Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2019, 16:31

Тәүәкәнгә йәм, ҡот өҫтәп

Бәхеттең күктән төшмәҫен, аҡсаның еңел генә кеҫәгә инмәҫен аңлап, хәләл көс менән тырышып донъя көткән, тормош йәмен иҫәнлектә-һаулыҡта тыуған һәр иртәлә күрә һәм тоя белгән ғаиләләр күңелдә гел тәрән һоҡланыу хисен уята. Мәҡәләбеҙҙең геройҙары – биш балаға ғүмер бүләк иткән Миңлегөл менән Кәбир Иҫәнгилдиндар ҙа артығына өмөт итмәйенсә, йәшәү асылын балаларының шат йөҙөндә һәм хеҙмәттә күреп, татыу ғүмер кисереүҙәре менән һоҡланғыс ғаилә.

Бәхеттең күктән төшмәҫен, аҡсаның еңел генә кеҫәгә инмәҫен аңлап, хәләл көс менән тырышып донъя көткән, тормош йәмен иҫәнлектә-һаулыҡта тыуған һәр иртәлә күрә һәм тоя белгән ғаиләләр күңелдә гел тәрән һоҡланыу хисен уята. Мәҡәләбеҙҙең геройҙары – биш балаға ғүмер бүләк иткән Миңлегөл менән Кәбир Иҫәнгилдиндар ҙа артығына өмөт итмәйенсә, йәшәү асылын балаларының шат йөҙөндә һәм хеҙмәттә күреп, татыу ғүмер кисереүҙәре менән һоҡланғыс ғаилә.
Тәүәкән ауылы егете Кәбир Хәбир улы һәм Көйөргәҙе районы ҡыҙы Миңлегөл, ҡоҙа менән ҡоҙаса булып ҡунаҡҡа йөрөшкән ваҡытта дуҫлашып китә. Татыулыҡ хистәре оло мөхәббәткә әүерелгәс, оҙаҡ та ваҡыт үтмәй ике ғашиҡ йән мәңге бергә булырға тәүәккәлләп 1996 йылда ғаилә ҡора. Ҡыҙҙың ул мәлдә Күмертау ҡалаһында эшләп йөрөгән сағы булһа ла, килен булып төшкән ерендә төпләнергә бер һүҙһеҙ ризалығын бирә. Улай ғына ла түгел, үҙ йорттарын һалып сыҡҡансы, егеттең ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер кисерә йәш ғаилә.
Яндарында күңел наҙын бүлеүсе, күҙ-ҡолаҡ булып тороусы өләсәләре булғас, балалар ваҡ тип тормайынса Миңлегөл “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында һәр эшкә әүҙем йөрөй, сөгөлдөрөн дә утай. “Тәүәкән” йәмғиәтенең һөт заводында эшләүенә лә хәҙер инде 15 йыл булған. Һөнәре лаборант тип кенә аталһа ла, ғәмәлдә ҡатыҡ, эремсек, май, ҡаймаҡ, ҡорот кеүек һөт ризыҡтарын эшләү, уларҙың сифаты өсөн яуап биреү – бындағы эшсәндәрҙең төп бурысы.

- Эшебеҙ еңел булмаһа ла, дәртләнеп йөрөйбөҙ, коллективтың татыулығы, һатып алыусыларҙың ыңғай баһаһы, беҙҙең ҡулыбыҙ тейгән ризыҡтарға ихтыяж кәмемәүе ҙур стимул булып тора, - ти уңған эшсән.
Ә ғаиләлә ул – изгелекле әсә, хәстәрлекле ҡатын һәм хужабикә.
- “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыуыма шатмын, әммә бер әсә лә сабыйҙарын миҙал өсөн тапмай, бәләкәстән күмәк балалар бер-береһенә ярҙамлашып, өлкәне кесеһе өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫә, - ти Миңлегөл Рафиҡ ҡыҙы. – Дөрөҫ, миҙал алыу күптәргә әсәлек бурысына етдиерәк ҡарарға этәргес булып тора, икеләтә яуаплылыҡты арттыра.
Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, тормош иптәше Кәбир ҙә тормошҡа етди ҡарашлы, һис ҡул ҡаушарып ултыра торғандарҙан түгел. Колхоздар гөрләп торған саҡта “Ҡыҙыл байраҡ”та электрик була, мәктәп ҡаҙанлығында, “Тәүәкән” предприятиеһында үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән башҡара. Әлеге көндә Тәүәкән ауылының спорт-һауыҡтырыу комплексында хужалыҡ мөдире вазифаһын башҡара. Хоккей ҡумаһының торошо, комплекс тирәһендәге таҙалыҡ, бассейнды хеҙмәтләндереү һәм башҡа күрер күҙгә сағылмаған эштәр өсөн яуап бирә ул, спорт ярыштары үткән осорҙа бындағы эшсәндәр менән бер ҡаҙанда ҡайнап, сараларҙың имен-аман, тейешенсә үтеүе өсөн дә тырыша ул. Хужалыҡ эштәрендә, балалар тәрбиәләүҙә ысын ир-уҙаман ғаиләнең ныҡлы терәге. Һигеҙ йыл элек кенә күскән йорттарында сабыйҙары өсөн бар ыңғай шарттар булдырыуҙы ла хәстәрләгән.
- Бөтә теләгебеҙ – Хоҙай үҙебеҙгә һәм сабыйҙарға һаулыҡ бирһен, уларҙы аяҡҡа баҫтырғансы, башлы-күҙле иткәнсе эштән айырмаһын. Эшең булыу ҙа - хәҙер оло бәхет, - ти ата-әсә.
Әйткәндәй, иң өлкәндәре – Зиннур хәҙер үҙе ғаиләле, кәләше Алина менән икеһе лә эшләй, өҫтәүенә ата-әсәләренә олатай һәм өләсәй булыу бәхетен бүләк итергә лә өлгөргәндәр. Икенсе улдары – Илгиз, тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтып, хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында крансы һөнәрен үҙләштерә. Дамир Тәүәкән мәктәбендә 11-се класта уҡый, әүҙем ирекмән йәмәғәт эштәренән, волейбол ярыштарынан, мәҙәни сараларҙан бер ҙә ситтә ҡалмай. Информатика фәнен яҡын күргән, ата-әсәһенең уң ҡулы булған булдыҡлы егеттән киләсәктә намыҫлы һөнәрмән сығыр әле... Ниһайәт, берҙән-бер ҡыҙҙары – Наҙгөл, әүҙемлеге менән ағаларынан ҡалышмаҫҡа тырыша, 4-се класта гел “5” билдәләренә өлгәшә, район кимәлендә рус теленән үткән олимпиадала призлы урын яулаған. Ә иң кескәйҙәре, һөйөклө кинйәләре – Илназ әлегә балалар баҡсаһына йөрөй, икенсе йылға 1-се класҡа барасаҡ, шуҡ һәм отҡор малай ҙа тырыш булмаҡсы.
Айыҡ аҡыл менән һәм хеҙмәттән йәм табып йәшәүсе ата-әсәһенән өлгө алып, улар ҙа йәмғиәткә файҙа килтерер, лайыҡлы кешеләр булып үҫер әле. Иҫәнгилдиндар кеүек ҙур, татыу һәм эшһөйәр ғаиләләр булғанда, хөрмәтле ил ағаһының тыуып-үҫкән төйәгенән йәм дә һәм ҡот та китмәҫ!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: