Бөгөн – яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө
Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл (1989)
“Ҡыҙыл йондоҙ”ло ир аҫылы
Совет ғәскәрҙәрен утлы Афған еренән сығарыуға быйыл 30 йыл. Бер уйлаһаң, күпме һыуҙар аҡҡан, әммә меңләгән әсәләр, меңләгән һалдат, халҡыбыҙ йөрәгенә уйылған тәрән яралар һаман да уңалмай. Илебеҙ сиктәрен, уның тыныслығын һәм халыҡтар именлеген һаҡлау бурысын үтәгәндә батырлыҡтар күрһәткән, шомло тауҙар илендә батырҙарса һәләк булған ил улдарының исемен оноторға ҡайһыбыҙҙың хаҡы бар?!.
Һүҙебеҙ ҙә бөгөн утыҙ йылдан ашыу һуғыш яраларын тәнендә, үҙәк өткөс әсе елле, ҡайнар ҡом сүлдәре иле - нисә йөҙләгән совет һалдаты ҡорбан булған Афған ере менән бәйле хәтирәләрҙе йөрәгендә һаҡлаусы Хәлит Ҡотлогилдин хаҡында.
Хәйер, Мораҙым ауылында йәшәүсе ысын ир аҫылын районыбыҙҙа белмәгән кеше бик һирәктер, Афған һуғышындағы хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн 1982 йылда “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнгән яугирҙың тирә-яҡта намыҫлы, булдыҡлы тигән даны бар.
5-6 йыл элек уның менән яҡындан танышып һөйләшеү бәхете тейгәйне. Әңгәмәсем аҙ, әммә йор һүҙле, киң күңелле, тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн ҡала белгән оло йөрәкле кеше, намыҫлы эшсән һәм хәстәрлекле ғаилә башлығы булараҡ иҫемдә ҡалды. Бына, насип булғас, тағы ла күрештек.
- Хеҙмәттәш дуҫтарым байрамыбыҙ уңайынан Мәскәүгә саҡырғайны, бармай ҡалдым инде, - тине ул.
33 йыл буйы иңгә-иң терәшеп татыу йәшәгән тормош юлдашының (мәрхүмә Гөлфиә апайҙың алсаҡ йөҙө, тормош иптәшенең данлы үткәндәрен ҙур ғорурлыҡ, тәрән ихтирам менән телгә алыуы... – бөтәһе лә күҙ алдымда!-авт.) баҡыйлыҡҡа күсеүе генә танышыбыҙҙың төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренә тағы ла уйсанлыҡ, һағыш төҫөн бөрккән. Тик Хоҙайҙың: “Көслөлөрҙе һынармын”тигәне шулдыр, юғалтыу ғазаптары ла ысын яугирҙың рухын һындыра алмаған. Ул һаман да элеккесә алсаҡ, кешеләрҙе, тормошто сикһеҙ яратыуы менән тирә-яҡҡа өлгө булырҙай, урынлы ғына мәрәкәләп, башҡаларҙың күңелен бөтәйтер һәләткә лә эйә көслө зат. “Хужабикәһеҙ донъяларҙың йәме юҡ инде”, - тиһә лә, көтөлмәгән “ҡунаҡтары”н, йәғни беҙҙе, хуш еҫе бөркөп торған мәтрүшкәле сәй һәм үҙенең хеҙмәт емеше – кәрәҙле бал менән һыйларға ла өлгөрҙө. Һыҙланған йөрәге менән хәтер йомғағын һүтеүе бик ауыр булһа ла, һөйләшеүҙән баш тартманы.
Илһөйәрлек тойғоһо - ғаиләнән
Хәлит Ҡотлогилдин 25 майҙа (рәсми документтарҙа июндә тип теркәлгән) мөһабәт тауҙарға һыйынып ултырған йәмле Мораҙым ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыуын Юлдыбай урта мәктәбендә дауам итә. Үҫмер өсөн һалдат тормошона әҙерлек нәҡ шул 6 йыл дауамында Мораҙым-Юлдыбай араһын тапаған саҡрымдарҙан башлана ла инде. Ә ысын ир-егет мотлаҡ армия сафында булырға тейеш, армияға барыу өсөн физик яҡтан ныҡлыҡ кәрәк тигән “ҡанундар”ҙа уға ғаилә тәрбиәһенән үк аңына һеңә. 5 бала тәрбиәләнгән ғаиләлә бөркөттәй 4 ул үҫә, 4 – һе лә тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәй. Атаһы Шәрифйән Әхмәтғәле улы - Бөйөк Ватан һуғышы, ә ҡартатаһы 1-се бөтә донъя һуғышы ветераны була. Осраҡлыҡмы, туғанлыҡ бәйләнешеме – афғансы был тормош фактына үҙе лә ғәжәпләнә: атаһы менән ул бер көндө, 25 майҙа тыуған, ғәзиз кешеһе шанлы 44-тең 14 ноябрендә ҡаты яраланһа, үҙе Афғанда 82-нең 14 ноябрендә йәрәхәтләнә. Ғөмүмән, тәрән илһөйәрлек тойғоһо, хәләл көс менән сәмләнеп йәшәү, хатта ҡортсолоҡ менән мауығыу ҙа уҙаманға өлкән яугирҙан бирелгән.
Әсе елдәр, шомло тауҙар илендә
Хәтерегеҙҙәлер, ҙур һәм берҙәм илебеҙ тарҡалып, үҙгәрештәр осоро башланғас, төрлө сығанаҡтарҙа Афған һуғышына бәйле мәғлүмәттәр (күпселек-ялған) таратыусы, хәрби мөхиттән бөтөнләй алыҫ торған замана “зыялылар”ы йышайып китте. “Аңды-тоңдо белмәгән йәш үҫмерҙәрҙән һорап та тормай, тау-таш араһына итеп тыҡҡандар” кеүегерәк хәбәрҙәр – шул сәйәсәттең беренсе ҡарлуғастары булды. Әйтерһең дә, ул йылдарҙың ауырлығын, әрнеү-һағыштарын үҙ иңдәрендә татыған 60-сы йылғылар үҙҙәре өсөн яуап тота алмай!
- Армияға әҙерлек элек мәктәп буҫағаһынан уҡ башлана торғайны. Мәктәпте бөткәс, военкомат уҡытты – 4 айлыҡ шофер курстарын үтеп, ҡулыма водитель танытмаһы алғас, 1979 йылдың 12 октябрендә армияға киттем, һауа-десант ғәскәрҙәренә эләктем. Ә 19 октябрҙә Кишиневта инем (ул ваҡытта Молдавия - совет республикаһы). Афған еренә индергәнсе, илебеҙ сиктәрендәге көсөргәнешле хәлдәрҙе, тотороҡһоҙлоҡто аңлатып, Украинаның Болград ҡалаһында хәрби әҙерлек курстары үткәрҙеләр. Мылтыҡтан атырға, граната бәрергә, хәрби хәйлә алымдарына ныҡлап өйрәттеләр. Һәр яҡлап ентекләп тикшерҙеләр, айырыуса психологик яҡтан. Биш тапҡыр саҡыртып, бишеһендә лә бер үк һорауҙы бирҙеләр. Һин бит үҙең мосолман, дошманың да мосолман, мосолманға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡап ата алырһыңмы? Бишеһендә лә бер төрлө яуап ҡайтарҙым: “Мин Совет Армияһына ант бирҙем, уның приказын үтәйәсәкмен!” Бер ваҡытта Башҡортостандан 80 кеше алынды, иң тәүҙә күрше 103 –сө Витебск дивизияһынан 40 самолет йүнәлде, унан һуң беҙҙең 104-се Болғар дивизияһын ебәрҙеләр. Яҡташтарым Вәхит Тазетдинов, Фидат Зәитов, ауылдашым Ғәрифйән Казбаков менән бергә хеҙмәт иттек. Ниһайәт, 1980 йылдың 15 апрелендә беҙ Кабул ҡалаһында инек, - тип, нисек тауҙар иленә эләккәнен һөйләп үтте афғансы.
Артығын төпсөнөү кисәге яугирҙың йөрәк яраларын тағы ла ҡуҙғытыу булыр ине. Бер тәүлектә ҡырҡҡа төрләнгән Афған еренең шыҡһыҙ климаты шул һуғышта хәрби бурысын үтәгән һәм һәләк булған хөрмәтле яҡташыбыҙ – Нуҡай ауылы егете Алик Рөстәмовтың хаттарында бына нисек һүрәтләнгәйне: “Ике көн ҡар яуа, шунан ике көн ҡояш яндыра, өткөс елдәре елеккә үтә, тауҙары шомло”... Ҡотлогидинға ла һәр афғансы кисергән әсе елдәрҙе, һағыныу ғазаптарын, һәр аҙымда һағалап торған үлем “күҙҙәре” менән дә ҡапма-ҡаршы осрашырға тура килә. Улай ғына түгел, 10 көндән хеҙмәтен тултырып тыуып-үҫкән еренә ҡайтырға сығырға тейешле мәлдә, 1981 йылдың 14 ноябрендә егеттәрҙе ҡамауҙан сығарғанда ҡаршы яҡтан көслө атыш башлана. Өс-дүрт пуля рәткә тейеп, уны аяҡтан йыға. Ярҙамға ашыҡҡан дағстанлыны яҡшы хәтерләй ул, артабан “дошманын” тағы эҙләп тапҡан пулянан аңын юғалта.
Бер аҙ Кабулдың медсанбатында дауалап, 3-сө төркөм инвалиды “мөһөрө” менән декабрҙә генә уны Башҡортостанға ҡайтаралар. Өфө дауаханаһында 4 ай буйы дауаланып, аяғына баҫҡас ҡына наҙлы бишеге – Мораҙымына ҡайтып төшә. 82 – лә лайыҡлы ордены ла үҙ эйәһен эҙләп таба.
Йәшәү йәмен нығыраҡ тойоп
Үлем тырнағынан иҫән сығып, тыныс тормошҡа аяҡ баҫҡан егет йәшәүҙәрҙең йәмен-тәмен нығыраҡ тойоп, һәр минутын ҡәҙерләргә өйрәнә. Өфө ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, унда белем алған осоронда әүҙем йәмәғәтсе булараҡ баш ҡаланың Октябрский районы Советы депутаты, йәштәр эштәре буйынса комитететының рәйесе урынбаҫары вазифаларын йөкмәй, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Районға ҡайтҡан йәш белгесте тәүҙә “Искра” совхозының Димитрово бүлексәһенә агроном итеп ебәрәләр, 90-сы йылдар башында шул уҡ совхоздың Багдашкин бүлексәһенә управляющий итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙе ант биреп, тоғро хеҙмәт иткән берҙәм совет иле тарҡалғас та, ғаиләнән үк хеҙмәт тәрбиәһен алып үҫкән ныҡ елкәле ир-ат юғалып ҡалмай. “Мораҙым” тәбиғәт паркын ойоштороу эштәренә тос өлөш индереп, 1999-2009 йылдарҙа һаҡ начальнигы вазифаһын үтәй. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы һәр ваҡыт еренә еткереп башҡарыуы, кешелеклелеге, ғәҙеллеге менән тирә-яҡта хөрмәт ҡаҙана ул. Кем белә, ҡиблалар буталған “үҙгәрештәр осоро” етеп, берҙәмлек һәм намыҫ төшөнсәләре тапалмаған хәлдә “илем, халҡым” тип янып-көйөп йәшәп өйрәнгән ысын ил һаҡсыһы, юғары белемле ауыл хужалығы белгесе бөгөн ябай ҡарауылсы булып йөрөмәҫ ине лә... Әммә эшһеҙлек осоронда был һөнәренә лә ул сикһеҙ рәхмәтле. Ғүмер баҡый рухи терәге һәм пар ҡанаты булған йәмәғәтен юғалтҡас, хәҙер бар күңел йыуанысы – хеҙмәт тә, йәндәй ғәзиз балалары.
Хоҙай биргән ғүмер – йәшәр өсөн!
Әйткәндәй, Гөлфиә Шәрәфетдин ҡыҙы менән улар эш урынында йәштәр кисәһенән һуң генераль йыйыштырыу үткәргән ваҡытта танышып китә, ул осорҙа ни, клуб юҡ... “Ҡыҙыл мөйөштә” танышлыҡтары оло мөхәббәткә әүерелеп, йәштәр 1985 йылдың 8 мартында ҡауыша. Өс тиҫтәнән артыҡ йылдар бер-береһенә ныҡлы терәк булып, татыу көн итәләр, өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләргә тырышлыҡ һалалар. Иң өлкән ҡыҙҙары – Айгөлдөң хәҙер үҙенең ғаиләһе бар, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Икенсеһе – Фәнүзә Өфө кооператив институтында, кинйәләре – Айрат Ишембай нефть колледжының 1-се курсында белем ала. “Иң мөһиме – һөнәрле булһындар”, - ти атай кеше. Тимәк, уның иңендә хәҙер – уларға белемле булырға ярҙам итеү, балаларын аяҡҡа баҫтырыу. Хоҙай тик көс, сабырлыҡ бирһен уға һәм сәләмәтлегенән айырмаһын! Тик утлы юлдар үткәндәрҙең һаулығы ла маҡтанырлыҡ түгел шул, Хәлит ағайҙың да йөрәге әленән-әле үҙен һиҙҙертеп тора. Уның ҡарауы, хәрбиҙәргә яуҙа ҡаты яраланғаны өсөн инвалидлыҡты урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре инҡар итһә лә, йөрәк ауырыуы буйынса, ниһайәт, 3-сө төркөм инвалидлыҡ бирелгән. “Эшләһәң, етә, артығы кәрәкмәй ҙә”, - ти ул һәм был хаҡта һүҙ ҡуйыртыуҙы кәрәк тип тә һанамай (аптырарһың инде йәмғиәтебеҙҙәге вайымһыҙлыҡҡа, ғәҙелһеҙлеккә: әрме хеҙмәтен күрмәгәндәре лә, уҡа менән ер һөрөрлөк әҙмәүерҙәй ирҙәр ҙә инвалидлыҡ пенсияһын еңел генә юллап ала, ә сәләмәтлеген һуғыш ерендә ҡалдырған афғансылар сигенә терәлгәнсе намыҫ һаҡлап түбән хеҙмәт хаҡына йәшәргә мәжбүр! – авт.)
Бирешә торған кеше түгелдәр улар ил батырҙары! Хәлит Шәрифйән улы ла ихата тултырып мал аҫрап, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, ауыл эшенән йәм табып йәшәй. Әлдә ярай балалары, күршеләре, ауылдаштары һәм дуҫтары ҙур таяныс уға. Һөйөклө ейәнсәренең “олатай!” тип муйынына килеп һарылыуы – йөрәгенә ысын дауа. Ҡанатың ҡайырылһа ла, тормош бит дауам итә, күпме һынауҙарҙы кисергән уҙаманға йәшәргә лә әле, йәшәргә... Ә тормошҡа сәм, йәшәү дәрте киң күңелле һәм һынмаҫ рухлы афғансыла етәрлек!