Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2019, 01:03

Әбйәлил районында бер тәүлек эсендә 13 урында законһыҙ спиртлы продукция һатыу осрағы теркәлгән

Был эштең башы ғына. Яҡын көндәрҙә төбәктә иҫерткес эсемлек һатыусылар демонстратив рәүештә ҡаты иҫкәртеләсәк. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

Был эштең башы ғына. Яҡын көндәрҙә төбәктә иҫерткес эсемлек һатыусылар демонстратив рәүештә ҡаты иҫкәртеләсәк. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

Хоҡуҡ боҙоуҙар Асҡар, Ишҡол, Урал, Михайловка, Тупаҡ, Атауҙы, Рауил, Зеленая Поляна ауылдарында теркәлгән. Һуңғы ауылдағы кафела акциз маркаһы булмаған суррогат алкоголь һатылыуы асыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 13 административ эш асылған.

БСТ Айбулат Сисанбаев

Читайте нас: