Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2019, 14:21

“Беҙ уңдыҡ һинән, хөрмәтле Ил ағаһы!”

Беҙгә, яҡташтарына Мортаза Ғөбәйҙулла улы арҙаҡлы, легендар шәхесһәм Беренсе Президент ҡына түгел, ә бөйөк Уҡытыусы. Беҙ унан Тыуған яҡтыяратырға, хеҙмәт итергә, йәмғиәт өсөн файҙа килтерерҙәй шәхес булырға,намыҫлылыҡҡа, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа өйрәнәбеҙ. Беҙҙең ауылбиләмәһендәге бөтә үҙгәртеп ҡороуҙар уның исеме менән бәйле

Беҙгә, яҡташтарына Мортаза Ғөбәйҙулла улы арҙаҡлы, легендар шәхес һәм Беренсе Президент ҡына түгел, ә бөйөк Уҡытыусы. Беҙ унан Тыуған яҡты яратырға, хеҙмәт итергә, йәмғиәт өсөн файҙа килтерерҙәй шәхес булырға, намыҫлылыҡҡа, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа өйрәнәбеҙ. Беҙҙең ауыл биләмәһендәге бөтә үҙгәртеп ҡороуҙар уның исеме менән бәйле. Беҙҙең юлдар еңел булмаған 90-сы йылдарҙа киҫеште. Ул саҡта беҙҙең ауыл әлеге ваҡыттағы кеүек үк төҙөк һәм матур түгел ине. Мортаза Ғөбәйҙулла улының ярҙамы менән яңы юлдар, балалар баҡсалары, мәҙәниәт усаҡтары, социаль-мәҙәни үҙәктәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө. 1995 йылда тәүгеләрҙән булып беҙҙең яҡтарға зәңгәр яғыулыҡ килде, автозаправкалау станцияһы, малсылыҡ комплекстары, һөтсөлөк цехтары, ҡаҙ фермаһы, тирмән, май сығартыу цехы, умарталыҡ төҙөлдө, һөтлө һыйырҙар һатып алынды. Районға заманса техника ҡайтартылды, тәүгеләрҙән булып айырым культураларҙы үҫтереүҙең голланд технологияһы индерелде. Йәштәр өсөн заманса өйҙәр менән тотош урамдар барлыҡҡа килде, “Урал” спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө.
Халыҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улын ныҡ ярата, ихтирам итә. Иҫләйем, һайлау ваҡытында уның кандидатураһын яҡларға тип Төйләгән районының Алмалы ауылынан делегация килде, ләкин закон буйынса улар һайлауҙа ҡатнаша алманы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы алмалыларҙы күршеләр булараҡ бер ҡасан да ярҙамынан ҡалдырманы, юл төҙөргә ярҙам итте.
Ул мине “үҙебеҙҙең силсәүит” тип йөрөттө. Ә 20 йыл эсендә беҙҙең яҡтар нисек үҙгәрҙе! Ауылдарҙы ул ярата, тик ялҡауҙарҙы үҙ итмәй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, ауылдар янында быуалар булһын, унда йәшәүселәр балыҡ, ҡош-ҡорт үрсетһен, тип тырышты. Бына, мәҫәлән, Хәйбулла районында һыу дефицит була торғайны, ә хәҙер һәр ауылда тиерлек буш ятҡан сиҙәм ерҙәрҙә быуа бар, һыу менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар юҡ. Ә тәүәкәндәр бына күп йылдар шишмә һыуын тотона. “Бәләкәйҙән ауылдан 6-7 км алыҫлыҡта ятҡан ошо шишмәне тапҡайным. Уның һыуы бик тәмле. Ошонан ауылға һыу һуҙыр кәрәк”, - тип ваҡытында тәҡдим итте ул.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы – ҙур тормош мәктәбе үткән, һәр мәсьәләгә төплө ҡарашы булған арбуйлы ил улы. Һис икеләнмәйенсә: “Беҙ уңдыҡ һинән, хөрмәтле Ил ағаһы!” – тип әйтә алабыҙ.

Фирғәт ИЛСЕҒОЛОВ,

1990-2010 йылдарҙағы Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Читайте нас: