Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2019, 11:42

Балалар хәүефһеҙлеге – беҙҙең дөйөм эш

Ағымдағы йылдың ғинуар айында Башҡортостан Репсубликаһында 2 ҡот осҡос янғын сыҡты, унда 4 кеше һәләк булды, уларҙың 3-әүһе - бәләкәй балалар.

Ағымдағы йылдың ғинуар айында Башҡортостан Репсубликаһында 2 ҡот осҡос янғын сыҡты, унда 4 кеше һәләк булды, уларҙың 3-әүһе - бәләкәй балалар.
28 ғинуарҙа Иглин районы Октябрский ҡасабаһының Болон урамындағы торлаҡ йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Янғын һүндереүселәр ут сыҡҡан урынға килеп еткәндә өй тулыһынса ут менән ялмап алынған һәм йорттоң ҡыйығы емерелеп төшкән була. Янғын һүндереү барышында өйҙә 3 үлгән кеше - 38 йәшлек ҡатын, 2013 һәм 2017 йылғы ике ҡыҙ бала табыла.
Шул уҡ көндөң кисендә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенә Учалы районы Первомайка ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Шунда уҡ янғын урынына техника, ҡотҡарыусылар, Мансур ауыл биләмәһе ирекле янғын һүндереүселәре, медицина һәм полиция хеҙмәткәрҙәре, электр селтәре вәкилдәре сыға. Янғын сыҡҡан урында тикшереү эштәре башҡарған ваҡытта 2017 йылғы бала кәүҙәһе табыла. Ике осраҡтың да янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәм!
Бер ваҡытта ла балаларығыҙҙы 5 минутҡа ғына булһа өйҙә яңғыҙын ҡалдырмағыҙ, бикләп китмәгеҙ! Шырпы, зажигалка, дарыу һәм көнкүреш химияһын балалар ала алырлыҡ ерҙә һаҡламағыҙ. Балаларға газ плитәһе һәм электр приборҙары менән ҡулланырға, мейес тоҡандарырға рөхсәт итмәгеҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәк икәнлеге тураһында балалар менән мотлаҡ рәүештә һөйләшегеҙ, өй янып киткән осраҡта шкаф, карауат кеүек урындарға йәшенмәҫкә өйрәтегеҙ, сөнки ул саҡта балаларҙы ҡотҡарыу һәм табыу ауырлаштырасаҡ.
Иҫтә тотоғоҙ! Балалар хәүефһеҙлеге – ата-әсәләрҙең дә эше! Һәр бала үҙе йәшәгән ерҙең адресын белергә тейеш! Балалар менән бергә ашығыс хеҙмәттәрҙең телефондарын ятлағыҙ!

Рәил ҒАЙСИН,

Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы.
Читайте нас: