Радий Хәбиров социаль селтәрҙә законһыҙ рәүештә алкоголь менән һатыу итеү нөктәләре буйынса рейдтар тураһында һөйләне. Бындай урындарҙа, башлыса, сифатһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыла. Улар, үҙ сиратында, кеше һаулығына ҙур хәүеф менән янай.
Башҡортостанда законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә көрәш иғлан ителде. Урындарҙа ялған алкоголь эсемлектәр менән иркен сауҙа итәләр.Радий Хәбиров тәүге профилактик рейд һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты. Тикшереү эштәре Әбйәлил районында башлана. Сара барышында, законһыҙ рәүештә һатыу иткән ун өс нөктә эшмәкәрлеге туҡтатылды.
Төбәк Башлығы билдәләүенсә, бындай һатыусылар үҙ халҡының киләсәгенә аяҡ сала. Шуға күрә, бындай күренеште төҙәтеү мөһим.