декрет ялында булған әсәләр ҡыҫҡа курстар үтеп, яңы һөнәр алыу йәки белемен камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә.
“Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам итеү - 3 йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә белем алырға шарттар тыуҙырыу” федераль проектының “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ был ғәмәл. 2024 йылға тиклемге арауыҡта республикала 7 меңләп ҡатын-ҡыҙға - 2020-2021 йылдарҙа йыл һайын - 1277, 2022-2024 йылдарҙа йыл да 1596 кешегә бындай мөмкинселек биреләсәк.
Әйткәндәй, бындай сара 2011 йылдан алып ғәмәлдә. Был программа сиктәрендә республикала йыл да 350-400 самаһы әсә ҡабаттан белем ала торғайны.
Алты йыл эсендә 2800 әсә яңы һөнәр алды.
- Гүзәл заттар ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә?
- Күптәр тәрбиәсе, кондитер, тегенсе, дизайнер, маникюр оҫтаһы, парикмахер, визажист, 1С:Бухгалтерия, смета төҙөү эше, компьютер графикаһы дизайнеры кеүек һөнәрҙәрҙе һайлай.
- Уҡырға ла ваҡыт табырға кәрәк бит әле...
- Теләге булғандар ваҡытын да, яйын да таба. Уҡыу ваҡыты артыҡ оҙаҡ түгел, уртаса 2 ай ярым, курс хаҡы уртаса алғанда – 7 500 һум. Дистанцион курстар ҙа популярлыҡ яулай бара.
Бөгөнгө хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған һөнәрҙәрҙе үҙләштереү маҡсатында, шулай уҡ һанлы иҡтисадҡа күсеү шарттарында, йәш әсәйҙәр 2020 йылдан башлап төрлө программалар буйынса белемдәрен яңырта алалар. Уҡыу ваҡыты 6 айға тиклем булһа, курстың уртаса хаҡы 48 мең һум буласаҡ.
- Уҡыған өсөн кеше үҙе түләйме?
- Был хеҙмәт тулыһынса бушлай. Бының өсөн йәшәгән урының буйынса мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән паспорт йәки уны алмаштырыусы башҡа документты; эш менән бәйле һәм 3 йәшкәсә бала ҡарау буйынса ялда булыуҙы иҫбатлаусы документтың күсермәһен; баланың тыуыу тураһында таныҡлығын алып килергә.
- Өҫтә әйтеп кителгәндәр декрет ялында булған әсәйҙәргә ҡағылды. Ә бына өлкәнерәк йәштәгеләр өсөн ниндәй тәҡдимдәр булыр?
- Улар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 2019-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында “Оло быуын” федераль проектының “Демография” милли проекты сиктәрендә пенсия алды йәшендәге һәм хаҡлы ялдағы кешеләргә һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса күләмле эш алып барыласаҡ.
Быға тиклем республикабыҙҙа йыл һайын был категорияға ингән 200-ләп кеше мәшғүллек үҙәге аша ҡабаттан уҡып сыҡһа, 2024 йылға тиклем йылына 1480 кеше белем аласаҡ. Йыл һайын был эш өсөн 108,8 млн һум (уның 103,4 миллионы - федераль бюджеттан , ҡалған 5,4 миллионы – республика ҡаҙнаһынан) аҡса сарыф ителәсәк. 6 йыл эсендә программа 8880 кешегә ҡағылыр тип планлаштырыла.
- Пенсия алды йәшендәгеләр тип кемдәр атала?
- 1 ғинуарҙан алып, пенсия алды йәшендәгеләр тип, пенсия йәшенә етеүгә 5 йыл ҡалғандар иҫәпләнә.
Әлеге мәлдә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы штаттарында пенсия алды йәшендәге граждандары булған һәм уларҙы уҡытырға теләгән ойошмаларға субсидия бүлеү тәртибен ҡарай. Министрлыҡ шулай уҡ өҫтөнлөклө һөнәрҙәр исемлеген дә төҙөгән.
- Ниндәй һөнәрҙәр инә икән был исемлеккә?
- Хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған 113 һөнәр араһында кондитер, икмәк бешереүсе, кондуктор, диспетчер, кассир, ландшаф дизайнеры, машинист, йәшелсә үҫтереүсе, токарь, электр менән иретеп йәбештереүсе һ.б. бар. Уҡыу ваҡыты уртаса алғанда 3 ай. Һәр уҡыусыға ай һайын 11 мең 280 һум стипендия түләү ҙә ҡаралған.
- Башҡа категорияға ҡарағандар ҙа яңы һөнәргә уҡып сыға аламы?
- Эйе, кешеләрҙе ҡайтанан уҡытыу, квалификацияһын күтәреү буйынса йәнә бер хеҙмәт барлығын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Белем сертификаты хәрби хеҙмәтен тамамлаған кешеләргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына; бәлиғ булмаған балалар үҫтереүсе яңғыҙ һәм күп балалы ата-әсәләргә, инвалид бала тәрбиәләүселәргә яңы һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.
- Пенсия алды йәшенә тиклемге һәм хаҡлы ялдағы граждандар уның менән дә файҙалана ала. Белем биреү сертификаты эш таба алмай йонсоғандарға ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеген бирә. - Белем биреү сертификаты нимә һуң ул?
- Белем биреү сертификаты граждандың финанс ярҙамға – үҙе һайлаған белем биреү ойошмаһында уҡыуын тулыһынса йәки өлөшләтә компенсациялауға (10 мең һум) хоҡуғы булып тора. Шарт буйынса кеше уҡыуын тамамлағандан һуң бер ай эсендә эшкә урынлашырға йәки үҙ эшен асырға тейеш.
Министрлыҡ тейешле курстар уҙғарыу хоҡуғына эйә булған белем биреү ойошмалары реестрын төҙөгән. Уға 80 өҫтәмә белем биреү ойошмаһы ингән.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әңгәмәләште.