Мораҙым
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2019, 22:07

Халыҡ менән бергә эшләү – уңыш нигеҙе. Йомағужа ауыл биләмәһендә күсмә кәңәшмә үтте

Урындағы халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашмайынса ауылдарҙың тын алышын төптән белеү, пробемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел. Бына шуның өсөн уҙғарыла ла инде район хакимиәтенең күсмә кәңәшмәләре. Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендәге эшсе төркөм Йомағужа ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.

Урындағы халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашмайынса ауылдарҙың тын алышын төптән белеү, пробемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел. Бына шуның өсөн уҙғарыла ла инде район хакимиәтенең күсмә кәңәшмәләре. Уҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендәге эшсе төркөм Йомағужа ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.
5 тораҡ пунктты – Йомағужа, Нарбут, Александровка ауылдарын һәм Олотөп, Хлебодаровка утарҙарын берләштергән ауыл биләмәһендә барлығы 5604 кеше (шуларҙың 1115-е -18 йәшкә тиклемгеләр, 2166-һы хеҙмәткә яраҡлылыҡ йәшенән уҙған) йәшәй. Үлем тыуымға ҡарағанда артығыраҡ: уҙған йылда 32 бала тыуһа, 42 кеше вафат булған. Күп балалы ғаиләләр ҙә байтаҡ ҡына – йәмғеһе 101.Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: биләмәлә 11 милләт кешеләре йәшәй. Социаль объекттар - ике мәктәп, бер ФАП, участка дауаханаһы, балалар йорто, социаль приют, балалар сәнғәт мәктәбе, 2 китапхана, үҫмерҙәр-йәштәр клубы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, психоневрология интернаты, 3 мәҙәниәт усағы, шулай уҡ почта, Һаҡлыҡ банкыһы бүлексәһе, аптека, 45 шәхси магазин һ.б. халыҡтың күбеһен эш менән тәьмин итеүгә мөмкинлек биргән.

Йомағужа – районда Мораҡтан ҡала иң ҙур ауыл. Шуға ла социаль объекттар ҙа байтаҡ. Шуларҙың өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә иң кәрәклеһе – дауахана. Элек унда 80-дән ашыу кеше эшләһә, хәҙер - 46 хеҙмәткәр. Сирлеләргә ҡарата хәстәрлек күрһәтеү маҡсатында бында хатта намаҙ уҡыу бүлмәһе лә асылған. Эш барышында йәнә шулар асыҡланды: табиптар етешмәй, 3 педиатрҙың икәүһе декрет ялында; Йомағужа 2-се урта мәктәбенә капиталь ремонт, яңы ҡорамалдар талап ителә; “Иртөбәк” спорт-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнеүсе йәш хоккейсыларға махсус форма кәрәк һ.б.
Ғәҙәт буйынса, район хакимиәте башлығы дөйөм йыйылыш алдынан халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте. Был юлы уға эсәр һыуға, медицинаға, юлдарға, христиан зыяратының торлаҡ сектор яғына ҡарай киңәйә барыуына ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр.
Көндәлек мәшәҡәттәр менән генә йәшәмәй йомағужалар. Төп доклад менән сығыш яһаусы Рәшит Сабитов әйтеүенсә, уҙған йыл байтаҡ ҡына эштәр башҡарылған: экологик өмәләрҙән тыш, “Төҙөүселәр көнө”, “Ауыл көнө”, “Физкультурниктар көнө”, “Урам байрамы” кеүек мәҙәни саралар уҙғарылған; Колхоз, Йәштәр урамдарына асфальт йәйелгән, Әминев, Мәктәп, Совет, Төҙөлөш, Комсомол урамдарында соҡор-саҡырҙарҙы бөтөрөү эштәре алып барылған; “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына капиталь ремонт эшләнгән. 2019 йылда иһә “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында Ҡаматайҙағы зыяратты кәртәләргә, Һаулыҡ урамында балалар майҙансығы төҙөргә; “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә (әлбиттә, конкурстан үткән осраҡта) Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелискты яңыртырға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, быйыл “Ҡала мөхите” программаһы буйынса Йомағужалағы паркты һәм күп фатирлы йорттар территорияларын төҙөкләндереү, Йәштәр урамына уйын майҙансығы ҡуйыу көтөлә.
Нимәһе яҡшы – ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән битарафлыҡ юҡҡа сыға бара. Халыҡ талап итә, үтенә, тәҡдим итә – яҡшы тормошҡа ынтыла һәм үҙенең дәүләттең бер өлөшө икәнлеген яҡшы белә.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.


Читайте нас: