Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2019, 13:52

Юбилярҙан бүләк – яңы трактор

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың юбилейы алдынан Теләүембәт ауыл биләмәһе яҡташтары етәкләгән “ Урал” хәйриә фондынан бүләк – тағылмалы, тейәгесле һәм сапҡыслы “МТЗ-82” тракторы алды.

- Ябай ауыл хеҙмәтсәндәренә күрһәткән хәстәрлеге өсөн ауылдаштарыбыҙ исеменән Мортаза Ғөбәйҙулла улына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тип шатлығы менән уртаҡлаша ауыл биләмәһе башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов. – Күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Был техниканы ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә, шәхси хужалыҡтар өсөн аҙыҡ әҙерләүҙә, ведомствоға ҡараған ойошмаларҙа транспорт эштәрендә ҡуллана алабыҙ.

Көтөлмәгән ҡыуанысҡа механизатор Минефәр Ишҡолов та бик шат. Уға асҡыс алыу һәм беренсе булып рулгә ултырыу бәхете тейҙе.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: